Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10

Бөгөн "Еңеү көнө" йыры сыуаш телендә яңғырай

Бөгөн композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған "Еңеү Көнө" йырын сыуаш телендә йырланылар.

Волга буйы федераль округында үткән "Беҙҙең Еңеү Көнө" акцияһына Сыуашстан республикаһы ла ҡушылды. Проект сиктәрендә улар "Еңеү көнө" йырын үҙ телдәрендә башҡарҙылар.

Бынан 45 йыл элек яҙылған был бөйөк йыр күҙ йәштәре аша килгән байрамдың гимнына әүерелде. Акция сиктәрендә "Еңеү Көнө" йырын сыуаш теленә Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сыуашстандаң халыҡ шағиры Юрий Семендер тәржемә итте. Ролик яҙмаһы "Еңеү" Мемориаль комплексында, Хәрби дан музейында һәм «ДК Тракторостроителей» Республика халыҡ ижады үҙәгендә барҙы һәм ул 2020 йылдың февраль-март айҙарында, үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек төшөрөлдө. Бөгөн, бар халыҡ өйҙә ултырғанда, был ролик бигерәк тә әһәмиәтле. Сыуашстан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Олег Николаев бәлдәләүенсә: «Сыуашстан Республикаһы өсөн был акцияға ҡушылыу -- үҙе бер мәртәбә. Уртаҡ булған был Еңеүгә республикабыҙҙың да үҙ өлөшөн индерә алыуы менән беҙ ғорурланабыҙ. Был акция менән беҙ тағы бер тапҡыр халҡыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ».

Һуғыш йылдарында сыуашстандан республиканың һәр 5-сеһе фронтҡа алынды. Һандар теле менән әйткәндә - 208 меңдән ашыу, шуларҙың яртыһынан күберәге һуғыш яланында ятып ҡалған. Тылда ҡалғандары ла ал-ял белмәй көрәшә. Республикаға 28 завод, фабрика һәм цехтар ҡоролмалары һәм эшселәре менән эвакуациялана. 11 ҙур предприятие ойошторолоу функцияларын һәаҡлап, Сыуашстан сәнәғәте берлегенә әүерелә.

Козлов йорт төҙөүсе һәм Шумерлин ағас эшкәртеүсе комбинаттар фронтты самолет һәм планер менән тәьмин итеүсе итеп үҙгәртелә. Паравоздар, тимер юл вагондарын ремонтлау менән бер рәттән артиллерия снаряды, бронепоезды һәм бронетранспортёрҙы ла етештерәләр.

Видеоролик яҙмаһында Сыуашстан дәүләт филармонияһы артисы Юрий Катков, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры солистары Маргарита Финогентова менән Иван Николаев, популяр йырсылар Алексей Московский менән Ольга Пеганова, шулай уҡ «Соловушки» хоры, «Классика» йыр капеллаһы һәм «Живи и помни» патриотик йырҙар һәм музыка халыҡ ансамбле ҡатнашты.

«Еңеү йыр эстафетаһы акцияһында ҡатнашҡан беҙҙең команда өсөн был һәләк булғандар алдында рәхмәтебеҙҙе еткереү өсөн шәп мөмкинлек булды, – тип видеороликтың режиссеры һәм сценарий авторы Александра Васильева тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ветерандар! Беҙ һәр саҡ һеҙгә тиңләшергә тырышабыҙ. Һеҙҙең йәшәү көсөгөҙ, хеҙмәтегеҙ, Тыуған илде һаҡлау һәм яҡлау һағында нисек итеп тороуығыҙ – беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө булып ҡаласаҡ. Беҙҙең күп һанлы команда Бөйөк Еңеү тураһындағы Бөйөк йырҙы тап һеҙҙең өсөн башҡарҙы! Айырым рәхмәт һүҙҙәрен тәржемәсегә - Сыуаштандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сыуаш халыҡ шағиры Юрий Семёнович Семендерға еткерге килә. Туған телдә лә был йыр үҙ мәғәнәһен тулы килеш һаҡлап, көйгә яраҡлаша алды».

Әйткәндәй, был акцияға Мордовия, Марий Эл, Удмуртстан, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Нижегородск, Саратов, Ульянов, Пенза өлкәләре, Пермь крайы ҡушылып та өлгөрҙө. Бөгөн Сыуашстан Республикаһы эстафетны Киров өлкәһенә тапшыра. Һәр төбәк төшөргән видеороликтарҙы 25 апрелдән алып урындағы һәм федераль телеканалдарҙа, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО#нашденьпобеды хештегтары аша табырға мөмкин.

9 май, Еңеү Көнөндә был йыр бар музыкаль коллективтарҙың бергә башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Читайте нас: