Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йыр марафоны - Башҡортостанда

Еңеү тураһындағы популяр йыр тәү тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны. #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды

Тәүге тапҡыр "Еңеү көнө" йыры башҡорт телебеҙҙә яңғыраны. Эйе, бөгөн Башҡортостан республикаһы йыр марафонына ҡушылды.

Легендар акция өсөн был популяр йыр башҡорт теленә тәржемә ителде. Тәржемә авторы Гүзәл Ситдыҡова әйтеүенсә, бынан 45 йыл элек был йырҙы ишетеү менән йырҙы оҡшата.

"Йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә йөрәгемә үтеп инде. Башҡорт теленә йырҙы тәржемә итергә тәҡдим иткәстәр хатта юғалып ҡалдым. Һәр кемдең күңеленә үтеп ингән был йырҙа хәсрәт тә, шатлыҡ та бар. Тап ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғоларҙы башҡорт телендә лә асып бирер кәрәк ине. Шул уҡ ваҡытта йырҙың ритмын да тотоп алыу мөһим булды. Миңә был йәһәттән музыкаль белемем ярҙам итте. Тәржемә иткән саҡта йырлай-йырлай ултырҙым. Оҡшатҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Хәҙер уны рус телендә генә түгел, туған телебеҙҙә лә төрлө быуын вәкилдәре йырлар, тип ышанам", -- ти Гүзәл Ситдыҡова.

Легендар йырҙы йырлар өсөн Өфөләге Еңеү Паркына халыҡ хоры менән бер рәттән билдәле шәхестәр ҙә килде. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, БР Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Рушана Бабич, БСТ телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм популяр музыкант Заһир Зәйнетдин дә бар ине.

«Миңә марафонда ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр шатланып ризалаштым. Беренсенән, минең өсөн был бөйөк йырҙы башҡарыу үҙе бер мәртәбә булып тора, икенсенән, тап башҡорт телендә йырлап, яҡташтарыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшөн асабыҙ кеүек тойола. Минең дә ике ҡартатайым һуғышта булған. Үкенескә, уларҙың береһе яу ҡырында башын һалған. Был йырҙы йырлап, Еңеү килтергән туғандарымды һәм яҡташтарымды хәтергә алдым", -- тине Заһир Зәйнетдин.

"Еңеү көнө" йырын тәү тапҡыр март аҙағында, үҙизоляция индерелмәҫ элек башҡарғайнылар. Ул саҡта уҡ БСТ телеканалында видеоклип төшөргәйнеләр.

Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше киткән. Шуларҙың 322 меңдән ашыуырағы вафат булған йә хәбәрһеҙ юғалған. 200 меңдән ашыуы орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. 295-е Советтар Союзы Геройы, 46-һы Дан орденының тулы кавалеры. 2020 йылда, 77 йыл үткәндән һуң 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикаға 280 мең кешене, 170-тән ашыу етештереүсе предприятиеларҙы эвакуациялайҙар.

Читайте нас: