Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Июль , 16:34

Никах туйынан алтын туйға тиклем

Баймаҡ ҡалаһында ла был байрам киң билдәләнә. Ошо байрам уңайынан ЗАГС-та бик күп парҙар теркәлде. Ә бына Иҫке Сибай ауылы егете Илнур Абдуллин менән Түбәнге Яйыҡбай ауылы һылыуы Ғәлиә Кәримова өсөн был көн айырыуса тантаналы булды. Йәштәрҙе 50 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән, үҙҙәре лә ошо көндө ғаилә байрамдарын билдәләгән Зәйтүнә Ситдыҡ ҡыҙы һәм Рәйес Нотфулла улы Йәнбәковтар тәбрикләү өсөн килгән ине.  

Никах туйынан алтын туйға тиклем
Никах туйынан алтын туйға тиклем

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Никах туйынан алтын туйға тиклем

Тәүге тапҡыр 2008 йылдың 8 июлендә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Уны өсөнсө Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡатыны Светлана етәкләгән Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды ойоштора. Артабан был байрам йыл һайын билдәләнә башлай.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң символы аҡ сәскә. Байрам көнөндә аҡ сәскәнән таж үрәләр, аҡ сәскә гөлләмәһе һәм открыткалар бүләк итәләр. 8 июлдә никахлашыу йолаһы тарала бара: был осраҡта күп кенә ЗАГС-тар эш сәғәттәрен оҙайта һәм айырылышыуҙарҙы теркәүҙән баш татра.

Баймаҡ ҡалаһында ла был байрам киң билдәләнә. Ошо байрам уңайынан ЗАГС-та бик күп парҙар теркәлде. Ә бына Иҫке Сибай ауылы егете Илнур Абдуллин менән Түбәнге Яйыҡбай ауылы һылыуы Ғәлиә Кәримова өсөн был көн айырыуса тантаналы булды. Йәштәрҙе 50 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән, үҙҙәре лә ошо көндө ғаилә байрамдарын билдәләгән Зәйтүнә Ситдыҡ ҡыҙы һәм Рәйес Нотфулла улы Йәнбәковтар тәбрикләү өсөн килгән ине.

- Оҙаҡ ҡына уйландыҡ та, был көндө никах ҡорған йәш ғаиләне тәбрикләргә ҡарар иттек. 1974 йылдың 5 июлендә көндөҙгө сәғәт 3-тә беҙҙең никахыбыҙҙы теркәгәйнеләр. Бөгөн һеҙ матур тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Һәр ваҡыт шулай тыңлаусан, алған изге бурыстарығыҙға илһамланып, ынтылып, беҙҙең шикелле алтын туйға етеп, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ, - тип Йәнбәковтар изге теләктәрен еткерергә ашыҡты.

Йәштәрҙе шулай уҡ район хакимиәте башлығы исеменән район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров та ҡотлап үтте. “Ошо тормошто бергә үтергә яҙһын. Юлдарығыҙ аҡ, мөхәббәтегеҙ ынйылай саф булһын. Бер-берегеҙҙе һаҡлап, яҡлап йәшәргә яҙһын”, -- тигән матур теләктәрен юлланы һәм Ҡотлау ҡағыҙы менән иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. 

Бындай тантананан Иҫке Сибай ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Сибаев та ситтә ҡалманы. Ул да матур, изге теләктәрен йәштәргә юлланы.

Ошондай матур парҙар күберәк теркәлһен, ә, бына, айырылышыуҙар һирәгерәк булһын, тип теләйек.

Эльмира Кейекҡужина

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: