Бөтә яңылыҡтар

Нижегородск ҡалаһының академик, халыҡ һәм эстрада йондоҙҙары "Беҙҙең Еңеү көнө" марафонына ҡушылды

Бөгөн, 1 май көнө, Сегодня, 1 мая, Нижегородск өлкәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Беҙҙең Еңеү көнө" марафонына ҡушылды. #песнипобедыПФО #нашденьпобеды.

"Еңеү көнө" йырын был юлы губерния оркесторы солистары һәм "Голос. Дети" телешоуында ҡатнашыусылар ҙа башҡарҙы.

Бөгөн, 1 май көнө, Сегодня, 1 мая, Нижегородск өлкәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Беҙҙең Еңеү көнө" марафонына ҡушылды.

Түбәнге Новгородта Еңеүҙең символына әйләнгән бөйөк йырҙы академия һәм джаз музыканттары, фольклор һәм попса башҡарыусылар -- барыһы бергә башҡарҙы. А.С. Пушкин исемендәге опера һәм балет театры солистары Виктор Ряузов, Татьяна Гарькушова, Александр Зубаренков, Нижегородск губерн оркестры солистары Дмитрий Зубарев, Татьяна Волкова, Дмитрий Маресев, "Любава" Нижегородск муниципаль халыҡ йырҙары ансамбле, РФ Волга буйы округының милли гвардияның йыр һәм бейеү ансамбленең вокаль төркөмө йырҙы бергә-бергә башҡарҙы. Шулай уҡ был йондоҙҙарға «Голос. Дети» шоуында ҡатнашыусы Дарья Лебедева менән Егор Григорьев, «Jack Daniels Time» кавер төркөмөнән Владимир Торопыгин менән Андрей Паньшин да ҡушылды.

Видеоролик өлкәгә үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек Нижегородск кремлендә, Чкалов һәйкәле һәм «Герой» катеры янында төшөрөлдө. Ролик башында төбәктең Бөйөк Еңеүгә индергә өлөшө тураһында һөйләнелә. Һуғыш йылдарында өлкәлә предприятиеларҙың үҙенсәлекле хәрби-сәнәғәт комплексы төҙөлә. Бында оборона продукцияһының барыһы ла тиерлек етештерелә. Ҡорал, ҡоро ер ғәскәрҙәренең, авиацияның һәм флоттың кәрәк-яраҡтары, шартлатҡыс һәм реактив яғыулыҡ. «Красное
Сормово» заводы фронтҡа 12 меңдән ашыу Т-34 танкыһын, 27 һыу аҫты кәмәһен эшләп сығара. Ватанда етештерелгән һәр өсөнсө истребитель С.Орджоникидзе исемендәге Горьковск авиация заводында етештерелгән. Горьковчандар яралы һалдаттар өсөн ҡан тапшырыр булғандар. Һуғыш йылдары дауамында фронтҡа 92 меңдән ашыу литр ҡан оҙатыла.

"Беҙҙең Еңеү көнөбөҙ" акцияһында Мордовия, Марий Эл, Удмурт, Башҡотостан, Татарстан республикалары, Һамар өлкәһе ҡатнашып та өлгөрҙө. Нижегородск өлкәһе этафетаны Перм крайына тапшыра.


#песнипобедыПФО и #нашденьпобеды.

Читайте нас: