Бөгөн, 7 майҙа, Киров өлкәһе "Беҙҙең Еңеү Көнө" йыр марафонына ҡушыла. Был акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыған арналған һәм ул Волга буйы федераль округында үтә. Композитор Давид Тухмановт шағир Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған "Еңеү Көнө" йырын кировтар Сыуашстан республикаһынан ҡабул итеп алды.
Киров вокалистары 9 май байрамының айырылғыһыҙ атрибутына әйләнгән был йырҙың видеоверсияһын үҙҙәренсә үҙенсәлекле итеп төшөргән. Съемка урыны итеп, Вятка йылғаһы ярында урынлашҡан "Мәңгелек ут" мемориалы юҡҡа ғына һайлап алынмаған.
— Акция төрлө жанр башҡарыусыларын берләштерҙе. Халыҡ һәм эстрада йырсыларын, төбәктең төрлө шәхестәрен, актерҙарын -- барыһын бергә йыйҙы. Иртәгә беҙ эстафетаны акцияның һуңғы ҡатнашыусыһы - Ырымбур өлкәһенә тапшырабыҙ. 9 майҙа рәсәйлеләр был йырҙы округтың бар төбәктәре бергә башҡарыуында тыңлай алалар, — тип Киров өлкәһенең мәҙәниәт минитры Татьяна Мазур һөйләне.
"Бөйөк Еңеүҙең гимнын" йырлау өсөн 9 башҡарыусы йәлеп ителгән: "Яңы йондоҙ" Бөтә Рәсәй телевизион вокал конкурсы ҡатнашыусыһы «Дивертисмент» халыҡ үҙешмәкәр коллективы вокал ансамбле артистары, РФ мәҙәниәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, халыҡ ижады коллективының "Слобода" фольклор ансамбле етәксеһе Ирина Холманских, автор-башҡарыусы, Вятка филармонияһы солисы Константин Юдичев, вокал сәнғәтенең халыҡ-ара, бөтә рәсәй конкурстары лауреаты, "Киров өлкәһенең йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе Ирина Беляева һәм 2018 йылда юғары лига еңеүсеһе булған "Вятка" КВН командаһы уйынсылары.
— Минең өсөн был проектта ҡатнашыу — үҙе бер мәртәбә һәм яуаплылыҡ булып тора. Икеләнеү тойғоһо булманы ла. Йәш үткән һайын донъя ҡиммәттәре тураһында уйлана башлайһың. Патриотизм тигән тойғоно, халыҡтар берлеге тойғоһон компьютерҙан күсереп алып булмай. Был проектҡа үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән ғорурланам. Роликта кировтар Бөйөк Ватан һуғышына индергән үҙ өлөшө тураһында бәйән итә. Һуғыш йылдарында беҙҙән фронтҡа 600 меңләп кеше киткән, шуларҙың 250 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡалған. 200-ҙән ашыуы Советтар Союзы Геройы исеме алған, — тип үҙ тәьҫораттары менән «Вятка» КВН командаһы командиры Дмитрий Бушуев уртаҡлашты.
Киров өлкәһе тыл төбәге булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Төбәккә илдең көнбайышынан йөҙләгән предприятиелар эвакуациялана. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әйләнеш алып, фронтҡа йөҙәр меңләп снаряд, танк һәм танылған «Катюшалар»ҙы оҙата. Вятскополянск машина төҙөү заводының коллективы һуғыш йылдарында 2,5 миллионлап танылған ППШ-тар — Шпагин пистолет-пулемётын – "Еңеү ҡоралы" конструкторыГеоргий Шпагиндың үҙе етәкләүендә етештерҙе. Тәге пулемет-пистолеттар 1941 йылдың ноябрь аҙағында ебәрелә лә башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Киров һәм өлкәнең бер нисә ҡалаһы Хеҙмәт даны ҡалаһы исемен йөрөтә. Бынан тыш был өлкә Ленинград блокадаһынан эвакуацияланған йөҙәр меңләгән кешеләргә, тәү сиратта балаларға ул йәшәү урыны була. 1941 йылда ғына 200-ҙән ашыу балалар интернаты, ә был үҙе 23 меңләп бала, асыла.
Кировтан ҡыҙыл армеец Григорий Булатов рейхстагта тәүгеләрҙән булып ҡыҙыл байраҡты ҡаҙай һәм тарихта "Еңек байрағын алып барыусы булып таныла".
— Рәсәйҙә ауыр һәм бәхетле көндәрҙә берләшеү тигән тойғо бар. Беҙҙең көсөбөҙ тап шунда ла инде. "Беҙҙең Еңеү Көнө" проекты быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ихлас күңелдән төбәк халҡын Еңеү Көнө менән ҡотлайым. Беҙҙең ҡәҙерле ветарандарыбыҙға, тыл хеҙмәткәрҙәренә, һуғыш балаларына һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем, — тине «Слобода» фольклор ансамбле етәксеһе Ирина Холманских.
"Беҙҙең Еңеү Көнө" йыр марафонына Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башкортостан, Чувашия һәм Татарстан республикалары, Һамар, Нижегородск, Саратов, Ульянов, Пенза өлкәләре һәм Пермь крайы ҡушылып та өлгөрҙө. Бөгөн Киров өлкәһе эстафетаны Ырымбур өлкәһенә тапшыра. Видеоролик илгә үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек яҙҙырылды. Һәм бөгөн, бар халыҡ өйҙә ултырғанда, был йыр, айырыуса күңелдәргә үтеп инә.
Видеоклип төбәктең барлыҡ телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙә #нашденьпобеды #песнипобедыПФО хештеге менән ҡарап була.