Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн "Еңеү көнө" йыры татар телендә яңғырай

Бөйөк йыр бөгөн татар телендә яңғыраясаҡ. Татарстан республикаһы "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонын үҙендә ҡабул итте. #нашденьпобеды, #песнипобедыПФО.

Бөйөк йыр бөгөн татар телендә яңғыраясаҡ. Татарстан республикаһы "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонын үҙендә ҡабул итте.

Ҡазанда "Беҙҙең Еңеү көнө" флешмобы сиктәрендә сығыштар яҙма төбәктең мәҙәниәт, фән һәм сәнғәт үҙәге булған Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институты залында һәм Ҡазан Кремлендә Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлил һәйкәле янында башҡарылды.

Видеороликты яҙҙырыуҙа РСФСР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан республикаһының халыҡ артисы Венера Ғәниева, Татарстандың атҡаҙанған артистары Әлфис Ғәлиуллин һәм Эльвира Ғәлиуллина, «Голос. Дети» шоуында ҡатнашыусы Айгөл Вәлиуллина, шулай уҡ Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының преподавателдәре, доценттары һәм магистрҙары ҡатнашты. Видеоклип Татарстн Республикаһына үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек яҙылды.

«Был төбәктәрҙе берләштергән акция бар халыҡтарҙың мәҙәни берлеген яҡлай», - тип Ҡазан мәҙәниәте һәм сәнғәте институты ректоры Роза Әхмәҙиева һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай акциялар бар халыҡтарҙың Бөйөк Еңеүгә ҡарата индерелгән өлөшөн күрһәтә.

«Бөйөк Еңеүҙең 75 йылдлығына арналған акцияларҙа, флешмобтарҙа һәр артис ихлас ҡатнаша. Был үҙенә күрә беҙгә Еңеү алып килеү өсөн үҙ көсөн йәлләмәгән һуғыш ветерандарына, ата-бабаларыбыҙға ихтирам бибилдәһе булып тора», - тип Венера Ғәниева үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Быйыл ТАССР-ҙың 100 йыллығын билдәләгән Татарстан Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл армияның тыл йәһәтенән төп базаларының береһе булды. Республикаға 70-тән ашыу фабрикалар һәм заводтар эвакуацияланды. ТАССР-ҙа 226 мең кеше йәшәү өсөн үҙенә урын тапты. Улар араһында 15 мең етем балалар ҙа бар ине. Республикала 50-нән ашыу эвакогоспиталдәр эшләне. Уларҙа 334 мең яралы һалдат дауаланып сыҡты. Уларҙың 207 меңе ҡабаттан һуғышҡа оҙатыла. 100 меңдән ашыу Татартстан халҡы орден-миҙалдар менән бүләкләнде. 186 кеш Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Николай Георгиевич Столяров был исем менән икеләтә баһаланды. Фронтҡа оҙатылған 700 мең кешенең һәр икенсеһе кире әйләнеп ҡайта алманы. Улар тураһында 28 томлы Хәтер Китабында яҙылған.

Был марафонда Татарстан эстафетаны Нижегород өлкәһенә тапшыра.

#нашденьпобеды, #песнипобедыПФО.

Читайте нас: