Ғаилә
5 Июня , 06:07

Ауылымдың уңған ғаиләһе

Мерәҫ ауылында йәшәүсе Альбина һәм Марат Әбүшахминдар биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеүсе, матур, күркәм ғаилә. Улар  урам тултырып сәскә, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йыл һайын күпләп ҡош -ҡорт  алалар, кәртә-ҡура  тултырып мал аҫрайҙар. «Шул тиклем егәрле, булдыҡлы, матур ғаилә. Барыһын да эш итеп, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыш, эшһөйәр», - тип маҡтай уларҙы ауылдаштар ҙа. Тулыраҡ:

Һәр ауыл үҙенең  өлгөлө, күркәм ғаиләләре менән матур. Мерәҫ ауылында ла ундай ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе - Альбина һәм Марат Әбушахминдар.

Марат  Өмөтҡужа улы 1974 йылдың 4 июлендә Роза һәм Өмөтҡужа Әбушахминдарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. 8-се класҡа тиклем Мерәҫ урта  мәктәбендә белем ала. Уҡып бөткәндән һуң Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. 1992-1994 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә.

 Альбина Шәмситдин ҡыҙы 1974 йылдың 1 майында Хәйбулла районының Вәлит ауылында Флүрә һәм Шәмситдин Хафизовтарҙың ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. 1981 йылда 1- се класты тамамлағас, яҙмыш ҡушыуы буйынса уларҙың ғаиләһе Мерәҫ ауылына күсеп килә. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ Өфө районы "Алексеевка" совхозында хеҙмәт юлын башлай.

Ике йәш йөрәк 1994 йылда ғаилә ҡора. Матур ғаиләне тулыландырып, биш ҡыҙҙары - Сәймә, Рита, Лилиә, Милә, Ғәлиә донъяға килә. «Ҡыҙҙарығыҙға матур-матур исемдәрҙе кем һайланы?» - тип һораным әсәй кешенән. «Тәүгеһенә атаһы, икенсеһенә мин, өсөнсөһөнә йәнә атаһы, шулай дауам итте», - тип йылмайҙы Альбина ханым. Татыу, ярҙамсыл, үҙ-ара әхирәт булып буй еткерә сәскәләй матур ҡыҙҙар. Өлкән өс ҡыҙҙары кейәүҙә, һәр береһе ғаиләләре менән үҙҙәренең шәхси йорттарында йәшәй. Мәҡәләм геройҙары хәҙерге  ваҡытта ике ейән,  бер ейәнсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй.

  Ғаилә башлығы Марат Өмөтҡужа улы хеҙмәт юлын «Таналыҡ» колхозында водитель  булып  башлай. Оҙаҡ йылдар хужалыҡта эшләгәндән һуң, 2008 йылдан вахта ысулы менән эшләй. Ул - автокран водителе. Ә Альбина Шәмситдин ҡыҙы 2006 йылда Мерәҫ ауыл клубына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша һәм 2024 йылға тиклем эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Әбүшахминдар урам тултырып сәскә, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йыл һайын күпләп ҡош -ҡорт  алалар, кәртә-ҡура  тултырып мал аҫрайҙар.

«Шул тиклем егәрле, булдыҡлы, матур ғаилә. Барыһын да эш итеп, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыш, эшһөйәр», - тип маҡтай уларҙы ауылдаштар ҙа.

Эйе, балаларға аҡыл өйрәтеүгә ҡарағанда, уларға өлгө булыу күпкә яҡшы һәм дөрөҫ тә. Ғаилә быны яҡшы аңлай.

Альбина менән Марат Әбүшахминдарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә ошо көндәрҙә 32 йыл була. Уларға оҙон-оҙаҡ, әлегеләй татыу һәм матур йәшәргә яҙһын! Һеҙҙең ише ғаиләләр -  ауыл йәме!

Рафиға ҒАЗИНА,

Мерәҫ ауылы китапханасыһы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас