Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
4 Февраль , 12:01

Таулыҡайҙың уңған ғаиләһе

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» мәҡәле Таулыҡай ауылында йәшәүсе Наил Исхаҡовҡа ҡарата әйтелгән төҫлө. Бар эшкә маһир Наил Абулла улын ауылдаштары тырыш, уңған, ҡулынан бар эш килгән ир-егет булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Әлфиә һәм Наил Исхаҡовтар тураһындағы мәҡәлә тулыһынса сайтта:

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» мәҡәле Таулыҡай ауылында йәшәүсе Наил Исхаҡовҡа ҡарата әйтелгән төҫлө. Бар эшкә маһир Наил Абулла улын ауылдаштары тырыш, уңған, ҡулынан бар эш килгән ир-егет булараҡ белә һәм хөрмәт итә.

Төп эше - Мәләүез һөт комбинаты водителе булараҡ, эргә-тирәләге хужалыҡтарҙың һөтөн ташыһа, ҡалған һөнәрҙәре үҙенең оҫталығына, таҫыллығына бәйле. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар водитель булып эшләгән Наил Исхаҡовҡа ауылдаштарының боҙолған техникаһын, машиналарын йүнәтеп биреү бер ни түгел төҫлө. Һәр кемдең үтенесен кире ҡаҡмай, ярҙам итергә тырыша ул.

Исхаҡовтарҙың урам эсендә, малайҙары ярҙамында төҙөп алған ҙур гаражда, барлыҡ кәрәк-яраҡ, йүнәтеү өсөн ҡорамалдар йыйылған.

Бынан тыш, электр уты, һыу үткәреү, төҙөлөшкә ҡағылышлы барлыҡ эштәрҙе лә эшләй йүнсел ауылдашыбыҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә әленән-әле ярҙам итеп, был һөнәрҙәр буйынса ла оҫталығын арттыра. Шулай уҡ, сауҙа эшен алып барған Айгөл һеңлеһе өсөн дә алыштырғыһыҙ водитель, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырҙай изге йәнле туған да ул. Һуңғы йылдарҙа тағы ла бер һөнәр арттырҙы уңған ир-егет. Ит бысыу ҡорамалы һатып алып, халыҡҡа ошо төр хеҙмәтен тәҡдим итә.

Әлбиттә, эш режимы бик тығыҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан барыһына өлгөрөргә тырышып, дәртләнеп эшләй ул.

Уңған, алсаҡ күңелле, ихлас Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡора. Эшһөйәр, тырыш балалар тәрбиәләп үҫтерә Исхаҡовтар. Әйткәндәй, Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы урындағы мәктәптә башҡоорт теле уҡытыусыһы булып эшләй, юғары категориялы педагог. Оҙаҡ йылдар ойоштороусы, шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булды. Уҡыусылары район, республика ярыштары еңеүсеһе булып танылды. Малайҙар бар эштәрҙе кесе йәштән белеп үҫеп, атаһының төп ярҙамсылары булһа, бәләкәй Рәсилә һылыу әсәһенең төп терәге, уңған хужабикәнең ҡыуанысы.

Исхаҡовтарҙың өлкән улдары Мансур иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙ итһә, Айнур Өфөлә радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында белем алғандан һуң, ситтән тороп Мәскәү технология институтында инженер һөнәрен үҙләштерә. Әле икеһе лә ҡырҙа эшләй.

Айнур бала саҡтан милли көрәш менән шөғөлләнә. Район,  республика кимәлендәге еңеүҙәре бихисап егеттең. Өс тапҡыр Рәсәй беренселегендә призер була.

Исхаҡовтарҙың өсөнсө улдары Айгиз Сибайҙа медицина колледжында белем ала. Бәләкәйҙән тырыш, спортсы егет төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, волейбол, өҫтәл теннисы менән ныҡлап шөғөлләнә.

Рәсилә - урындағы мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы. Ул нәфис һүҙ оҫтаһы, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүсе булып таныла. Туған йәнле, ярҙамсыл, дуҫ-иштәре менән аралашып йәшәгән Исхаҡовтар йортонан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Ике яҡтан туғандарын хөрмәт итеп, аралашып, ярҙамлашып йәшәйҙәр.

Ауыл ерендә гөрләтеп донъя көткән, эштән, тормоштан йәм табып йәшәгән, күп балалы, эшһөйәр Исхаҡовтар ғаиләһенә артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

Әнүзә Азаматова,

Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас