Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған “Әле лә матурҙар, әле лә матур пар” исемле сара уҙғарылды. Матур кисәгә ауылдың иң уңған, иң өлгөлө ун ғаиләһе саҡырылды.
Кисәне Нурия Ғатауллина менән Гөлбикә Кейекбаева алып барҙы. Сара сәбәпселәренең һәр береһе бер уйлы, бер һүҙле булып, ғүмер йомғағын матур һәм татыу һүтә.
Айрат һәм Рәхимә Күсеевтар тап шундайҙарҙан. Айрат Нуретдин улы мәктәпте тамамлағас та колхозда механизатор булып эшләй. Әрме сафынан ҡайтҡас яратҡан эшен дауам итә. Ситкә китеп йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Улар икеһе лә колхозда эшләне. Ғаилә башлығы тырыш хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Рәхимә Сафа ҡыҙы колхозда кадрҙар бүлеге мөдире, техника хәүефһеҙлеге буйынса инженер, колхоздың профсоюз комитеты рәйесе булып хаҡлы ялға сыҡты. Улар өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Рәхимә менән Айрат 47 йылдан ашыу Герой-әсә Ынйыбикә Күсееваның өмөтөн аҡлап, уға ла ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Был сарала Рәмилә менән Усман Күсеевтар ҙа сәхнәгә ҙурлап сығарылды. Усман - колхоздың алмаштырғыһыҙ иретеп йәбештереүсеһе. Әле, хаҡлы ялда булһа ла, урындағы хужалыҡтың бар эштәрендә ҡатнаша, ярҙам итә. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ла мейестәр эшләп оҙатты. Ауыл халҡы ла уның ярҙамын һәр саҡ тойоп тора. Кемгә торба төшөрөргә, өйгә мейес сығарырға кәрәк, уға мөрәжәғәт итәләр. Ҡатыны Рәмилә оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Улар ғаиләлә өс бала үҫтерәләр, тик ҡыҙҙары Венера ғына яҡты донъя менән иртә хушлаша. Күсеевтар 47 йыл бергә ғүмер итә. Балалары, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп ғаилә ҡороп, Баймаҡ, Өфө, Сибай ҡалаларында йәшәй.
Ауылдың тағы бер абруйлы ғаиләһе - Ләлә һәм Риза Ниғмәтуллиндар. Улар Себер яҡтарында эшләп, «ауыл тарта», тип тыуған яҡтарға ҡайтып төпләнә. Береһе - һатыусы, икенсеһе водитель булып хаҡлы ялға сыҡҡан. Риза Насип улы ауылдың ветерандар советы рәйесе булды. Уның инициативаһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы барлап-теүәлләп, мәҙәниәт йорто залына ҙур баннер эшләтеп ҡуйылды. Ләлә Аркадий ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына баҫты. Оло ғорурлыҡ менән ул үҙенең икенсе ҡыҙының ғаиләһе менән дин юлында булыуҙарын бәйән итте. Улар ҙа ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. 47 йыл матур һәм өлгөлө ғүмер итәләр.
Гөлгөнә һәм Рәис Кәримовтар ҙа - ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе. Рәис Хәмзә улы бала саҡтан уҡ колхоз эшенә тартыла торған булды. Ауылда уның ярҙамын күрмәгән кеше юҡтыр, ә урындағы хужалыҡта ул алмаштырғыһыҙ механизатор булды. Тормош иптәше Гөлгөнә Азамат ҡыҙы ла ошо ауыл ҡыҙы. Сәстәрен-сәскә бәйләп 45 йыл ғүмер итәләр. Өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙҙары хәҙер уларҙы һөйөклә ҡартатай, ҡартәсәй итеп һөйөндөрәләр. Гөлгөнә хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Уны уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ихтирам итте. Бына шулай һәр эштән ләззәт алып, ауылдаштары өсөн хеҙмәт иткән матур парҙар улар.
Мерәҫ ауылынан килен булып төшкән Нурия тураһында мин бер тапҡыр уның оҙаҡ йылдар ҡәйнә менән тороуына һоҡланып матбуғатта мәҡәлә лә яҙған инем. Сәхнәлә уға «Ҡәйнә менән оҙаҡ йәшәү сере нимәлә? Нисә йыл бергә йәшәнегеҙ?» - тигән һорау бирҙеләр. «Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ. Миңә әсәйемдәр, таштай-ҡомдай батып, тор, әр һүҙенә тотонма. Үҙегеҙ таныштығыҙ, беҙ фатиха бирҙек, тип аҡыл өйрәттеләр. Мин 41 йыл ирем менән йәшәһәм, шуныңса йыл ҡәйнәм беҙҙең менән. Дөрөҫөрәге, ул беҙҙең кәңәшсебеҙ, ныҡлы тылыбыҙ», - тине. Тапҡыр яуап. Был йәштәр өсөн бигерәк фәһем алырлыҡ.
Нурия бында килен булып төшкәндән алып колхозда эшләне. Тырыш хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеме менән баһаланды. Тормош иптәше Самат Ғәйнислам улы Утарбаев тураһында ла тик йылы һүҙҙәр генә әйтергә була. Ул ауылдың, шулай уҡ урындағы хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ механизаторы булды. Улар Нурия Асрар ҡыҙы менән 41 йыл бергә йәшәп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Балалары Баймаҡта, Ниғәмәттә, Санкт-Петербургта йәшәйҙәр.
Сәхнәгә тағы бер-бер артлы матур ғаиләләр сыҡты. Мәктәпте тамамлағандан алып ауылдан ситкә китмәгән Ҡаһарманов Мансур Фәсхетдин улы менән Таңһылыу Әбделфәиз ҡыҙын да ауылдаштары ихтирам итә. Улар икеһе лә фермала эшләне. Таңһылыу - һауынсы, быҙау ҡараусы, Мансур ферма мөдире, фуражир булып эшләне. Улар ошо урында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Өс ҡыҙға уҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттеләр. Үҙҙәре сәхнәлә үк “Малайҙар булмағанға күрә, биш ейәнебеҙ бар”, - тиҙәр оло шатлыҡ менән. Таңһылыу һәр саҡ алдынғы һауынсы булды, бик күп Маҡтау грамоталарына эйә булды. Ҡыҙҙары төплө белем алып, тәрбиәсе, уҡытыусы һөнәре буйынса эшләй.
Мәҙинә Зәйнетдин ҡыҙы менән Рамаҙан Фазлиәхмәт улы ла мәктәп тамамлағандан алып колхозда эшләйҙәр, шунан хаҡлы ялға сығалар. Рамаҙан урындағы хужалыҡ ярҙам һораһа, әлбиттә, баш тартмай. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп, ун ике ейән-ейәнсәргә ҡартәсәй, ҡартатай булып йәшәйҙәр. Мәҙинә менән Рамаҙандың береһен ил әсәһе, икенсеһен ил атаһы тиер инем. Уларҙың улдары Радик 2022 йылдың 22 сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул дүрт-биш тапҡыр төрлө юғары наградаларға лайыҡ булды. Мәрхүм булғандан һуң, Батырлыҡ ордены ла килеп етте. Икенсе ҡыҙҙарының тормош иптәше лә яуҙа батырҙарса һәләк булды. Улының төҫө булып, дүрт ейән-ейәнсәрҙәре ҡалды. Уларға сабырлыҡ ҡына теләйһе ҡала. Хөсәйеновтар 44 йыл матур, өлгөлө ғаилә, ауылдың күрке булып йәшәйҙәр.
Ауылдаштары алдында оло ихтирам ҡаҙанған Сакин Ғәлим Ғәбит улы менән Нурбикә Вәлләм ҡыҙы алҡыштар менән сәхнәгә күтәрелде. Улар ҙа шулай уҡ уҡыу бөтөү менән ауылда ҡала. Нурбикә һөтсөлөк фермаһында, балалар баҡсаһында эшләй. Улар күптәргә өлгө булып 40 йыл бергә ғүмер итәләр. Ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Туғандарына ярҙам итәләр. Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ.
Артабан Рәймә Далха ҡыҙы менән Самат Сәғит улы сәхнәгә күтәрелде. Самат Сәғит улы оҫталыҡ эшенә атаһынан уҡ өйрәнеп ҡалғандыр. Төҙөлөш буйынса ҡалала уҡып килгәс, оҙаҡ йылдар колхозда прораб булып төҙөлөш эштәрен ойошторҙо. Рәймә Далха ҡыҙы, институтты тамамлағас, Ниғәмәт мәктәбенә уҡытырға килде. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләне. Һуңғы йылдарында мәктәптә уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булды. 43 йыл бергә йәшәп, өс балаға белем алырға ярҙам итеп, уҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Ҡыҙы һәм улы һөнәрҙәре буйынса ҡалала эшләй, йәшәй һәм балалар үҫтерәләр. Кесе улдары Зәкир атаһының уң ҡулы ғына түгел, ауылда бар спорт сараларын ойоштороусы һәм үҙе лә ҡатнашыусы. Самат Сәғит улы ауылда бик күптәргә тәҙрә кәсәктәре, рамдар, тәҙрә йөҙлөктәре эшләне.
Ошондай уҡ ғаиләләрҙең береһе Риф Ғәйфулла улы менән Зифа Әхмәҙулла ҡыҙы ла сәхнәгә ауыл халҡының алҡыштары менән килеп баҫты. Риф шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Зифа Әхмәҙулла ҡыҙы медучилище тамамлап, фельдшер булып эшкә килгәйне. Ниғәмәт ауылының Ниғәмәт урамына килен булып оҙатылды. Оҙаҡ йылдар ауыл медпунктында эшләне, ләкин уның күңеленә бала саҡтағы уҡытыусы булып эшләү хыялы тынғылыҡ бирмәй. Ул Сибай институтының биология факультетын тамамлап, 2003 йылдан мәктәпкә биология уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Уның иң оло ҡыуанысы - уны уҡытҡан уҡыусылары онотмай, байрамдарҙа ҡотлап тора. Улар ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Риф менән Зифа 40 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәй.
Алып барыусылар Нурия Ғатауллина һәм Гөлбикә Кейекбаева һәр ғаиләгә нисек танышыуҙары, тормош иптәшен ниндәй сифаттары өсөн ихтирам итеүҙәре, ҡыҙыҡлы хәлдәр, иң бәхетле мәлдәр кеүегерәк һорауҙар бирҙе.
Һәр бер ғаилә, тормош юлын ҡайны-ҡәйнә менән бергә йәшәп,тормош дәресенең иң кәрәкле аҡылын алып сыҡҡан. Самат Сәғит улы ғорурлыҡ менән ата-әсәһен тиҫтә йылдан ашыу көтөүҙәрен, Нурия Асрар ҡыҙы менән Самат Ғәйнислам улы 41 йыл, Мәҙинә менән Рамаҙан да күп йылдар ҡәйнә менән тороуҙарын, шулай уҡ һәр береһе атай-әсәй ярҙамы менән матур йорт һалыуҙарын да әйттеләр. Барыһы ла эш урындарында, туйҙарҙа, киске уйындарҙа танышыуҙарын да инҡар итмәне.
Сараның төп биҙәге булып 40 йылдан ашыу ғаилә ҡотон һаҡлаусыларҙың ғаилә вальсы булды. Һәр ғаиләне яҡындары, балалары сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне. Ветерандар советы рәйесе Гөлсирә Ғәббәсова ла үҙенең шәхси бүләген тапшырҙы.
Ҙур сараны ойоштороусыларға, музыкаль яҡтан биҙәгән Рәмил Хәсәновҡа, “Һаҡмар һандуғастары “ансамбленә, уҡытыусы-йырсы, төрлө йыр конкурстары дипломанты Илфат Йәмлихинға, шундай уҡ дипломант Гөлсирә Ғәббәсоваға, һәүәҫкәр йырсы Нурбикә Сакинаға, Зилә Абайҙуллина етәкселегендәге “Наза”бейеү ансамбленә рәхмәт!
Рәйсә Иҫәнбаева, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Ниғәмәт ауылы.