БАЛАҠАЙЫМ
Бөгөн Тайба әбей таң һарыһынан торҙо ла ипләп кенә тышҡа сыҡты. Былай көндәрҙә лә ул иртә уяна, тик балаларын уятмаҫ өсөн ҡыбырларға ҡурҡып, тик кенә ята торғайны. Таңда күргән төшө тынғы бирмәне, шулай ҙа: “Хәйерлегә булһын”, – тип юраны. Хәйернасы тағы төшөнә инде. Бабайы ниңәлер уға оҙаҡ ҡарап торҙо ла:
– Әҙерлән, әбей, тиҙҙән “Йондоҙ”ҙо егеп киләм дә үҙем менән алып китәм”, – тине. Тайба хатта тертләп китте.
– Юҡ, юҡ, бабай, мин әле бара алмайым һинең яныңа. Мин китһәм, Моратшабыҙ ни эшләр? Үҙең ҡапыл ғына беҙҙе ташлап китеп ҡотолдоң да ҡуйҙың. Миңә анһат булды тиһеңме?
– Йәшәрҙәр, гел атай-әсәй елкәһендә йәшәргә тимәгән, хәҙер бит үҙҙәре 5 балаға атай-әсәй. Беҙ улар кеүек саҡта бер кемдән дә ярҙам көтмәнек, үҙебеҙ эшләп, уҡытып кеше иттек.
– Юҡ, бабай, уйлама ла, әле бара алмайым, Моратшам минһеҙ нисек йәшәр? – тип шыбыр тиргә батып уянды.
Был бабайға ни булды икән? Элек күренһә, һүҙһеҙ генә ҡарап тора ла, йылмайып китә лә бара торғайны. Һуңғы 2-3 йылда аят та уҡытып булмай, әллә шуға йәне тыныс түгелме икән? Хәйер биреп торам былай, тип уйланы ҡарсыҡ, тупһала ултырған ҡомғанын тотоп кәртә яғына ыңғайланы. Һыйыр әле тормаған, көйшәп ята. Тәһәрәтләнеп, ҡомғанды кире тупһаға ҡуйҙы ла үҙе лә ултырҙы. «Быйыл да аят уҡыта алмаҫбыҙ микән инде? Минең бер пенсиәгә нисәмә ауыҙ ҡарап тора. Эсмәһәләр, ул аҡсаны ла еткереп булыр ине. Юҡ бит! Алдан кешенән үтесләп, магазиндан яҙҙырып алып, ашап-эсеп бөтәләр ҙә аҡсаһы таҡа-тоҡа булып ҡала. “Үҙеңә хәйерлеккә”, – тип биргән 100 һум аҡсаны ла ҡай саҡ кире сәлдереп ҡуялар. Хәҙер, ата-әсәһенән күрмәксе, малайҙар ҙа эсә башланы”, – тип уйланып ултырған Тайба әбейҙең уйҙарын солан ишегенең асылыуы бүлде. Килене һыйыр һауырға сығып килә икән. Кисә лә ҡасып-боҫоп эсеп йөрөнө ул. Алай ҙа уянған, ҡайһы саҡта һыйыр көтөүҙән ҡалып та ҡуя. Баҡырып арыған һыйырҙы саҡ тороп һауа ла үҙ яйына сығарып ебәрә. Малҡайҙы тилмертмәй үҙе генә һауыр ине – быҙауға көсө етмәй. Ул арала килене һөтлө биҙрәһен соланға индереп ултыртты ла, һыйырын ҡыуырға сыҡты. “Аяҡ аҫтында ултырмаһаң ҡара таң менән”, – тип һөйләнгәнен ишетеп әбей урынынан ҡуҙғалды. “Йә тапап китер, булмаҫ тимә, эскән кеше алйот була бит”, – тип уйланы.
Моратшаның алдында “ҡәйнәм” тип юхаланып торһа ла, улы өйҙә булмаһа, йә эсеп ятһа, бәйләнеүгә аптырамай килене. Моратшаның эсеүендә лә әбей ғәйепле булып сыға. “Улың эскәс, мин дә эсәм”, – тип ебәрә. Килене һыйырҙы ҡыуып килде лә өйгә инеп китте, әбей ҙә уның артынан ыңғайланы. Ингәс сәй ҡуйҙы, килене кире ятҡан ине. Тайба әбей ни эшләргә белмәй торғанда улы ла уянды. “Әсәй, таң менән нимә эшләп йөрөйһөң?” – тип аптыраны.
– Әллә бер ҡайҙа йыйынаһыңмы?
– Әллә, бик һыуһата, сәй эсеп алайым, тигәйнем.
– Ә-ә-ә, – тине лә улы тәмәкеһен тотоп сығып китте. Ҡапыл иртәнге намаҙын уҡымағаны иҫенә төштө. Төнө буйы йөрөгән малайҙар йоҡлай, ейәнсәренең берәүһе күҙен асып ҡараны ла, икенсе яғына әйләнеп ятты. Тайба әбей намаҙын уҡып бөткәнсе сәйнүк ҡайнап таша башланы. Ярай әле оҙаҡламай Моратша инде, сәйнүкте һүндерҙе лә сәй яһап алды. Кисә ул артыҡ эсмәне, бисәһен ҡарауыллап, бер инеп, бер сығып, ишек алдында булды. Барыбер Рәүфәһе кискә иҫереп тә китте. Күп ваҡыт ул йәшереп ҡуйып эсә. Әле йоҡлап ятҡан бисәһенә ҡараны ла өндәшмәне, уғаса әсәһе сәйгә сыҡты.
– Ҡоро сәй эсәһең инде, балам, килен һаман йоҡлай, – тине лә Тайба әбей үҙенә лә сәй яһап алды.
Уйҙары тағы бөгөнгө төшөнә барып тоташты... Хәйернасы менән 50 йылға яҡын ғүмер кисереп, 8 балаға ғүмер бирҙеләр. Бабайы “ҡырын һалырға” бер ҙә аптыраманы. Ысын донъяла ята. Ул эсһә, әбейгә лә, балаларға ла көн бөтөр ине. Ҡышҡы бурандарҙа ла, көҙгө батҡаҡтарҙа ла, яҙғы әсе елдәрҙә лә балаларын етәкләп аҙ ҡасып йөрөмәне. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй өйҙән барыһын да ҡыуа ла сығара торғайны. Йәй көнө ярай йә һарай башында, йә мунсала төн үткәрәләр, ә ҡыштарын күршеләрҙә ҡунырға тура килә торғайны. “Кит тә бар шул ахмаҡты ташлап”, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Итәк тулы бала менән кемгә барып һыяһың. Әй, ғүмер тигәнең... Кешегә һынауҙы бирһә, бирә икән Хоҙай Тәғәлә. Балалар етем булмаһын тип түҙҙе, һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Бабайы ярай әле ҡартая килә әҙерәк ипкә ҡалды.
Тайбаға бәләкәстән генә етемлек һурпаһын эсергә тура килде. Өс йәштә генә әсәһе ауырып үлеп китте. Ағаһы менән Тайба үгәй әсәләренең күҙ ҡарашынан ҡурҡып үҫте, унан тағы ла ике һеңлеһе тыуҙы. Атаһының был ҡатыны ла 8-10 йәшлек балаларын етем ҡалдырып, йөрәк ауырыуынан вафат булды. Өсөнсө ҡатыны ипле генә күренһә лә, аталары һуғышҡа киткәс, балаларҙы үҙенсә “тәрбиәләй” башланы. Ағаһы ярай эшкә егелде, ә Тайбаны “әрәмтамаҡ” тип һыйҙырмай, нисек тә өйҙән ҡыуып ебәреү сараһын эҙләне. Шулай итеп, ныҡыша торғас, торфҡа эшкә ебәртте. Унан ҡайтҡас, тағы үгәй ҡыҙҙан ҡотолоу сараһын күрҙе. Тап шул мәлдә тәүге ҡатыны үлеп ҡалған Хәйернас Тайбаларҙың ауылындағы сыбыҡ осо туғанына ҡатын эҙләп килеп сыға. Быны ишетеп ҡалған үгәй әсә, әрһеҙләшеп уларға барып, үҙендә еткән ҡыҙ булыуын аңғартып китә. Хәйернастың туғаны өҙмәй ҙә ҡуймай ҡыҙҙы юхалап, димләп уға тормошҡа сығырға күндерә. “Димсе диңгеҙ кисерә”, – тиҙәр бит. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһы ла ризалаша, бисәһе ни тиһә – ул ни шул. Тайба илай-илай туғандары менән хушлашып, яңы тормошҡа юл ала.
Ҡәйнәһе иҫән саҡта былай ҡәҙимге генә йәшәнеләр, ҡыҙыу холоҡло иренән ҡәйнәһе ҡурсалап торҙо. Ҡыҙы, артынса малайы тыуғас, бар йыуанысты шуларҙан тапты. Яйлап балалар ишәйҙе, ҡәйнәһе мәрхүмә булып ҡалды. Ярай әле балаларын ҙурайтышты. Тайба колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө, ире колхоз малын көттө, эшләмәгән саҡтары ла күп булды. Совхоз ойошторолғас, Тайба һауынсы булып китте. Балалары үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, эйәле-башлы булып бөттө. Ҡайһылары туйһыҙ-ниһеҙ өйләнешеп йәшәп китте. Бер нисәүһен туй үткәреп башҡа сығарҙы, ә бер улы эсеү арҡаһында үлеп ҡалды. Башҡалары ҡәҙимге йәшәй. Атаһына оҡшап төпсөк улы ла эсеүҙе үҙ итте. Килене менән икәүләшеп эсәләр. Эсеп алһалар инде балалары ла онотола, донъялары ла “теүәлләнә”. Тайба әбей йәшерәк саҡта балаларҙы ла ҡараны, донъяны ла алып барҙы, әле лә хәленән килгәнсе тырыша. Әбей олоғайғас, уны эшкә һанамай башланылар. Өйҙә шайтан туйы ойошторалар, әшнәләре йыйылып китә. Күп ваҡыт шуларҙың таралышҡанын көтөп урамда йөрөй, йәй көнө ярай ҙа ул... Ярай күршеләре һәйбәт, хәлен аңлап, сәйгә саҡырып торалар. Ҡунып сыға. Йәй буйы типтереп йәшәп утын-бесән әҙерләмәйҙәр ҙә иртә яҙҙан малдың бесәне бөтә. Ҡыш көндәре сей утынды тоҡандыра алмай аҙапланалар.
– Һаман сәй эсәһеңме? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте әбей, килене торған икән. Сәйнүкте алып, һыу өҫтәп плитаға ҡуйҙы. – Хәҙер балалар тора, бергә эсерһең, сәйең һыуынып бөткән, – тине.
– Ярай, ярай, туйҙым инде, – тине әбей. Үҙе эстән генә: “Быға нимә булған: ипле һөйләшә, әллә пенсия ваҡыты етәме икән?” – тип уйланы. Тайба, 85 йәшен ҡыуалаһа ла, теремек кенә, еңел кәүҙәле. Башҡа балаларында йөрөп ҡайтһа, шәбәйеп китә. Тик уларҙа оҙаҡ йәшәй алмай, ҡайтҡыһы килә. Ғүмер буйы йәшәгән донъяһын, Моратшаһын һағына. Уны ҡурсалап, яңғыҙ йәшәгән ҡыҙы алам тиһә лә, бармай.
Балалар уяна башлағас, үҙҙәре генә эсһендәр тип, әбей ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. “Ҡояш арыуыҡ күтәрелгән икән дә баһа”, – тип уйланы. Тағы баяғы төшө иҫенә төштө. Бөгөн ниндәй көн икән, бабайға хәйер бирер кәрәк. Күрше-тирәһендәге тиңдәштәре лә ҡайһыһы йәшләй, ҡайһыһы олоғайып гүр эйәләре булып бөттө. Хәйер бирерлек әбейҙәр ҙә бик һирәк хәҙер. Мәрхәбә еңгәйгә алып барырға тура килер, бер ыңғай хәлен дә белермен. “Йә инде, был бабай тигенгә әйтмәне алып китәм тип”, – тип һаман төшөн уйланы. Әй, уйлай китһәң, бер быуат йәшәп, икенсе быуатта йәшәгәнгә ни ғүмер инде, Аллаға шөкөр. Аслығын да күрҙек, һуғышын да үткәрҙек, тыныс тормош төҙөү өсөн күпме көс түктек, һаулығыбыҙҙы юғалттыҡ. Ә хәҙергеләр ни үҙ һаулыҡтарын үҙҙәре ебәрә. Ошондай матур тормошта рәхәтләнеп эшләп, матур итеп йәшәргә лә йәшәргә ине уларға. Юҡ, эшләргә лә теләмәйҙәр, әҙергә-бәҙер йәшәүҙе, эсеүҙе хуп күрәләр.
– Тиҙ бул, әбей күреп ҡалмаһын, – тигән тауыш сағылды Тайба әбейҙең ҡолағына. Уғаса булмай ҡапҡаның ҙур ярығынан берәү күренеп ҡалған һымаҡ булды. Әбей йәһәт кенә тороп ярыҡтан эскә ҡараны. Арғы оста йәшәгән Ғәлимә, ҡултығына нимәлер ҡыҫтырып, артҡы ҡапҡаға йүнәлде, ә килене “ялт” итеп тупһанан менеп бара. Бынағайыш, былар тағы нимәнелер сәлдерҙе, моғайын. Моратша, балалар ҡайҙа икән?
Икеһе лә өйҙәге нәмәне һатып эсергә тартынмай, уларға башҡа әхирәттәре лә ҡушыла, алыусылары ла табылып ҡына тора.
– Туҡта әле, – тип Тайба әбей өйгә инде. Улы, балалар төпкө өйҙә иҫтәре китеп телевизор ҡарай. Килене урындыҡта ултыра ине, тороп унда төртөлөп, бында төртөлөп ҡараны ла: “Картуфты байҡайым әле, ҡорт баҫҡандыр инде”, – тигән булып сығып китте. Ейәнсәре килеп сыҡты ла:
– Әсәй ҡайҙа сыҡты ул? – тип һораны.
– Әллә, картуфтың ҡортон ҡарайым, ти ине, кем белә инде, икмәк бөткән, әле икмәк баҫҡан икән тиһәм. Кисә арыу төшөргән ине, башы ауырыйҙыр, ҡатын-ҡыҙ тиҙ бирешә бит ул, – тип һөйләнә-һөйләнә соланға сыҡты ла келәттәге ондо ҡарарға булды. Ишеген асыу менән сәселеп ятҡан ондо күреп, шунда уҡ аңланы. Һауытты асып ҡараһа, он кәмегән. Тегеләр тоҡ төбөнә он ҡойоп алғандар икән, биҙрәлә булһа күренә, ә былай ҡултығына ҡыҫтыра ла китә. Уй, һөйкөмһөҙҙәр, үҙ балаларының ауыҙынан тартып алып, һатып эсергә нисек күңелдәре төшә икән? Күпме әрләп тә, оялтып та ҡараны улы менән икәүләп, аңламағас, аңламаны инде. Туғандары ла килеп әрләп ҡаранылар, әсәһе илап әйтеп тә ҡараны. Юҡ шул, эсмәгәндә ҡәҙимге генә ҡатын, эсһә, бер нәмәлә эше юҡ. Хәҙер Моратшаға әйтер ине, уныһы дөмбәҫләп ташлар. Тайба әбей ейәнсәренән он иләтеп индертте лә сөсө икмәк баҫты. Моратша ла ҡайҙалыр сығып китте, моғайын, бисәһен байҡай киткәндер. Төшкөлөккә малайҙарҙан картуф әрсетеп бешертте, уғаса сөсө икмәк тә бешеп сыҡты. Атә-әсәһе ҡайтмағас, балалар үҙҙәре сәй әҙерләп, ҡартәсәһенең сөсө икмәген маҡтай-маҡтай сәй эстеләр ҙә сығып киттеләр. Улар үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп өйрәнделәр. Тайба әбей еңгәһенә хәйер алып барып, арыуыҡ ҡына һөйләшеп ултырып килде. Ҡайтыуына балалар өйҙә, килене менән улы ҡайтмаған ине. Ай-һай, икеһе бергә эсәләрҙер инде. “Әй, Моратша балаҡайым, минән ҡалһаң, ни эшләрһең инде, мин бит мәңгелек түгел”, – тип әсенеп уйланы. Балалар ни үҙ йүндәрен үҙҙәре күрер ҙә ул. Инде иллегә яҡынлаған улын ҡурсалап әбей төн буйы йоҡламай сыҡты, ә килене менән улы ҡайтманы. Иртәнге намаҙға торғас, Ришат менән Әлиәне уятып: “Һыйырға быҙауын ҡушығыҙ ҙа, имеп туйһа, һыйырҙы көтөүгә ҡыуығыҙ”, – тине. Килене балаларҙы йомшай һалмай. Төнө буйы телевизорға текләп, көнө буйы урам буйлап бушты-бушҡа ауҙарыуҙан башҡаны белмәйҙәр. Матур итеп әйтеп, хуплап ебәрһәң, эшләйҙәр былай. Иртәнге сәйҙе эсеп бөтөүгә килене ҡайтып инде. Малайҙарҙың: “Шул эсеүеңде туҡтатманың инде, атай булмаһа, өйгә индермәҫ инек”, – тиеүҙәренә ҡаршы һүҙ ташланы ла урынына барып ятты. Тайба әбей улын ҡурсалап урамға сыҡты. “Ҡайҙа ҡалды икән инде, ҡайтһа ни була икән килен менән”, – тип үрһәләнде. Иң ахыры өйгә инеп бәләкәй ейәнен Ғәлимәләргә ебәрҙе, моғайын, шундалыр.
Үҙе юл аша йәшәгән Ләлә күршеләренә хәл белешергә инде. Оҙаҡ ултырманы, эш менән булышып йөрөгән йәштәргә ҡамасауламайым тип, сәй эс тиһәләр ҙә сығып китте. Өйгә инде лә, улы күренмәгәс, сыҙамай кире урамға сыҡты. Бәләкәй улын эйәртеп Моратшаһы Ғарифтарҙан килеп сыҡты. Имен булғас булды, тип ҡыуанды. Өйгә яҡынлашҡан улынан: “Әй, балаҡайым, асһыңдыр ине”, – тип һораны ла Тайба әбей уң яҡтағы күршеһенә табан атланы. Алмабикә әбей ейән-ейәнсәрҙәре менән миндек бәйләй ине.
– Һаумыһығыҙ! – тип әбейҙән алда һаулыҡ һорашты балалар. – Килен, сәй ҡуй, еңгәмә күстәнәс менән сәй эсерәйек, – тине күршеһе.
– Юҡ, килен. Сәйгә туҡтап тормайым. Насип булһа эсербеҙ, булмаһа ни хәл итәһең, әйтеүеңә рәхмәт. Хәл белеп кенә сығайым. Ҡыҙыңда ҡунаҡта нисек йөрөп ҡайттың? Бала-сағалар ни хәлдә? Алмабикә килен, ғүмер буйы күрше булдыҡ, татыу йәшәнек. Ул-был булһа һеҙгә йүгерҙем, рәхмәт барыһына ла. Бер үтенесемде әйтеп үтәйем. Бер-бер хәл була ҡалһа, Моратшама күҙ-ҡолаҡ бул инде, ас йөрөмәһен. Йә ярай, эшегеҙ менән булышығыҙ, ҡайтайым әле. Моратшам астыр, яңы ҡайтып ҡалды. Тамағына берәй нәмә йүнләп эсерәйем, – тип урынынан ҡуҙғалды.
– Өй тулы кеше, моғайын, эсерҙәр, әйҙә ултыр, бәләкәй бала түгел дә баһа, – тине Алмабикә әбей. – Еңгә тағы ҡыҙыңа китергә булдыңмы әллә?
– Юҡ, юҡ. Ваҡытым юҡ әле, – тип ҡабаланып ҡапҡанан сығып китте.
– Ҡайҙа ҡабалана икән, былай саҡта сәғәтләп тә ултырып сыға торғайны, – тип аптырап һөйләнеп тороп ҡалды күршеһе.
Ҡапҡа тышына сыҡҡас, Тайба әбей урамдың үръяғына ла, түбәнге яғына ла ҡарап торҙо. Бала-саға уйнап йөрөй, машиналар улай ҙа, былай ҙа елдереп үтә, магазин яғында кешеләр өйөлөшкән, нәмә килгәндер инде, тип уйланы ла өйөнә ыңғайланы. Ул ингәндә Моратшаһы йоҡлай ине. Килене торған икән, һыуға сыҡты. Балалар телевизорға текәлгәндәр. “Һай, донъя, ярай шул нәмә бар, былай булһа ни менән көн үткәрерҙәр ине икән?” – тип уйланы ла ҡомғанын тотоп, тышҡа сыҡты. Тәһәрәт алып инеп, иртә булһа ла өйлә намаҙын уҡырға булды. Уҡып бөткәс, тәсбихен серванттағы ағас ҡумтаға һалды, намаҙлығын матурлап бөкләп баш аҫтына тыҡты. Унан халатын ябынып урынына ятты. Ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй ырғып тороп, халатын йоҡлап ятҡан Моратшаһының өҫтөнә алып барып япты. Унан балаларҙан, атайығыҙ тамаҡ эстеме, тип һораны. Эсмәне, тинеләр. Ас ҡына ята инде, балаҡайым, тине лә урынына барып ятты. “Минһеҙ нисек кенә йәшәр икән инде? Бынау бабай әллә ниңә ашыҡтыра, – тигән уй үтте башынан, ул арала йомолоп барған күҙенә Хәйернасы күренеп ҡалды. – Һа, килеп тә еткән, хуш бул Моратшам, ғәфү ит...” Тайба әбейҙең күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо...
Килене балалары менән, төшкө сәйгә тор, тип ҡысҡырҙылар ҙа, ярай аҙаҡ эсер әле, тип башҡаса өндәшмәнеләр. Көн кисләп бара ине, һул яҡтағы күршеһе Мәғүрә инде.
– Инәй йоҡлай икән дә, иртәгәлеккә төшкө сәйгә әйтәйем тигәйнем, – тине.
– Көнө буйы йоҡлайсы бөгөн, сәйгә лә торманы, – тине килене.
– Инәй, – тине әбейҙең эргәһенә барып Мәғүрә, дивандан һәленеп төшкән бер ҡулын матурлап һалайым тип ҡағылғайны – боҙ тоттомо ни!
– Абау, инәй үлгән дә инде, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Ҡатып бара ла баһа.
– Ҡайҙа? – килене ышанмай ҡәйнәһенең ҡулын тотоп ҡараны. – Бар, Алмабикә инәйеңә әйт, килһен! – тип ҡыҙын йүгертте.
– Ясин уҡытырға мулланы алдыр, – тине Мәғүрә.
Иртәгәһен Тайба әбейҙе ерләнеләр. Балалары, туғандары барыһы ла йыйылды. Берәүҙәр Тайба әбейҙе йәлләне, икенселәре ыҙалап ҡына йәшәне, теге донъяла ожмахтың түрендә булыр, тине. Ҡайһылары, хәҙер әбейҙең пенсияһы булмағас, былары нисек йәшәр инде, тип ҡайғырҙы.
Факиһа Таштимерова.