Бөтә яңылыҡтар

"Йондоҙло" Бөйөк Еңеүгә әҙер

#75летиеПобедыБаймак"Йондоҙло" баланы үҫтереү үҙәгенең "Бал ҡорттары" төркөмөндә лә ата-әсәләр ярҙамы менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған мөйөш булдырылды. #национальныепроекты

"Йондоҙло" баланы үҫтереү үҙәгенең "Бал ҡорттары" төркөмөндә лә ата-әсәләр ярҙамы менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған мөйөш булдырылды. "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай... " тип аталған мөйөштә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төрлө һүрәттәр, китаптар, шиғырҙар, йомаҡтар һәм әйтемдәр йыйынтыҡтары, "Һуғыш яланы" өҫтәл уйыны, батырҙарға арналған һәйкәл урынлашҡан. Шулай уҡ яуҙа ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн Советтар Союзы геройҙары исеменә лайыҡ булған 7 райондашыбыҙҙың фотоһүрәттәре лә урын алды.Резеда Мөхәмәтшина.
Читайте нас: