Ғаилә
22 Июля , 11:05

Парлы үтһен ғүмерҙәр!

Районда гөрләтеп донъя көткән, матур балалар үҫтергән күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Шуларҙың береһе - Беренсе Моҡас ауылында йәшәүсе Миңзәлә һәм Нурғәле Дилмөхәмәтовтар. Ауылдаштары уларҙы өлгөлө, тырыш ғаилә булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Күркәм ғаилә тураһында тулыраҡ сайтта:

Районда гөрләтеп донъя көткән, матур балалар үҫтергән күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Шуларҙың береһе - Беренсе Моҡас ауылында йәшәүсе Миңзәлә һәм Нурғәле Дилмөхәмәтовтар. Ауылдаштары уларҙы өлгөлө, тырыш ғаилә булараҡ белә һәм хөрмәт итә.

Беренсе Этҡол ауылы һылыуы Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы 1982 йылда Сибай педагогия колледжын тамамлап, Моҡас ауылы мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә.  Һылыу, ипле, мөләйем ҡыҙға ошо ауыл егете Нурғәле Әхмәҙиә улы тәү күреүҙән ғашиҡ була. Йәштәр танышып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1983 йылда ғаилә ҡора.

Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы утыҙ йылға яҡын үҙен изге һөнәрҙәрҙең береһе - уҡытыусы эшенә бағышлаһа, ғаилә башлығы ҡырҡ йылдан ашыу Сибай ҡалаһының урман хужалығында эшләй. Әле улар хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары. Әммә тырыш ғаилә ҡул ҡаушарып буш ултырырға яратмай: күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп, гөрләтеп йәшәй. Уларҙың ихаталарындағы күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө бик матур сәскәләр хужабикәнең матурлыҡ яратыуы тураһында һөйләһә, һәр ерҙәге бөхтәлек, төҙөклөк - ғаилә башлығының оҫта ҡуллы, бөтмөр булыуын дәлилләй. Эйе, донъя йөгөн икәү бергә тартҡанда ғына ул алға бара. Икеһе лә тырыш булған был парҙың йорттарында ҡот уйнай.

Дилмөхәмәтовтар ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итә. Балалары ла, ата-әсәләренән күреп эшлекле, маҡсатлы булып үҫә. Һәр ҡайһыныһы үҙҙәре теләгән һөнәр буйынса белем алып, уңышлы эшләп йөрөй. Өлкән ҡыҙҙары Нурзилә тормош иптәше Рәсүл менән менән Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Тырыш ғаилә үҙҙәренең шәхси эшен асҡан  - ветеринар дарыухана хеҙмәтен будырған.  Улдары Илшат - район эске эштәр бүлегендә ИВС начальнигы. Килендәре Лилиә Рәмил ҡыҙы - «Йондоҙло» балалар баҡсаһында тәрбиәсе.  Әлиә Сибай ҡалаһындағы «Айгөл» балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләһә,  тормош иптәше Азат вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Дилмөхәмәтовтар алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.

 «Һеҙҙеңсә нимә ул бәхет?» - тип һораным Миңзәлә Ишбулды ҡыҙынан. «Уны һәр кем үҙенсә аңлайҙыр. Минең өсөн бәхет ул - яныңда яратҡан, һине аңлаған тормош иптәшең менән парлап ғүмер итеү һәм  балаларыңдың һау-сәләмәт булыуы», - тип яуап бирҙе ул. Дилмөхәмәтовтар алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.

Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө уңайынан гәзит уҡыусыларға теләктәр еткереүҙәрен дә һораным мәҡәлә геройҙарынан. «Ер йөҙөндәге һәр кеше бәхетле булһын. Барыһы ла үҙ парын табып, өйләнеп-кәләш алып, ғаиләләре менән бәхеттә, именлектә, татыулыҡта йәшәһен. Ғаилә  көткәндә осраған тормош һынауҙарына бирешмәй, бер уйлы, бер һүҙле булып, татыу йәшәһендәр», - тине ҡырҡ йылдан ашыу бергә матур ғүмер кисереүсе Миңзәлә Һәм Нурғәле Дилмөхәмәтовтар.

Амин, шулай булһын!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас