Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаилә
16 Ғинуар , 09:50

Матур ғаилә - ил күрке!

Түбә ауылында йәшәүсе Зилә һәм Азат Үтәбаевтар ғаиләһе 2024 - Ғаилә йылы сиктәрендә БР-ҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған «Йыл ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып, «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеү яулай. Баймаҡ ҡалаһында Яңы йыл алдынан үткән күп балалы әсәләрҙе "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләү сараһында, был матур ғаилә лә тәбрикләнде. Улар Диплом менән бүләкләнде.   Зилә һәм Азат Үтәбаевтар 5 бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Сыңғыҙға 16 йәш, ул Өфө сәнғәт колледжының ҡурай бүлегендә уҡый. Нәзилә - Түбә мәктәбендә 9-сы класта, Азалия - 6-сы, Йәсмин 3-сө класта белем ала. Бәләкәстәре Ғәзинур балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы Азат Рәхимйән улы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, Зилә Хәкимйән ҡыҙы - йорт хужабикәһе. «7 йыл ауылда мәҙәни ойоштороусы булып эшләнем. Тормош иптәшем Магнитогорск ҡалаһына эшкә төшкәндән һуң, эшемдән сығырға тура килде. Сөнки баларыма ваҡытым әҙ ҡала ине. Күпләп мал тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Уларҙы ла тейешенсә тәрбиәләп торорға кәрәк», - тигән фекерҙәр менән бүлеште әсә. Үтәбаевтар ауылда өлгөлө һәм сәнғәт һөйөүсе ғаилә булараҡ билдәле. Уларҙың балалары мәктәптә, мәҙәниәт йортонда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәре уҡыу алдынғылары. Ҡыҙҙары Азалия район, республика конкурстарында ҡатнашып, уңыштар яулай. «Ирәндек моңдары» һәм «Сулпылар» телевизион йыр бәйгеһендә 2-се урын яулай. Нәзилә быйыл районда алдынғы уҡыусылар өсөн үткәрелгән  Шыршы байрамында ҡатнашты. Ул башҡорт теле буйынса олимпиадала республика кимәленә үткән. Бәхетле әсә былтыр «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнгән. «Республика һәм район етәкселегенә ғаиләләрҙе төрлө наградалар менән тәрбрикләп, шулай уҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында йорт һалып инеү өсөн төрлө программалар булдырғандары өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ ҙә «Ауыл ғаиләһе» программаһында ҡатнашып, ҙур йорт һалып сығыуға өлгәштек», - тигән ҡыуаныстары менән дә уртаҡлашты Зилә Хәкимйән ҡыҙы. 

 Түбә ауылында йәшәүсе Зилә һәм Азат Үтәбаевтар ғаиләһе 2024 - Ғаилә йылы сиктәрендә БР-ҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған «Йыл ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып, «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеү яулай. Баймаҡ ҡалаһында Яңы йыл алдынан үткән күп балалы әсәләрҙе "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләү сараһында, был матур ғаилә лә тәбрикләнде. Улар Диплом менән бүләкләнде.   Зилә һәм Азат Үтәбаевтар 5 бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Сыңғыҙға 16 йәш, ул Өфө сәнғәт колледжының ҡурай бүлегендә уҡый. Нәзилә - Түбә мәктәбендә 9-сы класта, Азалия - 6-сы, Йәсмин 3-сө класта белем ала. Бәләкәстәре Ғәзинур балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы Азат Рәхимйән улы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, Зилә Хәкимйән ҡыҙы - йорт хужабикәһе. «7 йыл ауылда мәҙәни ойоштороусы булып эшләнем. Тормош иптәшем Магнитогорск ҡалаһына эшкә төшкәндән һуң, эшемдән сығырға тура килде. Сөнки баларыма ваҡытым әҙ ҡала ине. Күпләп мал тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Уларҙы ла тейешенсә тәрбиәләп торорға кәрәк», - тигән фекерҙәр менән бүлеште әсә.

Үтәбаевтар ауылда өлгөлө һәм сәнғәт һөйөүсе ғаилә булараҡ билдәле. Уларҙың балалары мәктәптә, мәҙәниәт йортонда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәре уҡыу алдынғылары. Ҡыҙҙары Азалия район, республика конкурстарында ҡатнашып, уңыштар яулай. «Ирәндек моңдары» һәм «Сулпылар» телевизион йыр бәйгеһендә 2-се урын яулай. Нәзилә быйыл районда алдынғы уҡыусылар өсөн үткәрелгән  Шыршы байрамында ҡатнашты. Ул башҡорт теле буйынса олимпиадала республика кимәленә үткән.

Бәхетле әсә былтыр «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнгән. «Республика һәм район етәкселегенә ғаиләләрҙе төрлө наградалар менән тәрбрикләп, шулай уҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында йорт һалып инеү өсөн төрлө программалар булдырғандары өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ ҙә «Ауыл ғаиләһе» программаһында ҡатнашып, ҙур йорт һалып сығыуға өлгәштек», - тигән ҡыуаныстары менән дә уртаҡлашты Зилә Хәкимйән ҡыҙы. 

Ҙур, иркен, матур йортоғоҙҙа һәр ваҡыт мөхәббәт һәм татыулыҡ булһын! Киләсәктә лә балаларығыҙ ҡыуанысында, бәрәкәтле мул тормошта ҡыуанып йәшәргә яҙһын, һеҙгә!

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: