Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап

Март айында Билал ауылы китапханаһы "Һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт хаты" исемле иншалар бәйгеһе иғлан иткәйне. #өйҙәултырабыҙ #сидимдома#героинеизкниг#75летиепобеды#проектхәтермәңгелек#башҡорттелейылы

Билал ауыл китапханаһы уҙған йыл аҙағынан март айына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Билал ауыл китапханаһы ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә "Хәтер мәңгелек" проекты аҫтында төрлө осрашыуҙар, китапхана дәрестәре үткәрҙе. Беҙ үткәргән осрашыуҙарға Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, "Һаҡмар", "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре лә ҡатнашты. Март айында Билал ауыл китапханаһы "Һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт хаты" исемле иншалар бәйгеһе иғлан итте. Бәйгегә бик күп хаттар килде. Уларҙың һәр береһе Билал ауыл китапханаһы группаһында урын алды. Бәйгенең шарты буйынса Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн йәндәрен аямай көрәшкән олатайҙар, көндө көнгә, төндө төнгә ялғап ауыр хеҙмәт юлы үткән өләсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар, туғандар, яҡындарға рәхмәт белдереп яҙылған ҡыҫҡа ғына хикәйәләр, шиғырҙар ҡабул ителде. Һәр бер хатты түбәндәге комиссия ағзалары уҡып баһа ҡуйып бара. Бәйгегә йомғаҡ 20 апрель яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлеккә бүләктәр тапшырыласаҡ. Әле ваҡыт бар, бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ!Хат яҙыусылар мотлаҡ китапхана группаһына теркәлергә тейеш https://vk.com/club66748132Комиссия ағзалары:1)Әминева Илдүсә Азат ҡыҙы, мәғариф ветераны2)Мәүлитов Вилюр Шәкирйән улы, мәғариф ветераны3)Юлмөхәмәтова Гөлдәр Фазлиәхмәт ҡыҙы, мәғариф ветераны4)Мостафина Гөлнара Дамир ҡыҙы, "Шоңҡар" журналист, яҙыусы. Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: