Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
11 Ғинуар , 20:05

Файза инәйгә - 101 йәш!

Билал ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Файза Мостафа ҡыҙы Юламанова 101 йәшен билдәләне

Файза инәйгә - 101 йәш!
Файза инәйгә - 101 йәш!

 Билал ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Файза Мостафа ҡыҙы Юламанова 101 йәшен билдәләне! Ул үҫмер сағынан колхозда тракторсы булып эшләгән. Йәшләй тол ҡалып, 7 балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған.

— Әсәйебеҙ, ҡәҙерлебеҙ, Файза Мостафа ҡыҙы 101 йәшен тултырҙы, 5 ҡыҙы ҡурсаулығында,  80-дән ашыу 5 быуын вәкилдәре: ейән - ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр, тыуасарҙар менән ҡәҙер-хөрмәттә, Хоҙайға шөкөр итеп, илебеҙгә тыныс күк йөҙө, бар ғаләмгә матур тормош, муллыҡ, ҡыуаныслы киләсәк булһын тип теләй, — тип яҙа ветерандың ҡыҙы Шәүрә Камалова. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яуларға булышлыҡ иткән тракторсы Файза инәйебеҙҙең бер быуатлыҡ ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Алдағы көндәре тик ҡыуанысҡа, бәхетле мәлдәргә бай булһын.

Автор:
Читайте нас: