Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Башҡортостанда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» барлыҡ ишле һәм берҙәм ғаиләләргә оло ихтирам билдәһе булып тора. Беҙҙең районда ла күркәм, матур ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Шуларҙың береһе - Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Гөлсинә һәм Айнур Сибаевтар. Дүрт бала тәрбиәләгән, тырышып донъя көткән, хеҙмәттәре менән ихтирам яулаған Сибаевтарҙы ауылдаштары ла ихтирам итә.
Ғаилә башлығы Айнур Мөхтәр улы ошо ауылда тыуып үҫкән, тамырҙары менән ошо ергә береккән. Ул Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы булып, өсөнсө йыл инде уңышлы эшләй. Тормош юлдашы Гөлсинә Юлай ҡыҙы – ғаилә башлығының уң ҡанаты, һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп тороусы. Баймаҡ районы Дәүләт ауылынан булған ханым үҙенең 20 йыллыҡ хеҙмәт стажын балаларға белем биреүгә арнаған. Ул – коллегалары араһында хөрмәтле уҡытыусы, балаларына яратҡан әсәй һәм хәстәрлекле ҡәйнә, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы өлгөр, дәртле ҡатын-ҡыҙ. Быларҙан тыш, ул, «Ялҡын» халыҡ театры ағзаһы булараҡ, сәхнәлә сығыш яһарға ла ваҡыт таба. Быйыл уның актер булараҡ беренсе дебюты булды.
Гөлсинә менән Айнур дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙ өлгөләрендә матур, эшһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсирен, Туймазы ҡалаһында юридик белем алып, һөнәр үҙләштереп, бөгөн Сибай ҡалаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһында лейтенант. Әлеге ваҡытта үҙ ғаиләһен булдырып, матур итеп йәшәй. Гөлсирен Айнур ҡыҙы полиция хеҙмәтендә яңы ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙенең тырышлығы һәм намыҫлы булыуы менән коллективта ихтирам яулаған. Уның хеҙмәте юғары баһаланды - 2024 йылда Гөлсиренгә Эске эштәр министрлығының «Полиция отличнигы» билдәһе тапшырылды. Ул үҙ эшен яратып башҡара, һәр саҡ үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешергә тырыша.
Икенсе улдары Айтуған Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын «ҡыҙыл» дипломға тамамлаған. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хәрби бурысын үтәй. Үҙенең көсөн, ихтыярын һәм оҫталығын күрһәтеп, танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт юлын уңышлы дауам итә. Айтуған үҙенең хеҙмәтендә «Урал» йөк машинаһы водителе булараҡ та ҙур абруй яулаған. Был ауыр техниканың төҙөклөгө, уның ваҡытында кәрәкле урынға барып етеүе хәрби частың тулы хәрби әҙерлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Һалдат үҙенең хеҙмәт вазифаларына намыҫ менән ҡарай: машинаһын һәр саҡ тәртиптә тота, маршруттарҙы теүәл үтәй. Уның ышаныслы идара итеүе арҡаһында подразделениела матди-техник тәьмин итеү өҙөклөкһөҙ бара. Хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән тырышлығын, дисциплиналы булыуын һәм техниканы яҡшы белеүен часть етәкселеге юғары баһалай. Командирҙар уның ата-әсәһенә рәхмәт белдереп, улдарының тәртипле, эшсән булыуын билдәләй.
Ата-әсәһе, яҡындары Айтуғандың хеҙмәтен тултырып, имен-аман ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Сибаевтарҙың өсөнсө ҡыҙҙары Айгүзәл - Иҫке Сибай мәктәбенең 6-сы класын уңышлы тамамлаған. Ул - уҡыу алдынғыһы, төрлө ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай, үҙенең зирәклеген һәм тырышлығын иҫбатлай. Буш ваҡытында яратҡан шөғөлө — рәсем төшөрөү менән мәшғүл. Ҡыҙ был шөғөлөнөң уға илһам һәм күңеленә ял биреүен белдерҙе. Айгүзәл һылыу шулай уҡ ата-әсәһенә өй эштәрендә һәр саҡ ярҙам итә, ҡустыһын ҡарай.
Ә Ғәзинур балалар баҡсаһын тамамлап, яңы уҡыу йылын түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки быйыл ул мәктәпкә барырға йыйына. Уның төп сифаттарының береһе —яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ. Ул бер ҡасан да эшһеҙ ултыра белмәй: өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара, ата-әсәһенең ышаныслы терәгенә әйләнгән. Уны ата-әсәнеһенең "уң ҡулы" тип тә йөрөтәләр, сөнки Ғәзинур көсө етерлек булған һәр эште еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Был сифаты уға киләсәктә лә ярҙам итәсәк, сөнки белем донъяһына аяҡ баҫырға торған бала өсөн был иң кәрәкле һыҙаттарҙың береһе. Ул үҙенең маҡсаттарына табан ышаныслы аҙымдар яһай.
Гөлсинә Юлай ҡыҙы һәм Айнур Мөхтәр улы —бейеү сәнғәтенә ғашиҡ парҙар. Улар һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнашырға тырыша. Шулай уҡ «Атайсал» бейеү ансамбле составында «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында үҙҙәрен һынап ҡарап, тамашасылар һәм баһалама ағзаларының һөйөүен яуланы.
Сибаевтарҙың ҡотло, нурлы йортонан йылылыҡ, нур бөркөлә. Улар ауыл ерендә мал-тыуар көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп йәшәй. Гөл-сәскәгә күмелгән ихата, емеш-еләкле баҡса ла бында тырыш хужалар йәшәүен дәлилләй. Бында барыһы ла тырышлыҡ, күңел йылыһы биреп башҡарыла. Хужабикәнең уңған ҡулдары аш-һыуҙы тел йоторлоҡ итеп әҙерләһә, ғаилә башлығы йорт-ҡураны тәртиптә тотоу өсөн бар көсөн һала. Уларҙың хеҙмәткә һөйөүе балаларына ла күсеп, бер бөтөнлөк, тулылыҡты тәшкил итә.
Гөлсинә һәм Айнур Сибаевтар ғаиләһе — көслө рухлы, бер-береһенә терәк булып йәшәгән, матур балалар үҫтергән өлгөлө пар, күркәм ғаилә. Уларҙы туғандары, яҡындары ярҙамсы, киң күңелле кеүек матур сифаттары өсөн дә хөрмәт итә. Был ғаиләнең йортонда һәр ваҡыт ҡунаҡсыллыҡ хөкөм һөрә, улар килгән һәр кемде ихлас йөҙ менән ҡаршы ала, матур итеп оҙатып ҡала.
Хеҙмәттәре менән ауылдың социаль-иҡтисади, мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән, балаларына матур тәрбиә биргән был күркәм ғаилә һоҡланыу уята.
Быйыл үҙҙәренең 25 йыллыҡ көмөш туйҙарын ҡаршылаған Гөлсинә һәм Айнур Сибаевтарға артабан да ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, эштәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Эльвира Танһыҡҡужина,
Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы.