Бөтә яңылыҡтар

Еңеү асылмалары

Был проектта һин дә ҡатнаша алаһың. Бының өсөн сайтағы әҙер форманы тултырыу ҙа етә. «Добавить открытку» тигән бүлеккә инеп, ижади эшеңдең фотоһын йә сканын беркетер кәрәк була. Рәсемдәр һәм коллаждар, аппликациялар һәм компьютер графикаһы — эш стиле төрлөлөгө сикләнмәгән. Был асылмаларҙың барыһын да халҡыбыҙҙың Еңеү алып килгән бөйөк тарихы бәйләй.

Волга буйы Федераль округы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған үҙенсәлекле коллекция булдырҙы. Халыҡ проекты "Еңеү асылмалары" тип атала.

http://пфопобеда.рф сайтында округтың 14 төбәге халҡы ебәргән ижади эштәрен ҡарап кинәнергә була. Бында һалынған асылмаларҙың барыһы ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Шуныһы һөйөнөслө, бындағы асылмалар һаны көндән-көн арта бара. Әйткәндәй, был проектта һин дә ҡатнаша алаһың. Бының өсөн сайтағы әҙер форманы тултырыу ҙа етә. «Добавить открытку» тигән бүлеккә инеп, ижади эшеңдең фотоһын йә сканын беркетер кәрәк була. Рәсемдәр һәм коллаждар, аппликациялар һәм компьютер графикаһы — эш стиле төрлөлөгө сикләнмәгән. Был асылмаларҙың барыһын да халҡыбыҙҙың Еңеү алып килгән бөйөк тарихы бәйләй.

Был акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ. Бөйөк Ватан һуғышына арналған эштәрегеҙҙе ебәрергә онотмағыҙ. Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

Читайте нас: