Бөгөн "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонын Һамар өлкәһе үҙендә ҡабул итте. Һамар өлкәһен картанан ҡараһаң, ул йөрәк формаһын хәтерләтә. Бөгөн ул "Беҙҙең Еңеү көнөбөҙ" акцияһында ҡатнашыусылар менән берлектә типте.
Волга буйы федераль округының «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны Еңеү көнөнә тиклем ике аҙна алдан – 25 апрелдә Мордва Республикаһында башланды. Кисә беҙ уны Удмурт Республикаһынан ҡабул итеп алдыҡ һәм Һамар өлкәһенә тапшырҙыҡ.
Һамар өлкәһендә легендарь "Еңеү көнө" йырын П.М. Милославова исемендәге Дәүләт Волга буйы рус халыҡ хоры башҡара. Әйткәндәй, әле был хор Волга буйы халҡының йыр мираҫын һаҡлап ҡалыусы һәм үҫтереүсе үҙенсәлекле ижади берлек булып тора. Волгат буйы халыҡ хорының уңыш сере - йырҙы башҡарыу оҫталығында. Улар йырлап ҡына ҡалмайҙар, халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнайҙар, бейейҙәр ҙә.
«Дәүләт Волга буйы рус халыҡ хоры 65 йыл дауамында патриотик рухлы йырҙар башҡарып, бөйөк илдең мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу өсөн көс һала, – ти коллектив директоры Виталий Натаров. – Тап шуның өсөн дә хор артистары был марафонда ҡатнашыуҙы үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы итеп ҡабул итте. Күрше төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙға тап ошондай марафонда ҡатнашыуҙары, уны беҙгә тапшырыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!»
Йыр эстафетаһын Татарстан Республикаһына тапшырып, һамарҙар үҙҙәренең яҡташтарына ҡыҫҡа ғына мөрәжәғәт яҙып ҡалдырғандар. Куйбышев өлкәһенән һуғышҡа ярты миллионлап кеше киткән. Уның һәр икенсеһе яу ҡырында ятып ҡалған. Тылда ҡалғандар ҙа хеҙмәт батырлығын күрһәтә, Еңеүҙе тимер сымдарҙа һуға. Куйбышевты ул йылдарҙа "баш ҡала запасы" тип йөрөтәләр. фронта – здесь ковали Победу, проявляя трудовой героизм! Куйбышев получил звание «запасной столицы», о нём знал и писал весь мир. Здесь делали легендарныеБында легендарь Ил-2 менән Сталин бункеры төҙөлә.
Бөйөк Шостаковский ҙа тап Куйбышевта үҙенең Етенсе симфонияһын яҙып бөтөп, премьераһын сығара. Тап Куйбышевтан Юрий Левитан Совет мәғлүмәт бюроһынан яңылыҡтарҙы донъяға еткереп тора. Ә 1941 йылдың 7 ноябюрендәге хәрби парад һуғыш йылдарындағы иң сағыу сара булып тора.
«Еңеү көнө» – ватан тарихында иң яҡты һүнмәҫ йондоҙ булып балҡып торор йыр. Һамарҙар башҡарған был Бөйөк йыр миллионлаған рәсәйлеләрҙе берләштерһен һәм һәләк булған һәм тере Геройҙарҙы хәтерләтеп торһон!» – тип йыр акцияһында ҡатнашҡан һамарҙар үҙҙәренең фекерен белдерҙе.
Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтарҙы округтың бөтә телевизион каналдарында күрһәтәләр. Уларҙы #Волгабуйыфедеральокругыеңеүкөнө, #беҙҙеңеңеүкөнө хештегы буйынса YouTube-каналдарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.