"Еңеү көнө" йыры Саратов ерендә яңғыраны. Уны билдәле опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинки исемендәге Бөтә Союз конкурсы вокалисы, Л.В. Собинова исемендәге Саратов дәүләт консерваторияһы профессоры Леонид Сметанников башҡара. Артист һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округы төбәктәрен бөйөк байрам берләштерҙе. Еңеү Көнө һәр кемдең күңелендә ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырған:
"Был байрам үлеләргә кәрәк түгел, тереләр өсөн мөһим. Ата-бабаларыбыҙҙың күрһәткән батырлығы беҙгә тыныслыҡ алып килде. Был байрам яуызлыҡ өҫтөнән изгелектең еңеүе, бар планетала тыныслыҡ байрамы!", - тине Леонид Сметанников.
Был видеролик март айында, үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек башҡарылды. Сметанников менән бер рәттән был йырҙы А.Шнитке исемендәге Саратов өлкәһе филармонияһының "Хор музыкаһы театры" бергә башҡарҙы. Уларҙың етәксеһе профессор Людмила Лицова.
45 йыл үткәндән һуң был йыр йәнә Соколов тауындағы Еңеү Паркы - асыҡ һауалағы Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы музейында яңғыраны. Музей фондында Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған 26 мең ҡомартҡа һаҡлана.
Был патриотик акцияны Саранск асып ебәрҙе, унан Волга буйының төбәктәре - Марий Эл, Удмурт, Башҡортостан республикалары, Һамар өлкәһе, Татарстан республикаһы, Нижегородск өлкәһе һәм Пермь крайы ҡушылды. Бөгөн Саратов өлкәһе марафонды Ульяновск өлкәһенә тапшыра. Өлкәләрҙең видеороликтарын ҡарарға теләһәгеҙ, #песнипобедыПФО һәм #НашДеньПобеды хештегы аша үтеп ҡарағыҙ.