Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
30 Ғинуар , 10:45

"Татыу ғаилә-ил күрке"

Юлыҡ мәктәбендә Ғаилә йылына арнап "Татыу ғаилә-ил күрке" исемле матур кисә үтте. Байрам кисәһенә тырышып донъя көткән, тәртипле, аҡыллы балалар үҫтереүсе алты ғаилә ҡунаҡҡа саҡырылды... #всейсемьей#всейсемьей02#всейсемьейБаймакТулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөгөн Юлыҡ мәктәбендә Ғаилә йылына арнап "Татыу ғаилә-ил күрке" исемле матур кисә үтте. Байрам кисәһенә тырышып донъя көткән, тәртипле, аҡыллы балалар үҫтереүсе алты ғаилә ҡунаҡҡа саҡырылды: Давлетбаевтар ғаиләһе Илфат, Светлана һәм ҡыҙҙары Азалина, Адигамовтар Рамил, Айгөл, улдары Дамир, Миннибаевтар Барис, Ынйы һәм улдары Аслан, Миннибаевтар Барый һәм Айгүзәл, ҡыҙҙары Элина, Маннаповтар Наил, Әнүзә, улдары Сабир, Тимербулатовтар ғаиләһе Рәил һәм Илсиә, улдары Рәис. Ғаиләлар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, нимә ул һеҙҙең өсөн ғаилә тигән һорауға күмәкләшеп яуап эҙләне. Ғаилә темаһына йомаҡтар сисеү, "Бер һүҙ менән әйт", " Балалар менән булған ҡыҙыҡлы хәл", кәрәкле сифаттарҙы ҡулланып "ғаилә өйөн" төҙөү уйыны ла бик күңелле әүҙем үтте. Кисәлә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә үҙҙәренең тырышлығы һәм һәләттәре өсөн дипломдар һәм татлы бүләктәр тапшырылды. Иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төштөләр. Һәр ғаиләгә мөхәббәт, тигеҙлек, муллыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Балаларыбыҙ беҙҙе шатландырһын, ышаныслы киләсәгебеҙ булып үҫһен. Илебеҙ имен, ғаиләләр ныҡ булһын.

"Татыу ғаилә-ил күрке"
"Татыу ғаилә-ил күрке"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: