Мин һәр ваҡыт тырышып донъя көткән, аныҡ маҡсаттар менән алға ынтылған, һәләтле балалар тәрбиәләгән матур ғаиләләргә һоҡланам. Ошо көндәрҙә шундай күркәм тағы бер ғаилә менән танышыу бәхете тейҙе.
Ул - Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүсе Әлиә һәм Илнур Ласыновтар. Сығышы менән Йәрмөхәмәт ауылынан булған Әлиә Зөфәр ҡыҙы менән Күсей ауылы егете Илнур Әүхәҙей улы 2005 йылдың декабрендә өйләнешә. Матур, уңған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән йәштәр тырышып донъя көтә башлай, бөтә уңайлыҡтары булған яңы йорт һала. Әле ғаилә башлығы вахта ысулы менән Магнитогорск ҡалаһында эшләй. Әлиә Зөфәр ҡыҙы - ҡаланың 2-се мәктәбендә китапханасы вазифаһын башҡара. Уға шулай уҡ класс етәксеһе эше лә ышанып тапшырылған.
Балалы йорт - нурлы йорт. Ласыновтарҙың мөхәббәт емештәре - дүрт балалары бар. Өлкәндәре Нәркәскә - 19 йәш. Бала саҡтан бейеү сәнғәтенә ғашиҡ ҡыҙ әле Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының хореография бүлегендә уҡый. Улдары Мансур - Магниторгорск дәүләт техник университетында геодезист һөнәрен үҙләштерә. Ул спорт менән дуҫ. Волейбол, футбол уйнарға, йүгерергә ярата. Муса - ҡаланың 5-се мәктәбенең 5-се класын тамамланы. Үҫмерҙең иң яратҡан шөғөлдәренең береһе - балыҡ тотоу. Кескәй Нурияға 6 йәш. Ул «Күбәләк» балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт эшләргә яратҡан ҡыҙ тәбиғәт күренештәрен, ғаиләһен, хайуандарҙы ҙур кинәнес менән аҡ ҡағыҙға төшөрә. Атай-әсәй ҡыҙҙары һәм улдарының һәләттәрен күреп, уларҙы артабан үҫтереү, шулай уҡ белем һәм матур тәрбиә биреү өсөн бар көсөн һала.
«Балаларыбыҙға, ололарҙы, туғандарҙы ихтирам итергә, ярҙамсыл, изге күңелле, кешелекле, тырыш булырға кәрәк, тип өйрәтәбеҙ. Уларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Өйҙә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ, башҡортса йырҙар тыңлайбыҙ. Шулай уҡ тормошта килеп сыҡҡан ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һәр саҡ уларҙан сығыу юлын эҙләргә, бары тик маҡсатҡа ынтылып йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтәбеҙ», - тине Әлиә һәм Илнур Ласыновтар.
Икең тырыш булғанда, донъя ла алға бара. Эшһөйәр Ласыновтар гөрләтеп йәшәй: йылҡы малы тота, йәйен унан тәмле һәм шифалы ҡымыҙ эшләй. Тырыш ғаилә умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ихаталағы матур сәскәләр, баҡсалағы ишелеп уңған емеш-еләктәр ҙә был ҡотло йортта тырыш кешеләр йәшәүен дәлилләй. Уңған хужабикә йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар эшләй, емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар әҙерләй, тәмле бәлештәр бешереп, яҡындарын һөйөндөрә.
Татыу, берҙәм Ласыновтар йорттағы, ихаталағы барлыҡ эштәрҙе бергә башҡара. Балаларында ла бәләкәйҙән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша атай-әсәй. Улар бергәләп ауылдарҙа йәшәүсе атай-әсәйҙәренә, ҡартатай-өләсәйҙәренә ярҙам итергә лә ваҡыт таба.
«Иң мөһиме - күгебеҙ аяҙ, ғаиләбеҙ имен, балаларыбыҙ һау-сәләмәт булһын. Маҡсатыбыҙ - уларҙы уҡытып, һөнәрле итеп, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү», - тине Әлиә Зөфәр ҡыҙы. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ ҡабул булһын! Һеҙҙең ише күркәм, берҙәм, матур ғаиләләр күберәк булһын!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.