Килен һәм ҡәйнә. Был мәңгелек тема. Һәр кем уны үҙ миҫалында күрһәтеп, ҡәйнә һәм килен араһындағы мөнәсәбәтте һүрәтләй. Кемдер уны мәңгелек һуғыш барған кеүек күҙ алдына баҫтыра. Ә кемдер әсәй һәм ҡыҙ кеүек бергә матур йәшәгәндәрен белдерә. Бөгөн һүҙҙе тап шундай бәхетле ғүмер кисергән килендәрҙең береһенә бирәбеҙ. Ул – Алғаҙы ауылынан Римма Таштимер ҡыҙы Ҡунсбаева.
Римма һәм Кәбир Ҡунсбаевтар - Алғаҙы ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе. Был ғаиләгә уларҙың бәхетле йәшәүҙәренең серен белеп, уларҙы гәзит уҡыусыларына күрһәтеү маҡсатында барған инем. Әммә Римма Таштимер ҡыҙы ғүмер юлын бары тик ҡәйнәһе менән бәйләп, уға рәхмәттәрен генә белдереп һөйләне. Шуның өсөн дә был яҙманы ул нисек һөйләгән, шулай бирергә ҡарар иттек.
- Мин Әбйәлил районының Дәүләт ауылында донъяға килгәнмен. Әммә мәктәп йылдары Бөрйән районында үтте. Башланғыс класты - Ҡолғана ауылында, артабан 8-се класҡа тиклем белемде Байназарҙа алдым. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, 1982 йылдың февраль айында йүнәлтмә буйынса Әбделкәрим ауылының балалар баҡсаһына эшкә ебәрҙеләр. Тап ошонда буласаҡ тормош иптәшем Кәбир Ҡунсбаевты осраттым. Ул был ваҡытта “Баймаҡ” совхозының Алғаҙы бүлексәһендә көтөүсе булып эшләй ине.
Беҙҙең өйләнешеү ҙә ҡыҙыҡ килеп сыҡты инде. Кәбир миңә тәҡдим яһаһа ла, әле иртәрәк, тип риза булмай йөрөй инем. Ул ваҡытта миңә егерме генә йәш ине. Бер көн бүлмәмә бер инәй килеп инде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Һуңынан ул миңә: “Әйҙә, ҡыҙым, әсәйеңдәргә барып киләйек”, - тине. Аптырап киттем. Нимәгә, тип һорайым. “Былайтып йөрөмәгеҙ, берәй нәмә уйларға кәрәк”, - ти ул. Баҡтиһәң, ул Кәбирҙең әсәһе булған. “Юҡ, әле генә кейәүгә сығырға уйламайым. Институтҡа уҡырға ингем килә. Әсәйемдәр ҙә өйҙәрен эшләп бөтмәгән”, тинем. Ул ҡуймай ҙа ҡуймай. Шулайтып алып китте беҙҙе ауылға. Әсәйемә лә, кейәүгә сығырға уйламайым, уҡыйым тип иҫкәрттем. Ә ҡәйнәм әсәйемә: “Бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә ҡыҙ беҙҙеке инде”, - тигән дә ҡуйған. Әсәйемдәр шуға аптырашып, ризалашҡан. Яҙмышым шулдыр инде, тип мин дә күндем. 1983 йылдың 8 июлендә беҙ Кәбир менән ғаилә ҡорҙоҡ. Быйыл бергә йәшәгәнебеҙгә 42 йыл тулды. Үкенмәйем Кәбиргә кейәүгә сыҡҡаныма, Аллаға шөкөр, бәхетле ғүмер итәм. Ҡәйнәм мине тәүге көндән үк үҙ ҡыҙындай яратып ҡабул итте. Тормош көткәндә күп нәмә шуға бәйле бит инде.
Ҡәйнәм Хәтимә Ғәйнизар ҡыҙы ауылдың беренсе тракторсыһы була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул үҙ иңенә ир-егеттәр эшен алып, “тимер ат”ҡа ла менеп ултыра. Шуның менән ауыл хужалығында ер ҙә һөргән, уңыш та йыйып алыуҙа ҡатнашҡан. Баҫыу эштәре тамамланғас, ағас бысырға йөрөгән. Бер көн шулай урманға ике яҡлап тарта торған ҡул бысҡыһы менән ағас йығырға алып китәләр. Эшләп йөрөй торғас, ни өсөндөр ул унда бер үҙе ҡала. Яңғыҙ башҡара торған эш түгел бит инде. Шунлыҡтан ул да ҡайтып китә. Шуның өсөн уны эштән баш тарта, тип тейешле урынға алдап ошаҡлаусы табыла. Һөҙөмтәлә уны Йылайыр төрмәһенә алып китәләр. Совхоз рәйесе барып, кире алып ҡайта.
Мин килен булып төшкәндә ҡәйнәмә 60 йәш ине. Ул шундай егәрле булды. Ҡәйнәмә рәхмәт, бөтә балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтергән. Береһе лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Шуның арҡаһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәй йәшәйбеҙ. Ваҡытында ул өс улына ла һарыҡ тиреһен эшкәртеп, тун тегеп кейҙергән ине. Килен булып төшкәс, миңә лә тегеп бирҙе. Төлкө яға ҡуйҙыртып алдым уға. Пальтоһын да, салбарын да текте. Ҡәйнәмдең теген машинкаһы бөгөн дә бар.
Ике ҡәйнешем беҙ өйләнешкәндән һуң өйләнгәйне. Бәләкәй ҡәйнешемдең туйында ҡоҙағый был өйҙә хәҙер кем ҡала инде, тип һораны. Ҡәйнәм күп уйлап тормай: “Өйрәнгән яу һуғышмаға яҡшы, Кәбир менән Римма килендән айырылмайым”, - тине. Беҙҙе эргәһенән ебәргеһе килмәне. Ҡәйнәм менән 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек. Ул 90 йәшен тултырып, гүр эйәһе булды. Ҡайным Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған, Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан. Ул мин килен булып төшкәндә юҡ ине инде. 1982 йылдың июлендә мәрхүм булған.
Тормош иптәшем Кәбир менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ғәйсәр улыбыҙ ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Киленебеҙ Ләйсән менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Миңнияр улыбыҙ Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында йәшәй. Урындағы эске эштәр бүлегендә кинолог булып эшләй. Ғәлиә киленебеҙ менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Хәйҙәр улыбыҙ әле беҙҙең менән йәшәй. Атаһының уң ҡулы, ярҙамсыһы. Улдарыбыҙ менән бергә утын ярғыс ҡоролма эшләне. Әле бесән сапҡыс ҡора башланы.
Кейәүгә сыҡҡанда Әбделкәрим балалар баҡсаһында эшләй инем. Отпуск бөтөп, эшкә сығырға ваҡыт етеп килә ине. Ҡәйнәм мине иҫкәртеп ҡуйҙы: “Алғаҙыла ҡатындар эшләмәй. Өйҙә ултыраһың”. Бының менән ризалашманым, әлбиттә. Көнө килеп еткәс, иртәнсәк тороп, эшкә сыҡтым да киттем. Ҡәйнәм байҡап торғандыр ине, артымдан: “Ҡайҙа киттең?” - тип ҡысҡырып тороп ҡалды. Ләкин кире боролманым. Декрет ялына тиклем эшләнем. Һуңынан Алғаҙы мәктәбенә күстем. Шулай итеп, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алдым да киттем. Ә шулай ҙа хыялымды тормошҡа ашырып, 1991 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын ситтән тороп тамамланым.
Аллаға шөкөр, Кәбир ҙә уңған, егәрле ғаилә башлығы булып сыҡты. Алдына алған эште аҙағына тиклем алып барып еткермәйсә тынысланмай. Башлауы ғына көс. Өйөбөҙгә йылытыу системаһын үҙе үткәрҙе. Мунсаны ла үҙе эшләп ултыртты. Мейестәрҙе лә үҙе сығара. Балаларым да атайҙарынан күреп, уның өлгөһөндә хеҙмәтте яратып үҫте. Кәрәк булһа балтаһын да тоталар, техниканы ла ҡороп, йүнәтеп ултырталар. Күптән түгел бер ҡатын Кәбирҙән шуны йүнәттереп алырға ине, тигәс, аптырап киттем. Ирең бар ҙа инде, тием. Ә ул ирем ундай нәмәләрҙе эшләй белмәй ул, тигәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Минең ирем шундай оҫта ҡуллы булғас, башҡалар ҙа шулай икән тип уйлай инем.
Аллаға шөкөр, үкенмәйем яҙмышыма. Килен булып төшкәс, сит ауыл, бер кемде лә белмәйем бит инде. Йәшәй-йәшәй нығынып киттем. Кеше баҫҡан еренең ныҡлығын тойһа, батырлана икән ул. Бында ла мин һәр ваҡыт ҡәйнәмдең ярҙамын, таянысын тойҙом. Арҡалы килен булдым. Ҡыҙҙары килһә лә, бикәмдәр инде, ул: “Киленгә ҡарап ултырмағыҙ, барығыҙ, ярҙам итегеҙ”, - тип күрһәтмәһен биреп ултырыр ине. Бикәсемә лә рәхмәтлемен. Беҙ йәшәй башлаған ваҡытта магазинда нәмә юҡ саҡ ине. Таңһылыу балаларыма ла, үҙемә лә Магнитогорск ҡалаһынан кейем-һалым, һауыт-һаба, башҡаларын да алып килә торғайны.
Әле үҙем ҡәйнәмен. Ҡәйнәмә ҡарап, ҡәйнә булырға өйрәндем. Үҙемдең дә килендәрем уңған. Бер ғаиләлә үҫкән ике ҡыҙ баланы килен итеп алдыҡ. Матур ҡыҙ балалар тәрбиәләгән ҡоҙағыйым Тәнзилә Фәхретдиноваға рәхмәт. Уртансы улым Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгән сағында уҡ өйләнгәйне. Ғайсар улым ул ваҡытта армияла ине. Ҡайтҡас, киленемдең бер туған һеңлеһен алды ла ҡуйҙы. Ҡәйнәм тәүҙә быға ныҡ ҡаршы булды. Эргә-тирәлә булған хәл түгел, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡалған ҡатыны булараҡ, ҡәйнәмә бирелгән фатирҙы Сибайҙан алғайныҡ. Ул ваҡытта беҙҙең өйҙә бөгөнгөләй шарттар юҡ ине. Шул сәбәпле, ҡышҡылыҡҡа ҡәйнәмде Сибайҙағы шул фатирҙа йәшәгән Ғәйсәр улымдарға ебәрҙек. Яҙғылыҡҡа ҡайтҡас, ҡәйнәм Ғәлиә килен менән мине саҡырып алып: “Ыштобы ла Ләйсән киленгә һүҙ әйтмәгеҙ”, - тип беҙҙе иҫкәртеп ҡуйҙы. Был уның йәштәргә биргән фатихаһы ине. Беҙҙең Ләйсән килен тыныс ҡына инде. Ҡәйнәм нимә әйтһә лә өндәшмәй генә тыңлап, эшләп тик йөрөгән. Ҡәйнәмә шул оҡшаған. Ике киленемә лә ҡәйнәм һәйбәт булды. Өсөнсө киленемдең дә шундай эшлекле, аҡыллы ғына ғаиләнән булыуын теләйем.
Ҡәйнәмдең гүр эйә булғанына ла байтаҡ инде. Ләкин уның биргән кәңәштәрен бөгөн дә тотам. Миңә шундай ир, балаларыма атай тәрбиәләп үҫтергәне өсөн ҡәйнәмә мәңге рәхмәтлемен. Бөгөн беҙҙең бәхетле ғүмер итеүебеҙҙә ҡәйнәмдең дә тос өлөшө бар.
Ә беҙ инде ғүмер буйы күпләп йылҡы малы көттөк. Бейә һауабыҙ, ҡымыҙ бешәбеҙ. Һатыуҙа булмағас, иптәшем көбөләрҙе лә үҙе эшләп алған ине. Тағы ла кәрәк булғас, Бөрйән районынан икәүҙе, һуңынан Ейәнсура районынан берәүҙе һатып алдыҡ. Ҡымыҙҙы төрлө тәм менән эшләйбеҙ. Күберәк ыҫланған ҡымыҙ һорайҙар. Йәйләүҙә усаҡ бар, шунда уҡ көбөнө ыҫлап алабыҙ. Ҡымыҙҙы өйҙән дә, йәйләүҙән дә күпләп килеп алалар. Беҙ шулай уҡ Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы кафеға ла һатыуға сығарабыҙ.
Үҙем ҡул эштәре менән булышырға яратам. Кейеҙ һуғыу менән ҡыҙыҡһынам. Аҡ кейеҙ баҫтыҡ. Бөгөн ауылыбыҙға килен булып төшкән ҡыҙҙарҙы шуға баҫтырып ҡаршы алабыҙ. Әлеге ваҡытта күптән түгел генә ойошторолған “Ағинәйҙәр” төркөмөн етәкләйем. Эргәмә уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып алдым. Элекке мәктәптең бер бүлмәһен “Ағинәйҙәр” бүлмәһе итеп эшләп алдыҡ. Унда башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған мөйөш булдырҙыҡ. Үҙемдә булған, шулай уҡ башҡа ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрендә һаҡланған ҡомартҡыларҙан бүлмәбеҙҙе биҙәп алдыҡ. Урындыҡ һалып, балаҫ, буй юрғандар түшәнек. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың кейем-һалымдарын, биҙәүестәрен элдек. Күмәк көс менән шулай итеп бөгөн ағинәйҙәрҙең йыйылып һөйләшер, эш эшләр, саралар уҙғарыр мөйөшөн булдырҙыҡ. Быға ҡәҙәр “Миләш” ансамбле менән берлектә бөтә сараларҙа ла ҡатнаша инек. Хәҙер тағы ла беҙҙең көстәр артты. Таңһылыу Урманова менән берлектә ауылдағы барлыҡ сараларҙы бергә ойошторабыҙ. Шулай итеп, килен булып төшкән еремә ҡомдай, таштай батып, тормош иптәшем менән балалар үҫтереп, ҡәйнәмдең фатихаһы менән гөрләтеп донъя көтәбеҙ. Әйткәндәй, тормош иптәшем бөгөн Алғаҙы ауылының имам-хатибы. Ошо тәңгәлдә ауылдаштарға, йәштәргә дини ҡануниәттәрҙе өйрәтә. Балалар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән мәсеткә аяҡ баҫа. Белеүебеҙсә, иман булған ерҙә тыныслыҡ хакимлыҡ итә.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фотолар: