Бөтә яңылыҡтар

"Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонына Пермь крайы ҡушылды

"Еңеү көнө" йырын был тәбәктә малайҙарҙың Пермь хор капеллаһының 20 артисы Пермь опера һәм балет театры солистары Наталя Кириллова, Владимир Тайсаев, Эдуард Морозов менән берлектә башҡарҙы. Музыкаль яҡтан Пермь крайы филармонияһының Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының 48 музыканты художество етәксеһе Галина Токарева етәкселегендә оҙатып барҙы. #песнипобедыПФО#нашденьпобеды.

Бөгөн Прикамья музыканттары һәм артистары "Беҙҙең Еңеү көнө" акцияһы сиктәрендәге йыр эстафетаһынан Нижегородск өлкәһенән ҡабул итеп алды.
"Еңеү көнө" йырын был тәбәктә малайҙарҙың Пермь хор капеллаһының 20 артисы Пермь опера һәм балет театры солистары Наталя Кириллова, Владимир Тайсаев, Эдуард Морозов менән берлектә башҡарҙы. Музыкаль яҡтан Пермь крайы филармонияһының Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының 48 музыканты художество етәксеһе Галина Токарева етәкселегендә оҙатып барҙы.
Видеоролик ҡаланың иҫтәлекле урындарын төшөрҙө, ә йырҙы филармонияның Ҙур концерт залында барҙы. Яҙма үҙе төбәккә үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек эшләнелде.
Давид Тухманов менән Владимир Харитонов ижадиткән "Еңеү көнө" йыры осраҡлы һайлап алынманы. Ул йыр халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығын, яҡындарын юғалтыу ғазабын сағылдыра, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн яу ҡырында ятып ҡалған миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың күрһәткән батырлығын данлай. Йырҙың да быйыл юбилейы - 45 йыл элек ул тәү тапҡыр башҡарылды.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығыу өсөн Пермь крайы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Пермдән фронтҡа авиадвигателдәр, дары, пушкалар оҙатылды. Кунгурҙан – итектәр (һәр 3-сө һалдат кунгур итектәрен кейгән), Лысьванан – каскалар: был завод 1942 йылда совет һалдаттары өсөн каскалар етештереү буйынса СССР-ҙағы берҙән-бер завод була. Кизел күмер бассейнындағы шахтерҙар, Чусово һәм Нытва металлургтары, Краснокамск нефтселәре, Верхнекамья химиктары -- барыһы ла фронт өсөн эшләй. Молотов өлкәһендә ҙур ғына госпиталь базаһы була, Ҙур булмаған ҡалалар һәм ауылдар Ленинградтан эвакуацияланғандарҙы үҙендә ҡабул итте.
"Әсәйем яғынан өләсәйем Регина Генриховна блокаданыҡы. 42 йыл дауамында Петербургта йәшәгән өләсәйемде Ладожск күле аша Кемерово өлкәһенә сығарлар. Ул йыш ҡына нисек ас-яланғас, туп-тулы вагонда Питерҙан Кузбассҡа килгәндәрен хәтерләй торғайны. Шуға ла был Еңеү йырының әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Көйөнән алып һүҙҙәренә тиклем сағылыш тапҡан был йыр күңелемде тетрәтә һәм, шул уҡ ваҡытта, яҡын да ул миңә. Был йырҙарҙы йырлаған саҡта тамаҡҡа төйөр килеп тығыла. Көсөргәнеш талап итһә лә йырлар кәрәк. Был йырҙарҙы тыңлаған халыҡ беҙҙең яҡты киләсәк өсөн көрәшкән быуынды иҫкә алып, үҙ тормоштарын ҡаьбаттан баһалар", - тип Пермь опера һәм балет театры солисы Наталья Кириллова хәтирәләргә бирелде.
Был ике коллектив та үҙҙәре йәшәгән крайҙа ғына түгел, башҡа халыҡтар араһында ла билдәлелек яулаған. Пермь филармонияһының рус халыҡ инструменттары оркестры - халыҡтың яратҡан коллективтарының береһе. Әйткәндәй, быйыл соркестр үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Виктор Салин оркестрға нигеҙ һала. Роликты Пермь филармонияһының видеостудияһы яҙҙыра.
Малайҙарҙың хор капеллаһы ярты быуаттан ашыу тарихы эсендә Владислав Паутов, Максим Тарасов, Александр Хубеев кеүек һәм башҡа йондоҙҙары менән дан тота. Хор халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша, Рәсәй ҡалаларында, үхатта Европа сәхнәләрендә концерттар менән сығыш яһай. Уның художество етәксеһе - композитор һәм дирижер Дмитрий Батин.
Эстафетаны Пермь өлкәһе Саратов өлкәһенә тапшыра һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йылығы менән ҡотлай.
Читайте нас: