Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
25 Сентябрь 2025, 15:55

Икең тырыш булғанда донъя ла алға бара

Мәғрүр Ирәндек тауҙарына һыйынып ҡына ултырған хозур тәбиғәтле Мерәҫ ауылы күркәм ғаиләләре менән матур. Ауылда гөрләтеп донъя көткән, күпләп мал тотҡан, матур балалар тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе - Ҡәмәриә һәм Әхәт Нәҙербаевтар. Уңған ғаилә тураһындағы мәҡәлә сайтта:

Мәғрүр Ирәндек тауҙарына һыйынып ҡына ултырған хозур тәбиғәтле Мерәҫ ауылы күркәм ғаиләләре менән матур. Ауылда гөрләтеп донъя көткән, күпләп мал тотҡан, матур балалар тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе - Ҡәмәриә һәм Әхәт Нәҙербаевтар.

Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы 1970 йылда Арслан һәм Миңнур Байрамғоловтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Бала саҡтан тырыш, маҡсатлы, һәр эшкә яуаплы ҡараған, ата-әсәһе, ҡустыһына терәк-таяныс, туған йәнле кеүек сифаттарға эйә була ул. Тырыш ҡыҙ мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп, алдынғы уҡыусылар рәтендә була. Урындағы мәктәпте тамамлағас, документтарын Сибай педагогия училищеһына тапшыра һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә.

Унда белем алған осорҙо әле лә тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә ала Ҡәмәриә  Арслан ҡыҙы.

«Бик көслө уҡыу йорто булды, үҙ эшен яҡшы белгән педагогтар студенттарға төплө белем биреү өсөн бар тырышлығын һалды. Методиканы яҡшы өйрәттеләр. Ғөмүмән, ғүмерлек белем бирҙеләр, уларға ҙур рәхмәтлемен», - тине ул белем усағына, уҡытыусыларына оло хөрмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен белдереп.

 Унда дүрт йыл уҡып, ҡулына диплом ала, ә юғары белемгә Стәрлетамаҡ педагогия институтында өлгәшә. Йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған ауылы - үҙе уҡыған Мерәҫ мәктәбендә башлай.

Ә ғаилә башлығы Әхәт Әбделхай  улы 1967 йылда Бәхтигәрәй ауылында тыуа. Башланғыс 4 класс белемде урындағы мәктәптә ала, артабан тиҫтерҙәре менән 5-10-сы кластарҙы күрше Мәрәҫ ауылына йөрөп уҡый. Мәктәпте  тамамлағас, үҫмер «Таналыҡ» колхозында эш башлай, бер аҙҙан хәрби хеҙмәткә алына. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем Германияла хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп, тыуған яҡтарына ҡайта.

Йәш ҡыҙ һәм егет, биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1992 йылда ғаилә ҡора. Ике бала тәрбиәләп үҫтерә Нәҙербаевтар. Ҡыҙҙары Раушания менән улдары Илнар ата-әсәһен ҡыуандырып, аҡыллы, тырыш, тәрбиәле булып үҫә, мәктәптә яҡшы уҡыйҙар, Илнар Баймаҡ лицей-интернатын алтын миҙалға тамамлай. Икеһе лә юғары белем алып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса баш ҡалала уңышлы эшләп йөрөй. Раушания юридик өлкәлә эшләһә, Илнар - программист.

Ҡәмәриә менән Әхәт Нәҙербаевтарҙы ауылдаштары матур һәм өлгөлө  ғаилә булараҡ белә һәм ихтирам итә.

«Икеһе лә уңған, тырыш. Ауыл тормошонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Улар ише ғаиләләр - ауыл ғорурлығы», - тине Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев был күркәм ғаилә тураһында.

Эйе, хеҙмәттәре менән дә өлгө улар. Юғары категориялы уҡытыусы Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған. Ул 1989 йылда хеҙмәт юлын Мерәҫ мәктәбендә башлап, бөгөнгө көнгә тиклем үҙ эшенә тоғро ҡалып хеҙмәт итә. Уның дөйөм педагогик стажы - 36 йыл. Ошо дәүерҙә бик күп уҡыусыларға хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәткән, тиҫтәләгән класс сығарған. Уҡыусылары, мәктәп тамамлауға күп йылдар үтһә лә, беренсе уҡытыусыларын онотмай, ихтирам итеп, байрамдар менән ҡотлай, килеп хәл белә.

Күңел һалып башҡарған эшем, уҡыусыларым менән бәхетлемен, ти тәжрибәле педагог. Уларҙы фән тауына үрләтер өсөн бар тырышлығын һала ул. Балалар ҙа, уҡытыусыны һөйөндөрөп, район, республика  кимәлендәге  олимпиада, конкурстарҙа призлы урындар ала.

Үҙенең профессиональ үҫеше өсөн дә уҡытыусы даими эшләй, һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәргә өлгәшә. Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы 12 йыл етәкләгән методик берләшмә Аслаев һәм Ғәлләмов исемендәге мәртәбәле район методик конкурсында еңеүсе була һәм алдынғы өлгө, район педагогик хеҙмәттәре китабына индерелә. «Йыл уҡытыусыһы-2024» район конкурсында Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы иң ҙур - «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеү яулай.

Ҡ.А. Нәҙербаеваның үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, намыҫлы хеҙмәте мәғариф етәкселеге, район хакимиәте, БР мәғариф министрлығы тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Уға бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла ошо турала һөйләй. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһендә Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы БР-ҙың Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 

Тәжрибәле, маҡсатлы педагог уҡыусыларын дәртләндереү, уҡыуға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында мәктәптә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхитдин Байрамғолов исемендәге премия булдырған. Ул быйыл етенсе йыл дауам итә.

«Ҡартатайым Мөхитдин Фәхретдин улы бик уҡымышлы, изге күңелле, ихлас, эшлекле кеше булды, балаларҙы ныҡ яратты. Ҡустым менән минең өсөн күп гәзит-журналдар алдырҙы. Уларҙы үҙе уҡыр, беҙгә уҡытыр ине һәм һәр ваҡыт баҫмаларҙың һәр һанын матурлап тегеп бара ине. Мин мәктәптә уҡығанда китаптарымды полиэтилен шыптыр менән тышлап бирҙе. Уға тиклем барыһы ла гәзит менән тышлай ине. Уҡытыусы минең тышлы китапты класс һайын балаларға күрһәтеп, ошолайтып тышларгә кәрәклеген әйтте. Бала сағымдың матур хәтирәләре уның менән дә бәйле. Шуға ҡәҙерле кешемә ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән, шулай уҡ ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны(ауылдың башҡа ветерандары ла) яулаған оло Еңеү балалар тыныс, яҡты, йылы мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә булыуҙарын аңлаһын өсөн уның исемендәге премия булдырҙым. Аҡсалата бүләккә һәм Маҡтау ҡағыҙына ғинуар айынан майға тиклем иғлан ителгән Бөйөк Еңеүгә иң күп « 5»-ле конкурсында еңеүсе өс уҡыусы лайыҡ була», - тине ул был хаҡта.

Тынғыһыҙ уҡытыусы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул - тыуған ауылының патриоты. 2016 йылда Мерәҫ ауылының 200 йыллығы уңайынан үткәрелгән ҙур сарала ойоштороусылар рәтендә була, ауыл Советы башлығының еңеү яулап ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аллея эшләү эштәрендә ҡатнашыу тәҡдименә ҡушыла һәм һәр ветерандың тарихи һуғыш юлын тергеҙеүгә өлгәшә.

Тормошонда терәк-таяныс булған, эшен аңлаған тормош юлдашына рәхмәт Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы. Әхәт Әбделхай улы ла бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, 24 йыл «Таналыҡ» колхозында водитель булып эшләй. Унан хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡойоу-механика заводының иретеү цехында дауам итә. Бер эштән дә ҡурҡмаған ир-егет бында ла алдынғылар рәтендә булып, коллективта абруй ҡаҙана. Унда ун йыл эшләп, 50 йәштә хаҡлы ялға сыға һәм хеҙмәт юлын ошо уҡ ойошмала һаҡ хеҙмәткәре булып дауам итә. Ҡойоу-механика заводында 15 йылдан ашыу эшләй ул.

2024 йылда  Әхәт Әбделхай улы улы Мерәҫ мәктәбенә һаҡ хеҙмәткәре вазифаһы буйынса эшкә урынлаша. Уның  дөйөм хеҙмәт стажы - 40 йыл.

Төп эштәренән тыш, Нәҙербаевтар күпләп һыйыр һәм йылҡы малы тоторға, ҡош-ҡорт аҫрарға ла ваҡыт таба. Шәхси трактор - бесән эшләүҙә төп ярҙамсы, ти улар.

«Ауыл ерендә йәшәгәс, мал тотмайса булмай. Һыйлы көнөң - һыйырҙа, тигәндәй, уның ағын эш итеп, һәр ауыл кешеһе кеүек төрлө ризыҡ әҙерләйбеҙ», - ти уңған хужалар. Нәҙербаевтарҙың ҡотло, нурлы йорттары туғандары, яҡындары өсөн һәр саҡ асыҡ. Ғаилә хужалары уларҙы ихлас ҡаршы алып, матур итеп оҙата. Балалары ла һәр ялды көтөп алып ҡәҙерле кешеләре янына һәр саҡ ашығып ҡайта, ата-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырыша.

Тыуған ергә береккән, матур итеп донъя көткән, уңышлы эшләп йөрөгән, ауылдаштарына өлгө булып торған Ҡәмәриә һәм Әхәт Нәҙербаевтар менән аралашыу миндә һоҡланғыс, уңған ғаиләгә ҡарата ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас