Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

12 апрелдә барлыҡ фронт һыҙыҡтарында дошмандың 40 танк һәм үҙйөрөшлө техникаһы, 37 самолеты юҡ ителә. Тулыраҡ - беҙҙең сайтта.

12 апрелдә 2-се Украина фронты Чехословакия территорияһында, Братиславаның төньяҡ-көнсығышында һәм төньяғында алышып, СКАЛИЦА ҡалаһы менән тимер юл станцияһын, ТРЕНЧ ТЕПЛА, ОПАТОВА, КОХАНОВЦЕ, ГАЛУЗИЦЕ, ГОРНЫ-БЗИНЦЕ, ВРБОВЦЕ, РАДЕЙОВ, КАТОВ, ГОЛИЧ, КОПЧАНИ һәм башҡа 30-ҙан ашыу ауылдарҙы азат итә. Ә Венаның төньяҡ-көнсығышында, Австрия территорияһында ДРЕЗИНГ, ЕДЕНШПАЙГЕН, ЛОЙДЕСТАЛЬ, ЭРДПРЕС, ХОХЕНРУППЕРСДОРФ, АУЭРШТАЛЬ, БОККФЛИС, АДЕРКЛАА, РААСДОРФ, ЭССЛИНГ, ГРОСС ЭНЦЕРСДОРФ ауыл-ҡалалары һәм ЭЙБЕСБРУНН тимер юл станцияһы азат ителә.Венала 3-сө Украина фронты ҡалала һуғышып, Дунай йылғаһы менән Дунай каналы араһында 60 кварталды биләп ала. Наступлениены дауам итеп, ғәскәр Австрияның ГЮССИНГ (НЕМЕТУЙВАР) ҡалаһын, МАРКТ АЛЛАУ, ОЛБЕНДОРФ, ОБЕР-НЕЙБЕРГ, МИХЕЛЬ, ЧАНШЕНДОРФ, ШТЕЙНГРАБЕН, ЕЛЬТЕНДОРФ һәм башҡа 40-тан ашыу ауыл-ҡаланы азат итә.12 апрелдә барлыҡ фронт һыҙыҡтарында дошмандың 40 танк һәм үҙйөрөшлө техникаһы, 37 самолеты юҡ ителә.https://vk.com/wall-107891741_21506
Читайте нас: