Ғаилә
22 Мая , 06:25

Һибәтуллиндар - Ниғәмәт ауылының күркәм ғаиләһе

Быйыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе күп балалы ғаиләләргә иғтибарҙы көсәйтеүгә, ғаилә-ара ҡиммәттәрҙе нығытыуға ҡайтып ҡала.  Күп  балалы, татыу ғаилә тураһында һүҙ йөрөткәндә,  күркәм, үҙ көстәре менән тырышып матур  донъя көткән, тәүфиҡлы һәм маҡсатлы балалар тәрбиәләгән  ябай башҡорт ғаиләһе күҙ алдына баҫа. Шундай  ғаиләләрҙең береһе - Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Ринат һәм  Гөлниә Һибәтуллиндар. Биш ул тәрбиәләгән матур ғаиләне ауылдаштары өлгөлө, тырыш булараҡ белә һәм хөрмәт итә... Мәҡәлә тулыһынса сайтта:

Ринат Нурмөхәмәт улының ауылда ҡалырға ҡарар итеүенә  атаһы Нурмөхәмәт Мырҙағәле улының  колхозда оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләп, һаулығы ҡаҡшауы, әсәһе Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙының да йыш ауырыуы сәбәпсе була. Шуға уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән йәш белгес, туған мәктәбенә эшкә ҡайта.  2008 йылда Таулыҡай ауылы ҡыҙы Гөлниә Мазһар ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Ҡайны-ҡәйнәһе менән татыу йәшәп,  уларҙы һуңғы көндәренә тиклем матур тәрбиәләй уңған килен. Һибәтуллиндарҙың тәүге өс малайҙары   үҫкәндә  ҡартатай менән ҡартәсәй ҙә иҫән була әле. «Ҡайным һәм ҡәйнәм менән бергә йәшәү беҙгә өсөн оло  тормош тәжрибәһе бирҙе һәм  бәхетле осор булды. Малайҙарҙы тәрбиәләүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ине», - ти Гөлниә Мазһар ҡыҙы.

  2018 йылда йәштәр яңы йорт һалып сыҡты. Бөгөнгә көндә Ильяс, Илназ, Нияз – мәктәп уҡыусылары, ә кескәй Нурсолтан менән Динислам мәктәпкәсә төркөмдә йөрөйҙәр. Ғаилә башлығы Ринат Нурмөхәмәт улы Ниғәмәт мәктәбендә физкультура һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәренән уҡытһа, Гөлниә Мазһар ҡыҙы мәктәпкәсә төркөмдә кесе тәрбиәсе булып эшләй.  Ошо осорҙа Ринат Нурмөхәмәт улы ситтән тороп, Магнитогорск дәүләт университетының тарих бүлеген тамамланы, Гөлниә Мазһар ҡыҙы Көнсығыш-иҡтисади дәүләт универитетында мәктәпкәсә белем биреү бүлегенең һуңғы курсында белем ала.

 «Татыу ғаиләнең серен нимәлә күрәһегеҙ?» - тип һорағас, ғаилә башлығы: “Ғаиләлә иң тәүҙә быуындан – быуынға, ата-әсәләрҙән күсә килгән үҙ ғаиләңә ҡағылышлы булған ғәҙәттәр, йолалар үтәлергә   тейеш, тип уйлайым. Был ғәҙәттәргә тормош тәрбиәһе, хеҙмәткә өйрәтеү, белемгә ынтылыш, милли рух, тоғролоҡ кеүек ҡиммәттәр инә.  Беҙ балаларҙа яуаплылыҡ һәм  ынтылыш сифаттарын тәрбиәләргә тырышабыҙ. Был сифаттарҙы  тәрбиәләүҙең юлын мин хеҙмәт, белем  һәм спорт тәрбиәһендә күрәм”, - тип яуапланы.

Эйе, Ринат Нурмөхәмәт улы, спортсы булараҡ, уның менән шөғөлләнеүгә ҙур урын бүлә  һәм улдарында ла спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй.  Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, малайҙар волейбол, баскетбол, милли көрәш, еңел атлетика, йөҙөү, йәйәнән уҡ атыу ярыштарында алдынғылар рәтендә. Ильяс, Илназ, Нияз  зонала, районда волейбол, баскетбол, көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү яулай. Улар шулай уҡ физик тәрбиә буйынса һәм  Гагарин олимпиадаһының район еңеүселәре. Нияз уҡ атыу буйынса ярыштарҙа призер, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса районда еңеүсе булды. Кескәй улдары Нурсолтан да, мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүсеһе булараҡ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Яңыраҡ ҡына ул районда физкультура буйынса Гагарин кубогында 2-се урын алды, “Урал батыр” конкурсында ла уңышлы сығыш яһаны.  Иң кескәй Динисламдың да һәләттәрен күреп,  тәрбиәселәр уға ҙур өмөт бағлап тора.  Әйткәндәй, Ринат Нурмөхәмәт улы 20 йылдан ашыу мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында үткән спартакиадала райондың волейбол командаһында  район намыҫын яҡлай.

 Һибәтуллиндар ғаиләһе ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауылда өмәләр, спорт саралары, үҙешмәкәр концерттар уларһыҙ үтмәй. Ринат Нурмөхәмәт улы һәр концерт һәм сараларҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы. Һибәтуллиндар  үҙҙәре лә ауылда йыш ҡына ярыштар ойоштора. Урамдар араһында бер нисә йыл рәттән  туғандары менән бергә аталары, ҡартаталары, БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Нурмөхәмәт Мырҙағәле улының иҫтәлегенә хоккей буйынса турнир үткәрәләр.    Һибәтуллиндар балаларында  хеҙмәткә ҡарата һөйөү, тырышлыҡ тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүлә. Мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә улар. Татыу, эшсән ғаилә хужалыҡта бөтә эштәрҙе лә  берҙәм көс менән башҡарып өйрәнгән.  Кәртәлә малдар күберәк булһа, малайҙарға эш тә етерлек, ғаилә бюджетына ла ярайһы ғына файҙа килә, тип иҫәпләй  атай менән әсәй. Әсәйҙең   бөтмәҫ  йорт эштәрен  бүлешергә  малайҙар һис аптырап тормай, ҙур ихласлыҡ менән ҡәҙерле кешеләренә ярҙам итә. Уңған улдар иҙән йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, һыйыр һауыу эштәрен  дә үҙҙәре белеп башҡара. Ғөмүмән,  өйҙә балаларҙың һәр береһенә  тәғәйен бурыс  йөкмәтелгән, өлкәндәре кескәй туғандары өсөн яуаплылыҡ та тойоп өйрәнгән.

    Шәжәрә, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, нәҫелдең күренекле шәхестәре,  тарихта булып үткән аяныслы ваҡиғаларҙың ғаилә яҙмышына йоғонтоһо ла балалар менән тәрән өйрәнелә. Һибәтуллиндар ҡасандыр репрессияға эләгеп, Иркутск өлкәһендә ятып ҡалып, ғаилә ҡорған, ҡартәсәләренең ике туған ағаһы Фазылғәйәндең балалары, ейәндәре менән бәйләнеш булдырыуға өлгәшкән.

        Ғаилә буш ваҡыттарын бергәләп үткәрергә тырыша. Кино ҡарау, ҡыш көндәре тауҙан шыуыу, туғандарҙың, бигерәк тә Таулыҡайҙа йәшәүсе ҡартатайҙары һәм өләсәйҙәренең хәлен белеү, ғаилә фотоларын ҡарау, һәм әлбиттә, аш-һыу оҫтаһы булып танылған әсәләре  бешергән тәмле пирогтар, торттар менән ғаилә табындары ҡороуға айырым  ваҡыт бүләләр.

 Ошо көндәрҙә биш балаға ғүмер бүләк иткән, уларға матур тәрбиә биргән Гөлниә Мазһар ҡыҙына БР Башлығы Радий Хәбировтың “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Ғаилә усағының ҡото һәм тоғро һаҡсыһы, өлгөлө  әсәйҙең юғары наградаға эйә булыуына  беҙ  бик шатбыҙ.

   Һибәтуллиндар ғаиләһе ябай ҙа, һоҡланғыс та. Балаларына  илһөйәрлек, рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһен, ғөмүмән, дөйөм тормош һабаҡтарын   һүҙ менән түгел, ә үҙ өлгөһөндә һеңдерә белгән    атай менән әсәй өсөн ҡыуаныс һәм  һоҡланыу тойғолары кисерергә генә ҡала. Татыу һәм өлгөлө ғаилә - ил күрке, милләтебеҙ  байлығы ул. Ринат һәм Гөлниә Һибәтуллиндар - тап шундайҙарҙан.

Рәмзиә ҒАЙСИНА.

Ниғәмәт ауылы.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас