Бөтә яңылыҡтар

"Беҙҙең Еңеү йыры" марафоны - Ульянов өлкәһендә

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонына Ульянов өлкәһе лә ҡушылды. #песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонына Ульянов өлкәһе лә ҡушылды.

Ульяновтар был йырҙы өс быуын башҡарыуында тәҡдим итә. Яңы ғына башлап вокал менән шөғөлләнеүселәрҙән алып билдәле йырсыларға тиклем -- "Еңеү көнө" йырын башҡарҙылар. "Бөйөк Еңеүҙең гимнын" йырларға "Волга" йыр һәм бейеү дәүләт ансамбле солистары, "Еңеү ирекмәндәре" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, Ульяновск дәүләт педагогия университеты студенттары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, патриотик тәрбиә биреү буйынса милли премияға лайыҡ булыусы "Соловушка" вәкилдәре ҡушылды.

"Соловушка" вокал коллективы тарафынан яҙылған 400 тирәһе йырҙы илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ Украина, Германияла һәм Белоруссияла йырлайҙар. Был коллектив Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусыларының спорт ярыштары гимны булған "Президентские состязания" йырының авторы булып тора. 2019 йылда Бөтә Рәсәй Дельфийск уйындары был ижади берекмә авторлығында асылды.

«Ульяновтар халыҡ-ара гимн булып иҫәпләнгән "Еңеү гимнын" төбәктең йөҙө булған объекттар янында һәм Бөйөк Ватан һуғышын сағылдырған видеокадрҙар янында башҡарҙы. Мин тап беҙҙең коллективҡа был йырҙы башҡарыу бәхете тейеүе менән ғорурланам. Халыҡтарҙы берләштереүҙе маҡсат итеп алынған был идея һәр кешенең күңеленә яҡын. Ульяновск өлкәһендә халыҡ акцияһы өс быуынды берләштерҙе: исемдәре танылған йырсылар, башлап йырлаған вокалсылар һәм педагогтар - һәм был башҡарыу үҙенсәлеге булып тора ла инде», - тип РФ мәҙәниәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, "Соловушка" халыҡ коллективы етәксеһе Ольга Нужина үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Ульяновск халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр күп һанлы архив материалдарында һаҡланған. Ульяновлылар Еңеү өсөн фронтта ла, тылда ла көрәштеләр. Ульяновскиға Автомобиль заводы эвакуациялана. Заводта һуғыш йылдарында 7,8 мең тирәһе автомобиль йыйыла. Һәр өсөнсө патрон Володарский исемендәге патрон заводында етештерелә. Шинельдең һәр дүртенсеһе ульяновсктарҙың фабрикалырында һуғылған кейеҙҙһән тегелә. 133 мең офицер һәм һалдаттар өлкәнең 26 госпиталендә дауаланалар. Ульяновск өлкәһендә тыуған Еңеү ҡорлсыһы Алексей Судаев ҡорған автомат II донъя Һуғышының иң яҡшы автоматтың береһе булып танылды. Цильнинский районынан Петр Усачев Еңеүҙең тере шаһиты булып танылды: 1945 йылдың 9 майында ул Рейхстаг бинаһына Бөйөк Еңеүҙең датаһын яҙып ҡуя. Тап ошо фото донъяның бар гәзиттәре битендә баҫылып сыға.

«Еңеү Көнө – халҡым тарихындағы иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе. Ә уның айырылғыһыҙ символы булып "Еңеү көнө" йыры һанала. Ул йыл да Еңеү Парадында яңғырай. Күңелдә Еңеү алып килгән шатлыҡ тойғоларын да, хәсрәтле үткән йылдар хәстәрен дә, яҡындарын юғалтыу ғазабын да бер юлы тыуҙырған йыр. Мин ихлас күңелдән халҡым менән ғорурланам», - тип Дәүләт "Волга" йыр һәм бейеү халыҡ ансамбле солисы Иван Самойлов һөйләне.

"Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонына Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Нижегородск, Саратовск өлкәләре һәм Пермь крайы ҡушылып та өлгөрҙө. Бөгөн Ульяновск өлкәһе эстафетаны Пензенск өлкәһенә тапшыра. Видеоролик яҙмаһы илгә үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек яҙылды. Бар төбәктәрҙең яҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегтары аша табып була.

Читайте нас: