Һуғыш урлаған балалыҡ.(Оло ағай ауыҙынан)Яу башланғас, илде яҡлап,Атайҙар киткәс яуға,Беҙ, балалар, бергә мендекҠаршыла торған тауға.Алыҫтамы икән һуғыш?Атай күренә микән?Уҡыу йылы башланыуғаҠайтып өлгөрә микән?Бейегерәк менгән һайынАлыҫая офоҡтар…Ни етмәгән был нимескә?Әйтерһең дә офоҡ тар!Атай барғас, ул ниместеТиҙ генә еңер кеүек,Шул ниместең өй башынаСылғауын элер кеүек.Күрше егет, йәше етмәй,Һуғышҡа тип ашыға,- Минһеҙ етеп ҡуйырҙар, - ти, -Фашистарҙың башына!…Йәше етте, яуға китте, -Үлем урап үтмәне,Һуғыш һаман дауам итте!Һуғыш ҡына бөтмәне…Ул һуғыш күпме хыялды,Өмөттө алып китте,Ниндәй ғәмһеҙ бала инек!Балалыҡ шулай бөттө.Төптән егелеп, донъяныңЙөгөн һөйрәнек беҙ ҙә,Мыжыманыҡ, зарланманыҡҮкереп илар ерҙә.Бөтә сабырлыҡты туплап,Егелдек эшкә аттай,Нисек кенә теләһәк тә,Ҡайтманы беҙҙең атай…Ҡайтманы беҙҙең атайҙар,Тауҙан ҡарап күҙ талды…Әйтерһең, беҙҙең балалыҡШул тауҙа тороп ҡалды…06.04.2015.Фирүзә Абдуллина.