Бөтә яңылыҡтар

Еңеү яҙын ҡаршылап

Күсейҙә "Еңеү яҙы" ғаилә эстафетаһы дауам итә.

Күсейҙә "Еңеү яҙы" ғаилә эстафетаһы дауам итә. 18 апрелдә генә лә улар 18 төп ағас ултыртты. Батыр Баймөхәмәтов, Рәфҡәт Байназаров, Мөхәмәт Әбсәләмов, Хәмзә Сәфәрғәлин, Әсҡәт Фәйзуллиндарҙың ғаиләләре үҙҙәренең туғандары иҫтәлегенә ауылдың "Ҡоролтай аллеяһы"нда ҡарағай, ҡайын, сирен ағастары ултыртты. Иң мөһиме - изоляция шарттары ла үтәлде - алдан билдәләнгән график буйынса аллеяға килделәр. Күсейҙәр был көндө Баймөхәмәтов Мөхәмәтғәле, Байназаров Рамаҙан, Саптаров Нуритдин, Байназаров Мулләхмәт, Шаһыбалов Нуриәхмәт, Миңлеғолов Тәфтизан, Рәсүлев Әширәф һәм Дәүләтбаев Йомабай олатайҙарының хәтерен мәңгеләштерҙе. Афарин, күсейҙәр, шулай берҙәм булығыҙ!
Читайте нас: