Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Декабрь 2025, 09:45

Маҡсатыбыҙ - балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләү

Маҡсатыбыҙ - балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләү Республикала күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. 2025 йылда районда был юғары наградаға бөтәһе 22 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ була. Шуларҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Мозафарова. Матур, тәртипле балалар тәрбиәләүсе гүзәл затҡа район мәҙәниәт йортондағы республика көнөнә арналған сарала «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Лилиә Фәрит ҡыҙы тормош иптәше Ришат Юлай улы менән биш бала тәрбиәләй. Ниғәмәт ауылы ҡыҙы менән Баймаҡ ҡалаһы егете ауыл клубындағы киске уйында таныша. Йәштәр бер нисә йыл дуҫлашып, мөхәббәттәрен һынағандан һуң, 2003 йылда өйләнешә. Саф һөйөү хистәренә ҡоролған ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып дүрт малай һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Күркәм ғаилә тураһында тулыраҡ сайтта:

Республикала күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. 2025 йылда районда был юғары наградаға бөтәһе 22 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ була.

Шуларҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Мозафарова. Матур, тәртипле балалар тәрбиәләүсе гүзәл затҡа район мәҙәниәт йортондағы республика көнөнә арналған сарала «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Лилиә Фәрит ҡыҙы тормош иптәше Ришат Юлай улы менән биш бала тәрбиәләй.

Ниғәмәт ауылы ҡыҙы менән Баймаҡ ҡалаһы егете ауыл клубындағы киске уйында таныша. Йәштәр бер нисә йыл дуҫлашып, мөхәббәттәрен һынағандан һуң, 2003 йылда өйләнешә. Саф һөйөү хистәренә ҡоролған ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып дүрт малай һәм бер ҡыҙ донъяға килә.

Мозафаровтар заманға яраҡлаштырып бар уңайлыҡтары булған иркен йорт һалып инә. Лилиә Фәрит ҡыҙы ҡаланың «Йондоҙло» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Кескәйҙәрҙе үҙенең тәмле аштары менән һөйөндөрә. Ғаилә башлығы Ришат Юлай улы «Газпром» йәмғиәтенең  Баймаҡ бүлексәһендә эшләй.

Мозафаровтар балаларын үҙ өлгөләрендә аҡыллы, эшһөйәр, тырыш итеп тәрбиәләй. Өлкән улдары Айгиз менән Салауат мәктәп, унан уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, икеһе лә Тыуған ил алдындағы изге бурыстарын үтәп ҡайта. Егеттәрҙең хеҙмәт иткән частарынан ата-әсәһенә Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары йыш килә. Әле Айгиз себер тарафтарында медицина өлкәһендә эшләй. Салауат - атаһы менән  «Газпром» йәмғиәтендә.  Айгиз дә, Салауат та үҙ ғаиләләрен ҡорған. Өсөнсө улдары Ильяс - 3-сө мәктәптең 9-сы, Дим - 5-се класында белем ала. Кескәй Әминә «Йондоҙло» балалар баҡсаһына йөрөй.

Ата-әсә балаларының сәнғәт, спорт яғынан һәләттәрен үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала.

Егеттәр спорт менән дуҫ. Бигерәк тә футбол уйнарға яраталар һәм ярыштарҙан һәр саҡ призлы урын яулап, миҙал алып ҡайталар. Дим шулай уҡ баскетбол менән ҡыҙыҡһына. Ильяс  гитарала уйнарға ярата.

Мозафаровтар  туғандары, яҡындары менән аралашып, ҡатышып матур итеп йәшәй.

«Ҡәйнәм Ләлә Йәүәт ҡыҙы менән ҡайным Юлай Ирғәле улына, әсәйем Гөлсирә Сөләймән ҡыҙына шул тиклем рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт уларҙың ярҙамдарын, аҡыллы кәңәштәрен тойоп йәшәйбеҙ», - тине Лилиә Фәрит ҡыҙы.

Әсә кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тип ҡыҙыҡһындым юғары наградаға эйә булыусы әсәнән.

«Әсә кеше ғәҙел, оло йөрәкле, тырыш булырға тейештер, тием. «Әсәлек даны» миҙалы алыуым  бер яҡтан оло шатлыҡ булһа, икенсе яҡтан - ҙур яуаплылыҡ. Был исемгә тап төшөрмәй, артабан да матур итеп йәшәргә яҙһын. Балаларыбыҙға белем һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләү - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ », - тип мөләйем йылмайҙы Лилиә Фәрит ҡыҙы.

Өлгөлө, күркәм Мозафаровтар ғаиләһенең барлыҡ изге уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

 

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас