Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә
22 Июля , 10:00

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, бергә барыбер еңелерәк

Тормош көткәндә бер уйлы, бер һүҙле булып, биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып йәшәгән күркәм парҙар һоҡланыу уята. Шундай ғаиләләрҙең береһе - Йомаш ауылында йәшәүсе Фәрхәнә һәм Шәрифйән Иҫәндәүләтовтар. «Егетте тәү күргәндә ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?»- тип һораным Фәрхәнә Мират ҡыҙынан. «Шәрифйән менән танышҡанға тиклем егеттәр менән йөрөгәнем юҡ ине. Ул тәү күреүҙән күңелемә ятты. Күп һөйләп бармауы, тыныс холҡо менән арбаны ул мине. Ул Бикештә, мин Йылайырҙа уҡыған саҡта хат яҙышып торҙоҡ. Саф мөхәббәт хистәре менән һуғарылған хаттар күңелле йәшлек осороноң матур бер иҫтәлеге булып әле лә һаҡлана. Ҡайһы саҡ ултырып уҡып, шул ваҡыттарҙы иҫләп алабыҙ», - тине Фәрхәнә Мират ҡыҙы. Матур ғаилә тураһында тулыраҡ сайтта:

Тормош көткәндә бер уйлы, бер һүҙле булып, биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып йәшәгән күркәм парҙар һоҡланыу уята. Шундай ғаиләләрҙең береһе - Йомаш ауылында йәшәүсе Фәрхәнә һәм Шәрифйән Иҫәндәүләтовтар.

Йомаш ауылы һылыуы Фәрхәнә Мират ҡыҙы менән Ислам ауылы егете  Шәрифйән Мөхәмәтйән улы 1975 йылда ғаилә ҡора. Уҙған йылда бәхетле пар алтын туйҙарын билдәләне. Гөрләтеп донъя көткән, матур балалар тәрбиәләгән Иҫәндәүләтовтарҙы ауыл халҡы ла ихтирам итә. «Фәрхәнә апай менән танышыу тарихын һөйләй алмаҫһығыҙмы икән?» - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем ғаилә башлығына. Ипле йылмайғандан һуң, түбәндәгеләрҙе бәйән итте ул: «Беҙҙең йәш саҡта халыҡ күпләп клубҡа киноға йөрөнө.  Һинд киноһы була тигәс, дуҫым менән йәйәүләп Исламдан Йомашҡа килдек. Кеше күп ине, артҡы рәттәрҙә генә бер-ике урын ҡалғас, шунда барып ултырҙыҡ. Күп тә үтмәй, фильм башланды. Шул саҡ һуңлап ҡына бер ҡыҙ килеп инде лә буш урын эҙләп улай-былай ҡарай башланы. Мин уны эргәләге буш урынға күрһәтеп, ҡул болғап саҡырҙым. Ул киноны хисләнеп илай-илай ҡараны. Аҙаҡ йәштәр тау яғына барабыҙ тигәс, баяғы ҡыҙҙы күҙләп, мин дә барҙым. Киске уйында танышып, оҙатып ҡуйҙым. Аллаға шөкөр, шунан бирле бергәбеҙ», - тине Шәрифйән Мөхәмәтйән улы бәхетле йылмайып.

«Егетте тәү күргәндә ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?»- тип һораным Фәрхәнә Мират ҡыҙынан. «Шәрифйән менән танышҡанға тиклем егеттәр менән йөрөгәнем юҡ ине. Ул тәү күреүҙән күңелемә ятты. Күп һөйләп бармауы, тыныс холҡо менән арбаны ул мине. Ул Бикештә, мин Йылайырҙа уҡыған саҡта хат яҙышып торҙоҡ. Саф мөхәббәт хистәре менән һуғарылған хаттар күңелле йәшлек осороноң матур бер иҫтәлеге булып әле лә һаҡлана. Ҡайһы саҡ ултырып уҡып, шул ваҡыттарҙы иҫләп алабыҙ», - тине Фәрхәнә Мират ҡыҙы.

Иҫәндәүләтовтар өйләнешкәс, Йомаш ауылына йорт һалып, шунда төпләнә. Икеһе лә оҙаҡ йылдар «Һаҡмар» колхозында намыҫлы хеҙмәт итә. Шәрифйән Мөхәмәтйән улы 42 йыл тракторсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фәрхәнә Мират ҡыҙы лаборант, фуражир, ветеринар була. Икеһе лә ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индереүсе хеҙмәт ветерандары.

Иҫәндәүләтовтар өс ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Балаларын үҙ өлгөләрендә тырыш, эшһөйәр итеп тәрбиәләп, һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Улдары Ғәзизйән, Сөләймән, Ғәлим вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Ҡыҙҙары Филүзә - ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһында музыкаль етәксе. Бәхетле өләсәй менән ҡартатайҙың ун ейән-ейәнсәре, 2 бүләһе бар.  

Фәрхәнә Мират ҡыҙы әсәһе Бәлхәмә Низаметдин ҡыҙының буҙа эшләү шөғөлөн дауам итеүсе лә. Унан һабантуйҙарға, төрлө байрамдарға,  туйҙарға буҙа эшләп биреүен һорап йыш мөрәжәғәт итәләр. Уңған ханым шулай уҡ милли аш-һыу - ҡорот, эремсек, талҡан эшләү оҫтаһы ла. Ә уның ҡомалаҡ әсеткеһенән күпереп бешкән хуш еҫле икмәген яратмаған кеше юҡтыр! Булдыҡлы кеше бар яҡлап та булдыҡлы шул! Фәрхәнә Мират ҡыҙы халыҡ медицинаһы буйынса дауалау һәләтенә лә эйә. «Был һәләт әсәйемдәр күскәндер. Нимәнәндер ҡурҡҡан кешеләргә ҡот ҡоям, тел-теш ҡырҡам, оҙаҡ атламаған балаларҙы алып килһәләр тышауын ҡырҡам. Хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам», - тине ул.

Иҫәндәүләтовтар ауыл тормошонда ла әүҙем. Фәрхәнә Мират ҡыҙы оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, әле «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы.

«Апайым менән еҙнәйем - туған йәнле, ихлас, ярҙамсыл кешеләр. Беҙ уларҙың бер-береһен хөрмәт итеп, татыу йәшәүҙәренә һоҡланабыҙ. Дәртле лә улар. Апайыбыҙ ниндәй генә сара үтһә лә әүҙем ҡатнаша. Бешеренеп, самауырын алып, күсенеп йөрөй ул. Ә уның ныҡлы терәк-таянысы булған еҙнәйебеҙ һәр саҡ уның һәр башланғысын хуплап,  берәй ауылға булһынмы, район кимәлендәге сара булһынмы, техникаһы менән алып бара, алып ҡайта. Тағы ла шуныһы,  телевизор, йә радиола берәй дәртле көй ишетһә, апайыбыҙ ултырып сыҙамай, бейергә төшә. Еҙнәйебеҙ уны дәртләндереп, ҡул сабып ултыра. Бына шулай күңелле йәшәй улар. Ҡәҙерлеләребеҙгә артабан да матур, бәхетле ғүмер теләйбеҙ» - тине  Миңзәлә Мират ҡыҙы.

Мал тотоп, баҡса үҫтереп, гөрләтеп йәшәй Иҫәндәүләтоватар.

«Эшһеҙ ултырырға яратмайбыҙ. Тормош иптәшем менән иртәнге сәйҙә үк көн планын төҙөйбөҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, сөкөрләшеп, бар эштәрҙе бергә эшләргә тырышабыҙ», - тине Фәрхәнә Мират ҡыҙы.

Иҫәндәүләтовтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөштәрен индерә: өй шарттарында тәмле итеп ҡорот, талҡан эшләй, сохари киптерә, сөсө икмәк бешерә, шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләп ебәрә.

«Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар булараҡ, яңы өйләнешкән ҡыҙ һәм егеттәргә ниндәй алтын кәңәштәр бирер инегеҙ?» - тип һораным мәҡәлә геройҙарынан. «Тормош көткәндә ниндәй генә һынауҙар осрамаһын, бирешмәһендәр, уны лайыҡлы үткәрә белһендәр. Иң мөһиме, бер-береһен аңлаһындар, татыу булһындар. Береһе ут булғанда, икенсеһе һыу булһын. Ғүмер бик тиҙ үтә. Матур тормоштоң ҡәҙерен белеп, парлап-гөрләп йәшәһендәр», - тине улар.

Йәшлек мөхәббәттәрен һүрелтмәй, тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп етәкләшеп килгән Фәрхәнә һәм Шәрифйән  Иҫәндәүләтовтарҙың матур ғүмер юлы күптәргә үрнәк.

   

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас