Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
4 Август , 11:30

Йоҡлап ҡалдығыҙмы? Ваҡыт юҡмы?

Тимәк, ашарға пиццаны табала ғына бешерәбеҙ...

Тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға) йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп рецепт. 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 10 аш ҡалағы ондо яҡшылап бутағыҙ. Майлы табаға ошо ондо ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һалығыҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа, шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: