Бөгөн "Беҙҙең Еңеү Көнө" патриотик эстафетаһына Пенза өлкәһе ҡушылды. Эстафетаны улар Ульяновск өлкәһенән ҡабул итте. Шулай уҡ был акцияла Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Нижегородск, Саратов өлкәләре һәм Пермь крайы ҡатнашып та өлгөрҙө. Пенза өлкәһендә был йырҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Каширский етәкселегендәге Губернатор симфония капеллаһы башҡара.
«Акция тураһында ишетеү менән капелла солистары ҡатнашыу-ҡатнашмау тураһында уйлап та торманылар. Беҙҙе был йырҙы башҡарыуыбыҙ көн кеүек асыҡ ине. Роликты төшөрөүҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының да ҡатнашыуы һөйөнөслө булды. Шулай уҡ "Еңеү ирекмәндәре", пенза эҙәрмәндәре, сәнәғәт предриятиелары вәкилдәре һәм өлкә халҡы үҙ өлөшөн индерҙе. Ни тиһәң дә, был йыр беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ябай йыр түгел. Ул совет халҡының ҡаһарманлығын, ныҡлығын сағылдырыусы гимн", - тине Владимир Каширский.
Бөйөк Ватан һуғышына Пенза өлкәһенән 300 меңдән ашыу кеше киткән, шуларҙың 190 меңдән ашыуы кире әйләнеп ҡайта алмай. 1945 йылдың май айында Рейхстагты алғас, пензалар уның стенаһына "Беҙ -- Пензанан!" тигән легендарь яҙыуҙы ҡалдыра. Был фразаны әле лә пензаларҙың бәләкәстәренән алып олоһона тиклем оло бер ғорурлыҡ менән әйтә.
Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн фронтта ғына түгел, тылда ла көрәшәләр. Һуғыш йылдарында Пенза өлкәһе ҙур күләмдәге сәнәғәт эвакуацияһы пункты ла булып торҙо. Пенза заводтары мина, авиабомба, артиллерия снарядын етештерә. Төбәктән фронтҡа хәрби самолеттар деталдәре, шинель кейеҙе, быйма, саңғылар оҙатыла. Был турала Рәсәй фәндәр академияһында ла мәғлүмәт тупланған. 2020 йылда Пенза ҡалаһы "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" исемен алырға йыйына.
Пенза өлкәһе эстафетаны Сыуаш республикаһына тапшыра.
"Беҙҙең Еңеү Көнө" йыр эстафетаһының яҙмаларын #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегы аша ҡарарға мөмкин.