Йомашта үҙҙәренең хеҙмәте, мөнәсәбәттәре менән ауылдаштарының ихтирамын яулаған ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Миңлебикә менән Сабирйән Янбаевтар. Улар иңгә-иң терәп, ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер юлынан 68 йыл бергә атлай. Бөгөн Сабирйән ағайға – 92, ә Миңлебикә апайға 85 йәш. Ысынлап та, Янбаевтарҙың тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Сабирйән Әмирйән улы 1932 йылдың 26 декабрендә Әптекәй ауылында донъяға килгән. Әсәләре биш балаһын етем ҡалдырып, бөтәһен дә аһ-зарға күмеп, 1941 йылда вафат булып ҡала. 1943 йылда атайҙары икенсегә өйләнә. Шулай итеп, биш балаһы булған ғаилә янына тағы ла ике балаһы менән яңы әсәй килә. Ҙур ғаилә бер-береһенә терәк булып, артабан бергә матур итеп йәшәп китә.
Сабирйән Янбаев 7-се класҡа тиклем Йомаш ауылы мәктәбендә белем ала. Һуңынан Темәс педагогия училищеһына уҡырға бара һәм уҡытыусы һөнәре алып сыға. Ҡулына яңы диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын 1955 йылда Йолалы руднигында уҡытыусы булараҡ башлай. Һуңынан ул Ислам ауылына уҡытыусы булып ҡайта.
Сабирйән Әмирйән улы бәләкәстән скрипкала уйнай. Уҙған һәр сара уның сихри моңона сорнала. Балаларҙа ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Бөгөн дә ул скрипкаһын ҡулынан төшөрмәй. “Скрипкаһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтермәйем. Бала саҡтан был музыка ҡоралына ғашиҡмын”, - ти ул.
Миңлебикә Миңлешәриф ҡыҙы ла - Әптекәй ауылы һылыуы. Улар ғаиләһендә ике бала үҫә. Бәләкәстән ҡул эштәренә оҫта була. 3-сө класта уҡыған сағында йөн тетергә, иләргә өйрәнә. Әйтергә кәрәк, Миңлебикә апай ҡул эштәре оҫтаһы. Бәйләм бәйләргә, сигергә ярата. Сиккән ҡорған, шаршауҙары, яҫтыҡ тыштары әле лә матур көйө һаҡлана. Бөгөн дә ул ҡулынан бәйләмен төшөрмәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы ойоҡтарын, бирсәткәләрен бәйләп ебәрә. Әлеге көндә лә әҙерләп һалып ҡуйған.
Миңлебикә апай фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтә. Егерме йылдан ашыу тәүҙә Ислам ауылында, һуңынан Йомашта һатыусы була. Бер үк ваҡытта урындағы колхоздың төрлө хужалыҡ эштәренә лә, донъяһын көтөргә лә, балаларын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Бөгөн дә унда йәшлек сағындағы етеҙлеге, уңғанлығы һаҡланып ҡалған. Уның яңы көнө иртәнге сәғәт дүрттә башлана. Иң беренсе эше – өйөнөң тупһаһын рәтләп, ишек алдын таҙартып ҡуйыу.
Янбаевтар – ваҡытлы матбуғаттың тоғро дуҫтары. Улар күпләп гәзит-журналдар алдыра. Бер генә битен дә ҡалдырмай, һәр яңылыҡты, мәҡәләне бөртөкләп уҡып сығалар. “Ата-әсәйемдәр “районка”ны ғүмер буйы алдырҙы. Был матур йоланы беҙ ҙә һаҡлап киләбеҙ. Нисек инде “Һаҡмар”һыҙ йәшәмәк кәрәк? Ғөмүмән, иң дөрөҫ мәғлүмәт тап шул гәзиттә генә баҫыла, тип уйлайбыҙ”, - тине Миңлебикә апай Янбаева.
Ысынлап та, Янбаевтар һоҡланғыс ғаилә. Уларҙың уңғанлығы ишек алдынан уҡ күренә. Ҡайҙа ҡарама таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә ташлана. Ҡот һәм нур уйнап торған өйҙәренең ишеге һәр кемгә лә асыҡ. Был урында шуныһын да өҫтәп китергә кәрәктер, тип иҫәпләйем. Янбаевтар ғүмер буйы мал көттө. Миңлебикә апайҙың һөттән етештергән аш-һыуы һәр кемдең өҫтәленә күстәнәс булып ултырыр ине. Ул эшләгән ҡорот-эремсектәрен өйҙәренең соланына теҙеп ҡуйыр булды. Кемгә кәрәк – инә лә алып сыға. Йомош менән генә ингәндәр ҙә күстәнәс алып һөйөнә. Ҡаҙ мамығы, мал тиреһе йыйыусылар ҙа уларҙың өйөнән буш сыҡмай – ҡорот, эремсектәрҙе ҙур теләк менән ҡабул итерҙәр ине. Янбаевтарҙың өйөнөң тупһаһына баҫыу менән икәүләшеп сығып ҡаршы алыуҙары уларҙың ихласлығын, киң күңеллеген дәлилләй түгелме ни?
Сабирйән Әмирйән улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусы булараҡ ул агитатор, ауыл Советы депутаты, административ һәм хоҡуҡ комиссиялары ағзаһы булып та һайланды. Һүҙ юҡ, көнө-төнө эш өҫтөндә булғанлыҡтан, күп ваҡыт йорт-хужалыҡ эштәре Миңлебикә апайҙың иңенә төшөр булды. Әле булһа ла йәшлек егәрлеген ташламаған. Йылы һәм нурлы өйҙәрендә һәр ваҡыт ҡот уйнай.
Миңлебикә һәм Сабирйән Янбаевтар өс балаға: Гәүһәр, Хәбир һәм Илдар ғүмер бүләк иткән. Ун дүрт ейән-ейәнсәренең яратҡан ҡартәсәһе һәм ҡартатаһы улар. Бынан тыш, 25 бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Бындай бәхеткә, әлбиттә, бер-береңде аңлап ҡабул итеп, донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына өлгәшергә мөмкин.
- Йәш ғаиләләргә әйтер һүҙем шул – сабыр булһындар, - тине Миңлебикә апай Янбаева. - Боронғо халыҡ әйтеме менән әйткәндә: эт тешенә – бет теше булмаһын. Йәғни береһе һүҙ ташлаһа, икенсеһе ҡаршы әйтеп, тауышты ҙурға ебәрмәһендәр. Шул саҡта ғына беҙҙең кеүек оҙон-оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ, Алла бирһә! Сөнки ғаилә – ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет.
Хәҙисә Райманова.
Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.