Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

Тарихҡа күҙәтеү. Бер нисә йыл элек 11 апрелдә. . .

* 1945 йылдың 11 апрелендә РУЖОМБЕРОК ҡалаһы янында, Карпат һыҙаты буйлап, беҙҙең ғәскәрҙәр чехословак һәм румын ғәскәрҙәре менән бергә һөжүм итеп, СВЯТОЙ МАРТИН, ВРУТКИ тимер юл станцияларын һәм ШУТОЗО, РАТКОВО, ТУРАНИ, СУЧАНЫ, ДРАЖКОВЦЕ, ЗАБАРЬЕ, ЖАБОКРЕНИ, БИСТРИЧКА, ТРЕБОСТОВО, ПРИБОВЦЕ, ВАЛЧА, ЛАЗАНЫ, ВРИЦКО, һ.б. – барлығы 40-тан ашыу ауылды яулап ала.* 2-се Украина фронты көнбайыш йүнәлешендә барыуын дауам итеп, Австрияның ДЮРНКРУТ, ШТИЛЛЬФРИД, ОЛЛЕРСДОРФ, ВЕЙДЕНДОРФ, ЭБЕНТАЛЬ, ПРОТ-ТЕС, ОРЕЛЬМ, ШПАННБЕРГ, МАЦЕН, РАГГЕНДОРФ, РЕЙЕРСДОРФ тораҡ пункттарын биләп ала.* 11 апрелдә 5000 дошман һалдаты һәм офицеры - әсирлеккә, ә 34 танк һәм үҙйөрөшлө ҡорал, 38 бронетранспортер, 208 артиллерия ҡоралы һәм 270 пулемет, 498 автомашина, 187 трактор һәм тягач, 34 паровоз, 1535 вагон, хәрби ҡорамалдар һаҡланған 17 келәт "трофей"ға алына. Алыш барышында 500 дошман танкыһы һәм 22 самолеты юҡ ителә. https://vk.com/wall449291919_2465
Читайте нас: