Бөтә яңылыҡтар

«75 йыллыҡҡа – 75 төп ағас» акцияһына ҡушылайыҡ!

Был акцияны, Күсей ауылы биләмәһе өлгөһөндә, бар ауыл халҡы күтәреп алыр, тип ышаныбыҙ.

Бына тағы Еңеү яҙы ла килеп етте. Быйыл 9 май көнө бөтә донъя, Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса батырлыҡ күрһәтеп, фашистик Германияны еңеүенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Рәсәй халҡы берҙәмлеге менән уны еңеп сыҡҡан. Хөрмәтле милләттәштәр, туғандар! Әйҙәгеҙ бергәләп Еңеү байрамына әҙерләнеүгә беҙ ҙә өлөшөбөҙҙе индерәйек! Күсей биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ауыл советы хакимиәте һәм мәктәп коллективтары менән берлектә, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынынан «75 йыллыҡҡа – 75 төп ағас» акцияһына ҡушылып, “Еңеү яҙы” исемле ғаиләләр араһында эстафета иғлан итә. Быйылғы йыл барлыҡ донъя халҡы өсөн бик ауыр килә, короновирус тигән афәт ҡоторғандан ҡотора. Эстафета шарты ла бөгөнгө шарттарға ярашлы булырға тейеш. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡарарына ярашлы, үҙаллы изоляция шарттарын мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ! Бының өсөн “Контактта”ғы “СП Кусеевский сельсовет” төркөмөндә электрон сират булдырыла. Һәр ғаилә өсөн мәктәп ҡаршыһындағы паркта 30 минутлыҡ ваҡыт бүленә. Ағас ултыртырға бер ғаиләлә изоляцияла бергә булған төркөм менән генә, бергә барырға тейеш. Иртәнге сәғәт 10.00 дан киске сәғәт 6.00-ға тиклем арауыҡта, үҙегеҙ теләгән ваҡытты билдәләп, сиратҡа яҙылыуығыҙҙы һорайбыҙ. Ағас ултыртҡандан һуң, бергәләп фотоға төшөп, ошо төркөмгә һәм үҙегеҙҙең төркөмөгеҙгә һалып ҡуйыу кәрәк буласаҡ. Әгәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғанығыҙҙың фотоһын тотоп төшһәгеҙ (“Үлемһеҙ полк” беҙҙең менән), тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ! Был эштең тәрбиәүи әһәмиәтен баһалап, уҡыусы балаларығыҙҙы, бәләкәстәрҙе лә бергә алыу хуплана! Ҡайын, ҡарағай, шыршы, балан һәм миләш ағастарын ултыртайыҡ. Акцияға Басай, Иҫәнбәт ауылдары, районыбыҙҙың барлыҡ ауыл советтары ла ихлас ҡушылыр тигән өмөттәбеҙ! Хөрмәтле туғандар, берҙәм булайыҡ! К.Ш. Уйылданов, Күсей биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы советы рәйесе.
Читайте нас: