-8 °С
Болотло
Баланы шелтәләгән һайын, ул үҙенә йомола, беҙҙән алыҫлаша.
Әрләп, аҡырып торһаң, ул беҙҙе ишетмәҫ, ҡабул итмәҫ була бара.
Балаға ышанмай, уны үтә контролдә тотҡан һайын, әйберҙәрен тентеп маташҡанда, ул алдашырға өйрәнә.
Ҡайыш, сыбыҡ ҡуллана башлаһаң, күңеле ҡата, туңа.
Йәғни һәр төрлө баҫым, үҙеңде өҫтөн итеп күрһәтергә маташыу мөнәсәбәттәрҙе емерә.
Ә бына баланы хуплап торғанда, уның хәлдәре менән ҡыҙыҡһынғанда, асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә ул ыҡҡа килә, күңелен аса.
Рита Стеничкина