Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июль 2025, 10:30

Әле лә матурҙар, әле лә матур пар!

Бөгөн Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беҙҙең районда ла иңгә-иң терәшеп, тормош юлын бергә үткән, оҙаҡ йылдар татыу һәм матур йәшәгән ғаилалар бихисап.Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Әхмәҙи һәм Мөнирә Хәлитовтар ҙа - тап шундайҙарҙан. Уларҙың ғаилә тарихына - 68 йыл.  Күптәргә өлгө булып йәшәгән был пар менән танышҡанда,  "әле лә матурҙар, әле лә матур пар" тигән уй тыуҙы миндә. Матур ғаилә тураһындағы мәҡәләнең дауамы сайтта:

Бөгөн Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беҙҙең районда ла иңгә-иң терәшеп, тормош юлын бергә үткән, оҙаҡ йылдар татыу һәм матур йәшәгән ғаилалар бихисап.Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Әхмәҙи һәм Мөнирә Хәлитовтар ҙа - тап шундайҙарҙан.

Уларҙың ғаилә тарихына - 68 йыл.  Күптәргә өлгө булып йәшәгән был пар менән танышҡанда,  "әле лә матурҙар, әле лә матур пар" тигән уй тыуҙы миндә.

 Туғыҙынсы тиҫтәләрен ваҡлаған инәй менән олатай әле лә һылыулыҡтарын юғалтмаған,  бер-береһенә булған мөхәббәттәрен һыуытмаған. Танышыуҙарын, ғаилә тормошон һөйләгәндә, уларҙың күҙҙәре, йәш саҡтарындағылай,  мөхәббәт осҡондары менән яна. Тормош йомғағын бергә һүткән, уның төйөрлө ерҙәрен өҙмәйсә үткән  инәй менән олатайҙан ҡайҙа һәм нисек танышыуҙары менән ҡыҙыҡһындым.

"Мин Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ҡыҙы булам. Бала саҡтан сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫтем. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаштым. Бер ваҡыт спектакль сәхнәләштереп йөрөгәндә , бер егет миңә һөйөүен белдерҙе һәм кәләш итеп алырға теләүен әйтте. Мин уның был һүҙҙәрен шаярыу тип ҡабул итеп, "ярай" тинем. Бер ваҡыт өйгә ҡайтһам,кемдәрҙер килгән ине. Әсәйемдән һорашһам, һине һөйләшергә килгәндәр, тине. Мин аптырап киттем, риза булмауымды  белдерҙем. Шул саҡта ағайым ,ҡуйығыҙсы, нишләп яратмағанына бирәһегеҙ, тип мине яҡлашты. Шулайтып, улар ҡайтып китте.

Күпмелер ваҡыттан һуң мин әсәйемдең апаһы менән еҙнәһе йәшәгән  Тәкәһуҡҡан ауылына ҡунаҡҡа барҙым. Шунда осраттым да инде мин ысын мөхәббәтемде - буласаҡ тормош иптәшемде, тине ул олатайға ҡарап әле лә мөхәббәт менән янған күҙҙәрен төбәп. Инәйҙең һәр һүҙен баш ҡағып хуплап ултырған Әхмәҙи олатай ҙа  ҡушылды әңгәмәгә.

"Минең армиянан ҡайтҡан ғына саҡ. Өйҙә йөрөһәм, тәҙрә аша бер ят ҡыҙҙың үтеп барыуын күрҙем. Аҙаҡ уның кем икәнлеген асыҡланым. Беҙҙең ауылға Йылайырҙан еҙнәләренә ҡунаҡҡа килгән ул, тинеләр миңә ауылдаштар. Мин уны ҡарап, ипләп кенә күҙ атып йөрөнөм. Ул да клубҡа сыға ине. Тик бер ҙә әхирәтенән айырылмай йөрөнө. Иптәш егеткә әйттем, һин әхирәтен йомош бар тип алып сыҡ әле, мин был ҡыҙ менән  танышам, тинем. Шулайтып, улар сығып киткәйне, Мөнирә лә, күпмелер ваҡыттан, улар артынан сығып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Мин уның артынган ҡыуып етеп, ҡайҙа ҡабаланып иртә ҡайтып бараһың, тип һүҙ башланым. Шулайтып, һөйләшеп киттек. Мөнирә лә мине оҡшатып йөрөгән булған. Беҙҙең  етмеш йылға яҡын ғаилә тарихыбыҙға нигеҙ тап ошо көндө һалынды ла инде.

 Ул ваҡытта беҙ урманда ағас эшендә  эшләй инек. Аҙнаһына бер генә ауылға ялға ҡайтып йөрөнөк. Һөйөүем шул тиклем көслө булғандыр инде, мөхәббәтемде юғалтыуҙан ҡурҡып,  урманға сығыр алдынан Мөнирәнең еҙнәһе менән апаһына барып, мин уны кәләш итеп алам, бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ, берәйһе алып ҡуймаһын, тип аңғартып киттем"

 Мөхәббәттәре һыналғандан һуң, ике йәш йөрәк өйләнешә һәм дәртләнеп донъя көтә башлай.

1965 йылда ғаилә башлығының эше буйынса Ҡуянтау ауылына күсәләр.

 Бала саҡтан ҡара эшкә әрһеҙ, эшсән  Әхмәҙи Ялал улы хеҙмәт юлын Баймаҡ тәжрибә хужалығында механизатор булып дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Уның тырыш, намыҫлы хеҙмәтен бик күп Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн"Хеҙмәт ветераны" миҙалына лайыҡ була.

Ә Мөнирә Баҙретдин ҡыҙы 16 йыл урындағы балалар баҡсаһы хеҙмәткәре булып эшләй. Аҙаҡ хеҙмәт юлын ошо уҡ хужалыҡта ырҙын табағында дауам итә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, уны намыҫ менән башҡарған хеҙмәткәрҙең дә эше етәкселек тарафынан лайыҡлы баһалана. Хаҡлы ялға ла ул ошо эш урынынан сыға.

Хәлитовтар һәр ваҡыт ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

 Әле лә оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер генә мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Уларҙың ғаилә портфолиоһында  сәнғәт өлкәһендәге уңыштарын да  иҫбатлаған  бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары бар.

Әхмәҙи олатай йырлап ҡына ҡалмай, ә оҫта бейеүсе булараҡ та билдәле. Ул районда, республикала үткән бик күп бейеү конкурстарында үҙен һынап ҡарап, еңеүгә өлгәшә. 2011 йылда "Байыҡ" телевизион конкурсында "Башҡорт бейеүҙәренә тоғролоҡ" номинацияһы еңеүсеһе була. Ә Мөнирә Бәҙретдин ҡыҙы урындағы театр түңәрәге ағзаһы. Икеһе лә дәртле, дарманлы, әүҙем.

 Хәлитовтар үҙҙәре кеүек   аҡыллы, тырыш, эшһөйәр дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙҙары Лилиә, Рима, Лира, улдары Илшат - уларҙың төп байлығы һәм ҡыуанысы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй ҡыҙҙары Лира  бик иртә вафат була.

"Балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ҡатынымдың роле баһалап бөткөһөҙ булды. Элек  беҙ, колхоз эшселәре, ҡара таңдан эшкә сығып китә инек, төн төшкәс ҡайта инек. Балалар иртәнсәк йоҡлап ҡалһа, кисен йоҡларға ятҡан була инеләр. Күрмәнек яҡшылап. Әсәләренә рәхмәтлемен, көттө, үҫтерҙе. Һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙыҡ. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙур бәхеттең  булыуы мөмкинме һуң! ",- тип һүҙен дауам итте Әхмәҙи Ялал улы.

 Йылдар үтһә лә, Хәлитовтарҙың бер-береһенә ҡарата булған мөхәббәттәре һүнмәгән, һүрелмәгән. Ваҡытты кире бороп булһа, тормош юлығыҙҙы йәнә бергә бәйләр инегеҙме, тигән һорауға, мәҡәләм геройҙары бер тауыштан, "эйе", "әлбиттә", тип яуап бирҙе. Әле лә яратам бит ул мин уны, тип өҫтәне Әхмәҙи олатай һәм һөйөклө тормош иптәшен арҡаһынан яратып һөйөп тә алды.

90 йәшлек Әхмәҙи олатайҙан әле лә йәш сырайлы, үҙ йәшенә ҡарата күпкә йәш булыуының сере нимәлә икәне менән ҡыҙыҡһынам. " "Хәрәкәттә, - тип башланы ул һүҙен. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булдыҡ. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләндем.Йүгерҙем, саңғыла йөрөнөм, сәләмәт тормош рәүеше алып барҙым. Шулай уҡ бейеү сәнғәте күңелемә яҡын. Ә бейеүсе кеше инде етеҙ, сос булырға, сәхнәлә төҙ, матур йөрөргә тейеш. Шуға күрә йәш күренеүемдең сәбәптәрен спорт һәм бейеүгә бәйләр инем", - тине ул.

Ҡулға ҡул тотоноп,  етмеш йылға яҡын бергә йәшәгән Хәлитовтарҙан парлы, татыу ғаилә сере нимәгә ҡайтып ҡалыуын һораным. "Бер-береңде аңлап йәшәүҙә. Тормош булғас, ғаиләлә һауыт һаба ла шылтырамай ҡалмай. Әммә ошо ваҡытты еңел үткәрергә, ғаиләне тарҡатмаҫҡа кәрәк. Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын. Беҙ бер ваҡытта ла ирешмәнек. Бер-беребеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтмәнек. Аңлашып, матур итеп йәшәргә тырыштыҡ», - тине улар.

Эйе, матур кешеләрҙең күңеле лә матур була. Аралашыу ваҡытында мин мәҡәләм геройҙарының тормоштоң тик матур, яҡшы яҡтарын күреүҙәрен, киләсәккә лә яҡты хыялдар ҡороп  йәшәүҙәрен күреп һоҡландым.

"Тормош матур, етеш, ҡәҙерен белеп йәшәйек. Иң мөһиме, йорт-илдәр тыныс булһын, балалар бәхетле, тулы ғаиләлә ата-инәле булып үҫһен",- тигән изге теләктәрен дә еткерҙе  ғаилә усағын һүндермәй, дилбегәһен бергә тартҡан, алдарында осраған һынауҙарҙы бергә үткән, әле лә бер-береһен яратып, ихтирам итеп торған Хәлитовтар ғаиләһе.

Уларҙың ғаиләһе күптәргә өлгө. Уларҙың мөхәббәте күптәргә үрнәк!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас