Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Ғинуар , 21:00

Тик һин генә

Шулай һәйбәт кенә йәшәп ятҡанымда, бер көндө Рәил килеп кермәһенме! Таушалған кейем, шундай уҡ ҡиәфәт, ябыҡҡан. Үҙенән керле кейем, йыуынмаған тән еҫтәре аңҡый. Төшкөлөккә әҙерләп бөтөп кенә тора инем. Кем булһа ла, килеп ингән кешене әҙер ашҡа саҡырмай булмай. Ғәйепле малай кеүек шымып ҡалған, кикреге шиңгән, ныҡ ас икәне һиҙелә. Һоғаланып, туймаҫтай булып аҙыҡҡа ташланды, сәйнәр-сәйнәмәҫ көйө йоторға тотондо. Ашап, сәй эсеп алғас, тирләп китте, кәйефләнде. Ваҡһый башлар, үҙенең яуыз холҡон ҡыуыр был,  тип уйлап торам. Юҡ, йыуаш ҡына һөйләшә башланы...

Тик һин генә
Тик һин генә
Йәшәгән өйөмдөң баҡса артынан оло юл үтә. Тап бәрәңге баҡсаһы эргәһендә автобус туҡталышы. Аш-һыу яғы тәҙрәһе шунда ҡарай.  Кешеләрҙең ултырып киткәне, ҡайтҡаны күренә. Бөгөн дә, тәҙрәгә күҙ һала-һала,  киске ашымды әҙерләнем. Әллә кемде көткән һымаҡ булып тик торҙом ниңәлер. Йәш тауыҡты ла бөтөн килеш һалдым, етмәһә, туҡмас баҫырға керештем. Үҙем генә булғанда һурпаға дөгө төшөрә лә ҡуя торғайным. Балаларымды уйлап һағышландым. Икеһе лә  быйыл уҡырға инделәр, ҡыҙым Миләүшә - ун берҙе,  улым Динис 9-ҙы бөткәйне. Балаларҙың айырылғыһы  килмәне. Бер яҡтан, ҡыуаныс, татыуҙар, бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ. Миләүшәм -  БДУ – ла тарих факультетында, улым - педколледждың  худграф бүлегендә. Улар – минең ғорурлығым, йәшәүем мәғәнәһе. Артыҡ йомшаҡ, ата-әсәһеҙ үҫкән ҡатын балалары бит улар. Уларҙың да ҡарап торған берҙән-бер таяныстары, ышаныстары мин генә.

  Был ауылда яңыраҡ йәшәй башланым. Быйыл утыҙ етемде генә тултырһам да, нужа һурпаһын байтаҡ татыным. Үткән генә ғүмеремде уйлаһам, әллә ни эшләп китәм. Яңғыҙым ҡалғас, бөтәһе лә иҫкә төшөп тик тора. Бына әле лә туҡмас киҫәм, бала саҡты хәтерләйем, тәҙрәгә лә ҡарап алам. Киске автобустан кешеләр төштө, ашығып өйҙәренә таралалар. Оҙон ғына буйлы кеше, йәш егеткә лә оҡшаған, нимәлер һорашып торҙо лә кире туҡталышҡа боролдо. Ни булған икән?..

  Эйе, мин ете генә йәшемдә етем ҡалдым. Көнгә янған ҡаҡса ғына атайымды, бәләкәй буйлы, алһыу йөҙлө йомроҡас әсәйемде бик яҡшы хәтерләйем… Икеһе лә фермала эшләйҙәр. Ҡыш көнө, туҡтауһыҙ ҡайтып китеп йөрөгәс, ҡайһы саҡ эшләгән ерҙәренә алып баралар. Бәләкәс көрөшкәмде тотоп, әсәйем янында торам. Ул тәмле һөтлө һыйырын һауып бирә һала. Йылыҡай һөттө эсәм. Йә атайым менән йәшел бесән  йөгө өҫтөндә киләм. Барыһы ла әлегеләй күҙ алдында.

  Йәй көнө күберәк олатайҙар йортондамын. Сөнки атайым менән әсәйем күберәк йәйләүҙә. Ҙур мейесле, оҙон урындыҡлы күңелгә яҡын йорт әле лә һағындыра.

  Фажиғә булған төндө ныҡ итеп ямғыр яуған. Атайым менән әсәйем мунса инергә ҡайтҡандар. Иртәнге сәғәт 4-тә, “Беларусь” тракторының арбаһына ултырып, эшкә барырға сыҡҡандар.  Тракторист  был кис ҡунаҡҡа барған булған, ныҡ һыйланып ташлаған. Ә йәйләү ике тау аша  оло ғына яҫы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Тракторсы тәүге тауҙы имен үтһә лә, икенсеһен -  текә генә Мышарлыны - үтә алмай, техниканы тәгәрәткән. Атайым менән әсәйем, йәнәш  ултырғанлыҡтан, бергә генә йығылып төшөп, ерҙән һерәйеп сығып торған оло ғына Сурҡайған  ташына бәрелеп, һәләк булған. Ә башҡалар һин дә мин – ҡайһыһы бәрелгән, сыйылған, ҡулын ҡаймыҡтырған, әммә иҫән ҡалғандар.

  Ҡарттарҙың һағышҡа батып, туҡтауһыҙ көрһөнөүҙәрен, өләсәйемдең шым ғына күҙ йәштәрен һөртөүен күрһәм дә, миңә бер нимә әйтмәйҙәр. “Ҡайтҡым килә, әсәйҙе һағындым”, - тип мин илап та алам. “Бына япраҡтар һарғайһа, ҡайтырһың”, - ти өләсәйем.

  Япраҡтар һарғайҙы, мин мәктәпкә йөрөй башланым. Ә үҙебеҙгә һаман ҡайтармайҙар. Матур мәктәп кейеменә, төҫлө ҡәләмдәргә  бер аҙ алданам да, тағы мыжый башлайым.

-Йә, беҙҙә уҡырға индең бит, мәктәпте ташларға ярамай, - ти олатайым. – Әсәйең әлегә йыраҡҡа киткән, - тип өҫтәп ҡуя.

-Мин беләм ҡайҙа киткәндәрен, үлгән улар, - тим мин. Олатайым менән өләсәйем шаҡ ҡатып ҡалды. – Бөгөн төш күрҙем, әсәйем килде. Ул ап-аҡ оҙон күлдәк кейгәйне. Ул миңә илмаҫҡа ҡушты. “Һин ҙур, аҡыллы бит инде. Беҙ бүтән бер ҡасан да ҡайтып булмай торған ерҙә”, - тине.

  Бынан ары мин, ысынлап та, иламаным, түҙҙем. Әсәйемә һүҙ бирҙем бит. Иламай ғына йөрөһәм, ул төшөмдә тағы килер, тип ышанып көттөм. Эйе, әсәйем мине ташламаны. Һағынып, түҙә алмаҫ сиккә етһәм,  тағы төшөмә инә, йыуатып китә ине. Кешенең тәне үлһә лә, йәне тере ҡала, тигәнгә нисек ышанмайһың? Уҡыуым да арыу ғына, һораһалар, яуап бирәм. Белгәнемде әйтәм тип, ҡул күтәреп һикерәндәмәйем. Уҡытыусылар ҙа мине бик күреп бармайҙар, ҡайһы бер фәндәрҙән булған һәләттәремде күтәреп алмайҙар. Ә миңә, аҙ булһа ла маҡтау, иғтибар кәрәк ине. Етем бала тип, бик иҫәпкә алып барманылар, буғай. Ана, өләсәйем маҡтап ебәрһә, өй эштәрен, ҡарлуғастай осоп йөрөп, эшләп ташлайым. Барыһы ла һәйбәт, килешле килеп сыға. Олатайым менән өләсәйем, әлбиттә, һәйбәт кешеләр. Өҫ-башым бөтөн, тамағым туҡ, дәресте үҙ аллы  әҙерләйем. Ҡарттар минең уҡыуға әллә ни иғтибар итмәй. Кейемдәрем йылы, һәйбәт булһа ла, башҡа ҡыҙҙарҙыҡынан айырыла. Ҡыҫҡа итәк, аллы-гөллө күлдәк, оло күбәләк-бантиктарым юҡ. Туфлийҙарым артыҡ ябай, малайҙарҙыҡына тартым һымаҡ. Әле килеп аңлайым: ололарҙың ҡартлыҡ көндәрендә мин -  берҙән-бер таяныс, йыуаныс, мине бер ҡайҙа ла ебәргеләре килмәгән. Алмалай  ҡыҙҙары -  әсәйем вафат булғас, минең өсөн ҡоттары осоп ҡына тора ине.

  Шулай итеп, мин ун берҙе тамамланым. Һылыу ғына, бөхтә генә ҡыҙмын. Йыраҡҡа уҡырға сығып китергә үҙем дә ынтылып торманым. Күрше райондағы һөнәрселек училищеһына барып, штукатур-малярлыҡҡа  уҡып сыҡтым. Төҙөлөш күп хәҙер, эшем кәрәкле. Ауылда бер нисә кешегә өй ремонтлашып, бер аҙ аҡса ла эшләп алдым. Ул арала артымдан Раил исемле  армиянан ҡайтҡан егет йөрөй башланы. Өләсәйемдең дә артыҡ һуҙғыһы килмәй ине. Ҡыҙ баланың исеме сығып, исраф булып йөрөмәһен тип, кейәү ҡулына тапшырырға тырышты.

  Мин әллә ни йөрәк елкенеүе, ғашиҡлыҡ тойғолары кисермәнем. Кейәүгә барыу шулай булалыр, тип ҡабул иттем дә ҡуйҙым.  Үҙемде ҡарап  үҫтергән кешеләрҙең теләген кире ҡағырға тартындым.

  Раил - әсәһенең кесе улы, иркә үҫкән, ялҡауыраҡ, үҙһүҙле. Унан оло ике апаһы күптән кейәүҙә, атаһы бынан биш-алты йыл элек донъя ҡуйған. Кейәүгә сығып, бер нисә ай үткәс тә ауырға ҡалдым. Был хаҡта иремә әйткәс,  ул бер хис тә белдермәне һымаҡ. “Булһа, була инде”, - тине лә ҡуйҙы. Ҡәйнәм, икебеҙҙе генә ҡалдырып, ҡалала йәшәгән ҡыҙының балаларын ҡарашырға  китеп барҙы.  Миңә, ун туғыҙ йәшлек йәш ҡатынға, үҙенең йүнһеҙерәк кенә улын тапшырҙы лы китте шулай. Нисек тә йәшәргә кәрәк. Ярай,  йорт эштәрен дә, мал-тыуар ҡарай  беләм. Әммә ҡайҙандыр аҡса ла килергә тейеш тә баһа. Ситкә эшкә йөрөгән ир-аттан белешеп, ирем, һыҡрай-һыҡрай булһа ла,   Свердловск өлкәһенә  вахта ысулы менән  эшкә йөрөй башланы. Унда көн оҙоно ағас эшкәртеү менән булалар икән. Әллә ни ҡатмарлы эш түгел: таҡта, штакетник ярыу,  унан ҡалғанын утын итеү һымағыраҡ шөғөл. Ирем харап эреләнеп китте. Йәш бала ҡарау менән бергә, барлыҡ йорт эше, мал ҡарау минең өҫтә ине. Вахтаһы бөтөп, өйгә ҡайтҡас,  Рәил  ҡыл ҡыбырлатмай: ял итә, телевизор ҡарай, әшнәләре менән  кәйеф-сафа ҡора.

  Ҡыҙыма бер йәш тигәндә, икенсе ауырыма ҡалдым. Бала ҡарау, йорт эштәре менән булашып,  иремә иғтибар итә алмай инем. Иң тәүҙә бәпестәрем менән мәж киләм,  улар серем иткән арала, йөрәгем ярылырҙай булып, мал-тыуар ҡарарға ашығам. Йәй көндәрен, балаларҙы  үләнгә ебәреп, баҡсала соҡонам. Рәил, тәүге йылдарҙа ла өй эштәренә һалҡын кеше, хәҙер бөтөнләй ситләште. Ҡайһы  ваҡыт,  бер баламды эйәртеп, икенсеһен коляскаға ултыртып, өләсәйемә барам. Ул ҡайҙа баҫҡанын белмәйсә ҡыуана. Ҡоймаҡ йә бауырһаҡ, башҡа төрлө тәмлекәстәрен бешерә башлай. Ярҙам итәм тиһәм, ял итергә ҡуша.

-Бигерәк бөтөрөнөп киткәнһең, балам, ике бәләкәс өтәлер инде, - тигән була. Уларҙың өтөүенә генә бирешмәҫ инем әле. Өндәшмәйем. Оло кешенең күңеленә көйөк һалғым килмәй. Ябыҡмын шул бигерәк. Кейемдәрем элеп ҡуйған һымаҡ күренә.

  Шулай өтөлә-ҡырыла балалар әкренләп үҫте. Мәктәпкә лә аяҡ баҫтылар инде. Минең тормош ҡына насарая бара. Рәил хәҙер ныҡ холоҡһоҙ. Ни эшләһәм дә, оҡшатмай, йоҙроҡтары әҙер генә тора. Ул өйҙә  ваҡытта  мин дә, балаларым да - һалдат һымаҡ. Иртән бәләкәстәремде  бер минут та һуңлатмай уятам, шым ғына ашатам, тауыш-тынһыҙ ғына мәктәпкә оҙатам. “Тиҙ-тиҙ”, - тип гел ашыҡтырам. Улар ҙа өйрәнеп бөткән инде. Теүәл һәм етеҙ ҡыймылдайҙар, ҡайҙа инде мыжыу, иркәләнеү. Унан һуң йәһәт-йәһәт үҙ эштәремә тотонам, сөнки,  туҡмаҡ ашап үҙемде ҡырҙыраһым, имгәнәһем килмәй. Яңылыш  уянып китмәһен, тим.  Торғаны аждаһа инде. Тыштағы эшемде бөтөрә һалып, яҡшыраҡ-тәмлерәк булһын тип, аш-һыу әҙерләйем. Оҡшамаһа, йә тәрилкәне миңә елгәрер, йә кәстрүлде ҡаплар. Хеҙмәт хаҡымдың яртыһы  эскегә китә тип тормай,  гел тәмле, итле-майлы таптыра. Тамаҡ туйҙырып алғас, әшнәләре янына китә, шунда ҡатын заттары ла бар. Үҙҙәре өйләнмәй ҡалған, ата-әсәһе вафат булған  ирҙәр байтаҡ. Бына шуларҙа  алмаш-тилмәш йыйылалар. Ул “ҡунаҡта” йөрөгәндә ашыҡ-бошоҡ мал тәрбиәләйбеҙ, өй эсендә лә эш күп. Балаларҙы ашыҡтырыуымды дауам итәм:”Йәһәт кенә дәрес әҙерләгеҙ, тамаҡ туйҙырығыҙ ҙа йоҡларға ятығыҙ”, - тип кенә торам. Атай шәрәмәте ҡайтып инһә, ғауға ҡуптарыр, дәрес әҙерләп ултырған балаларға бәйләнгән булыр, шаулар.

  Ауыл ерендә күп кенә ҡатындарҙың көн итмеше минеке кеүек инде. Тик улар үҙҙәрен бигүк ҡыйырһыттырмай, ҡый-сый килеп ҡаршы торалар. Ҡыйралыш-ҡырылыш та була. Ҡайһылары ире менән бергә  эсергә лә өйрәнеп  китә. Ниндәйҙер алтын урталыҡ табып, килешеп кенә йәшәүселәр ҙә бар. Улар аҙыраҡ шул. Шулай ҙа бик бойоғоп китмәйем. Алда мине бәхетле киләсәк көтәлер кеүек. Шуға сабыр, тырыш, түҙемле мин. Иремдең эшкә ситкә йөрөүө лә беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Ул китһә, балаларҙың йөҙөндә йылмайыу тоҡана, күҙҙәре балҡый. Бергәләп, йүгереп йөрөп, донъя көтәбеҙ, таҙартабыҙ, матурлайбыҙ. Шаян һүҙҙәр, әкиәттәр һөйләшәбеҙ. Балалар дәрес әҙерләй, мин ҡул эштәре менән булашам: ойоҡ, бейәләй, хатта йылы кофталар бәйләйем. Күмәкләп тағы ла олатай-өләсәйгә барып киләбеҙ.  Балалар ҡар көрәй, утын индерә, мин кер, иҙән йыуам. Ул арала өләсәйҙең тәмле ашы, бәлеше өлгөрә. Хәҙер улар олоғайҙы инде, йорт эштәрен башҡарыу  ауыр. Ике аҙнаның үтеп киткәне һиҙелмәй ҡала.

  Шулай йәшәп ятҡанда, ветерандарға торлаҡ биреү тураһында закон сыҡты. Олатайымдың һуғыштан алда һалынып, унан һуң бер нисә мәртәбә һипләнгән йорто маҡтанырлыҡ түгел ине инде. Йылыны насар тота, әллә нисә машина утын китә. Мунсаны әйтеп тораһы ла түгел. Тәнендә ғүмер буйы ярсыҡ йөрөтөп, һыҙланып ҡына йәшәгән оло кеше өсөн донъя көтөү ныҡ ауыр ине.  Хакимиәт уға райондың икенсе яҡ сигендәге бер ауылдан яҡшы йорт тапты.  Шаҡтай ҙур ауыл,  газ, һыу ингән.  Олатайым, ауылды ташлап китмәйем, тип ҡаршылашты әле. Ләкин өләсәйем үҙенекен итте:

-Ҡарт көнөмдә аҙ булһа ла уңайлы йортта йәшәгем килә, - тип өҙмәне лә ҡуйманы, олатайҙы күндерҙе.

  Баҡһаң, өләсәйемдең был ауылға күсергә теләүенең сәбәбе мин булғанмын. “Сәрбиназ холоҡһоҙ ире менән харап интегә ләһә , - тигән ул,- беҙ мәңгелек түгел. Исмаһам,  яҡшы ғына йорт ҡалдырайыҡ.”

  Улар күсенеп киткәс, бойоғоп ҡалдым. Этле-хитлы йылдар үтте. Ҡыҙым ун беренселә уҡыған йыл бигерәк ауыр булды. Ололар икеһе лә түшәккә ятты. Бар ваҡытым  уларҙы тәрбиәләп үтте тиерлек. Ҡыҙым уҡыу йылы уртаһында башҡа мәктәпкә күсергә теләмәне: ”Мин үҙемде лә, ҡустымды ла ҡарай алам, - тип өҙөп әйтте ул,- беҙ бәләкәй түгел инде.”

  Һирәкләп ҡайтып киткән ваҡыттарҙа уларҙың, ысынлап та, бирешмәй йәшәп ятыуҙарын күреп һөйөндөм. Рәил, балаларҙы ҡарайым, тигән кеше булып, эшенә йөрөүҙән туҡтаны. Уның файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк икәнде белә инем инде. Ҡыҙым минең кеүек йыуаш булып сыҡманы: ауыл хакимиәтенә, мәктәп директорына әйтеп, атаһын аҙмы-күпме ауыҙлыҡлап алды.

  Шул яҙҙы ғәзиз  кешеләрем, мине ҡалдырып, фани донъя менән хушлашты. Мин дә, ниһәйәт, ҡанымды эсеп йәшәгән кешенән китергә үҙемдә көс таптым. Ҡәҙерлеләрем һуңғы көндәренә тиклем мине ҡайғыртып йәшәгән: өләсәйем пенсияға сыҡҡан көндән башлап, аҡсаһын  минең исемгә һала барған. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, инвалид та булғас,  һәйбәт кенә килем алған, икеһенә етеп торған.  Йөрәк һыҙып, уларҙы юҡһынып йөрөһәм дә,  түҙәм инде. Бөтөнләй бер кемһеҙ түгелмен, ике яҡта ике ҡанатым – улым менән ҡыҙым.

  Йәноҙаҡ ауылы  шаҡтай ҙур: дүрт -элекке , ике яңы урам.  Мин йәшәгәне, оло юлға янындағыһы, яңы урам.

  Ниһәйәт, уҡыу йылы бөттө. Балалар ҡулдарына документ алды. Беҙ, кейем-һалым тултырылған ике сумканы ғына тотоп,  яңы торлағыбыҙға күсенеп  килдек. Атай кеше  үҙенең туҡтамаған байрамдары менән  үткән заманда тороп ҡалды. Балалар һис ҡыйынлыҡһыҙ уҡырға инде.

  Ауыл кешеләрен белмәйем, әллә ни аралашыусан да түгелмен. Ҡаршы яҡта йәшәгән Һәҙиә генә кергеләп,  хәл белешеп тора. Олатайҙар тере саҡта уҡ танышып алғайныҡ. Уның ире лә, хәҙерге күпселек ирҙәр кеүек, ситкә йөрөп эшләй, ике балаһы ҡалала уҡый. Йәй буйы өйҙәрендә булдылар. Хәҙер улар ҙа уҡыуҙа, әсәләре бер үҙе тигәндәй. Тирә-яҡта гел оло кешеләр йәшәгәс, Һәҙиә миңә ылыҡты. Яҡшы булып ҡалды, бер танышһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк.

  Ошоларҙың барыһын да күңелдән үткәреп, уйлана-уйлана йөрөнөм бөгөн. Үткән-һүткәндә һаман шул тәҙрәгә күҙ һалам. Тора бит теге кеше, тора. Ниндә бәхетһеҙ һуң? Ысынлап та, юҡҡа ғына туҡталышта ҡатып тормайҙыр инде. 

  Көтөү ҡайтты. Ярай әле,  үҙем менән килгән һыйырым  ауылға тиҙ өйрәнде. Ул да үҙенә күрә бер иптәш  төҫлө. Һыйырҙы һауып бөтөүгә  ҡараңғы төшә, күҙ бәйләнә башланы. Уйлана-уйлана йәнә сәй эсеп алдым. Яңғыҙ кешенең серҙәше – уй, башҡа нимәләр генә килмәй.  Ямғыр ҙа һибәләй башланы. Йәнгә тейеп шыбырҙай. Теге кеше ниндәй хәлдәргә дусар булды икән? Ҡурҡа бирһәм дә, баҡса артына барып әйләнергә хәл иттем. Төн буйы йоҡлай алмай ятасаҡмын, юғиһә. Ҡулыма фонарь, олатайымдың таяғын алдым да  бәрәңге араһынан һалынған һуҡмаҡтан киттем. Эйе, һаман эскәмйәлә ултыра икән, муйынын елкәһенә батырған. Өшөйҙөр. Фонарь яҡтыһына башын күтәрҙе, өндәшмәне. Кәртә аша ғына:

-Ни эшләп бында ултыраһығыҙ ул? – тип өндәштем. Ул шатланып киткәндәй булды. Ихлас ҡына итеп:

-Мин эҙләп килгән кеше бында йәшәмәй икән инде, - тип яуап бирҙе. – Дөрөҫө, мәрхүм булған.

-Шунда төнәргә итәһегеҙме? Ҡатаһығыҙ бит.

-Район үҙәгенә кире китеп, ҡунаҡханала төн сығырмын, тигәйнем. Машиналар бөтөнләй үтмәҫ булды. Берәү  үтте-үтеүен, туҡтаманы.

-Һеҙ урманда түгел, ауыл эргәһендә, - тим.  Ә үҙем уның урынында булһам, фатир һорап йөрөр инемме икән? Икеле. Ирем эсеп боларғанда ла  бер ҡасан да кемгәлер ярҙам һорап йүгермәнем бит.  – Әйҙәгеҙ, һеҙҙе фатирға индерәм, - тинем.  Был кешекәйҙең хәле бик өмөтһөҙ тойола. Үҙен- үҙе дәртләндереп, алсаҡ һөйләшеүе лә хәлен йәшерә алмай.

  Ир заты ялындырмай ғына ҡуҙғалды, һыуыҡ үҙәгенә үткәндер. Аяҙып, һыуытып ебәргән, ҡырау төшөргә самалай, буғай.

-Һеҙ алдан атлағыҙ, - юлды яҡтырттым, шулай хәүефһеҙ һымаҡ. Ят кеше күндәм генә һуҡмаҡҡа төштө.  Өндәшмәйсә өйгә килеп еттек. Аяҡ кейемен аҫҡа уҡ сисеп, йортҡа үтте.

  Ут яҡтыһында бер-беребеҙгә һынаулы ҡараш ташлап алдыҡ. Мин, электр сәйнүген ҡабыҙып, табын әҙерләй башланым. Бөгөн ашты күберәк итеп бешереүемә аптырап ҡуйҙым. Әллә кемде көткән һымаҡ йөрөнөм шул көнө буйы. Ғәжәп инде: үҙеңде лә төшөнөп-белеп бөтөп булмай. Аш һалып ултырттым, сәй янына ҡаймаҡ, ҡайнатма ҡуйҙым. Балан бәлеше бешергәйнем, шуны киҫтем. Матур ғына табын булды ла ҡуйҙы.

  Ир кеше, ҡулын йыуып, өҫтәл артына ултырҙы, бер аҙ аптырағандай итте. Ашыҡмай, тыйнаҡ ҡына ашай был. Үҙемә лә сәй яһаным. Йоҡа кәүҙәһенә ҡарап, йәп-йәш кешелер, тип уйлағайным. Бик йәш тә түгел, минең ише барҙыр. Ҡаҡсараҡ  йөҙлө, күҙҙәре ҙур, яҡты. Тура танауы, тулы ирендәре йөҙөн күркәм күрһәтә. Ғөмүмән,  һөйкөмлө генә  кеше. Уны ниндәйҙер насар эшкә һәләтлелер, тип күҙ алдына килтереп булмай. Кейем-һалымы ла килешле генә. Яңы  джинсы салбар, джемпер, куртка кейгән. Күлдәк яғаһы керләнмәгән, тимәк, ҡайҙалыр ҡағылып-һуғылып, йортһоҙ йәшәмәгән

-Ни эштәр менән килеп сыҡҡан инегеҙ һуң? – тип һорап ҡуйҙым мин һүҙ булһын өсөн генә.

-Һөйҙәһәң, оҙон ғына тарих килеп сыға инде, һеҙгә ҡыҙыҡ та булмаҫ.

-Һис тә улай түгел. Һөйләшерҙәй кешем дә юҡ, был ауылда яңы ғына йәшәйем.

-Бында инәйемдең  бер туған апаһы йәшәй ине. Бабай менән генә торҙолар, балалары булманы. Бәләкәй саҡта йәй һайын килдем. “Беҙҙең донъя һиңә ҡала инде, улым”, - тигән булалар ине. Егет булғас, юл төшмәне. Инәйем үлеп китте, атайым икенсе ҡатын алды. Тормошом  үҙгәреп киткәс, шул Фазила әбейем иҫемә төштө. Ике лә уйҙамай, ошонда  юл тоттом, - был кеше элекке диалект менән һөйләшә. Урыҫ мәктәбендә уҡығанға шулайҙыр инде.

-Танышайыҡ, булмаһа. Мин  Сәрбиназ булам, ә һеҙ?

-Беҙ Силәбе өлкәһендә ҙур булмаған ҡалала йәшәнек. Исемде заманса ҡушҡандар, йәнәһе лә. Юрий исемле башҡортмон. Бәләкәй саҡта Юрик тип йөрөттөләр. Аҙаҡ, аңлай төшкәс,  ҡыйын булды. Урыҫтар беҙҙең исемде ҡушмайҙар бит.

-Юрий икән Юрий, ярай инде. Аҙмы ни Алик, Радик, Эдик тигән исемдәр. Хатта Абрек тигәндәре осрай. Үҙ халҡыңды һанламау инде. Миңә Сәрбиназ тигән исемде олатайым ҡушҡан. Фронтта яраланғас, Сәрбиназ исемле шәфҡәт туташы үлемдән алып ҡалған. Татар ҡыҙы.

Ниндәй юлдар ташланы был яҡҡа, Юрий?

-Ҡалала, мин эшләгән предприятиела, эш хаҡы түләмәй башланылар. Элегерәк  эшләп торған заводтар ябылған. Йә ҡатын эштәмәй. Ҡатын тигәндәй, үҙе бер башҡа тарих инде. Шунан таныш-тонош, иптәштәр аша белешеп, Себер яғына юл тоттом. Һөнәр күп минең: сварщик, водитель, тракторсы, крансы. Ҡайһыһына уҡып сыҡтым, ҡайһын үҙ аллы өйрәнеп, һынау тапшырып, документ алдым. Бик ярап ҡалды һөнәрҙәрем.  Эштәгән ерҙә ҙур тракторға ултырттылар, юл төҙөйбөҙ.  Эш хаҡы ла яҡшы. Йәшәү – сиған тормошо. Бер бөртөк ҡыҙыбыҙ бар. Аҡса- ҡатын ҡулында. Тәүҙә ҡурсаҡтай кейенделәр. Йорт та яҡшы мебель-фәлән алып ултырттыҡ. Эт эсенә һары май килешмәй, тиҙәр. Ҡатынға ла аҡса килешмәне – шашты. Ишеттереп торһалар ҙа, иғтибар  итмәй маташтым. “Һин китһәң, йортоң  притонға әйләнә, эсеү-типтереү башлана”,- тип һаман әйтеп торалар.

-Ә бала?

-Уны ҡәйнәгә алып барып ташлай икән. Ул да йыраҡ китмәгән – эсергә ярата.

-Шундай ҡатындың ҡыҙына өйләндегеҙме?

-Йәш саҡта кем ҡараған инде. Атаһы оҫта ҡуллы булған. Ҡыҙын кеше алдында кәмһетмәҫкә тырышҡан,  Лираны матур кейендереп, теләгәнен алып биреп үҫтергән.  Үҫмер саҡта кеше бүтәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырыша бит.  Шуға күрә тәүҙән үк мин аңлап та етмәнем. Тышҡы ҡиәфәтенә алдандым.

-Сибәр инеме ни?

-О-о, сибәр, тип әйтеү генә аҙ. Әллә миңә шулай күрендеме? Кинолағы актрисаларҙан үҙ-үҙеңде  тоторға, кейенергә, биҙәнергә өйрәндем, тигәйне бер ваҡыт. Йәш саҡтан уҡ, инәй әйтмешләй,  боҙоҡ ине инде ул. Ғашиҡ саҡта һуҡыр булаһың. Эсмәй генә йөрөгәнендә уға тиң юҡ. Үҙе лә, өйө лә һүҙ тейгеһеҙ. Арыу ғына бешеренә лә. Берәй ай кеше кеүек йәшәһә, ялҡа. Мине күрә алмай башлай, талаша. Шунан, бының ваҡыты етте, тигән фекергә киләм. Төрлөсә албырғатырға тыршам. Аптырағас :”Эс әйҙә, әммә өйҙә генә ят”, - тим. Юҡ, аҙғын кәнтәй кеүек юҡҡа сыға. Иң түбәндәр, юлдан яҙғандар менән йөрөмәһә, күңеле булмай. Шунан хәле бөтөп, тупһаға килеп йығыла. Өйгә һөйрәп индерәм, ваннаға һалам. Сәс-башын тәртипкә килтерә, яҡшы кейемдәрен кейә, биҙәнә-төҙәнә. Өс көндән яңынан нәфис туташҡа әйләнә.

-Ә бала ни эшләй?

-Башта инәй ҡараны. Аҙаҡ, ул үлгәс,  Лираның тәртипһеҙ әсәһенә ебәрәһе килмәне. Ишеккә ҡаршы йәшәгән Маша әбей ҡараша ине.  Балалары йыраҡта, үҙе сәләмәт кенә ҡарсыҡ. Роза ҡыҙыма әкиәтен һөйләй, сәсен үрә.

-Үҙ күҙем менән күргәс, тигәйнең, - мин төпсөнөүемде белдем.

-Элек йыйын бомждарҙы өйгә килтермәй ине әле. Һуңғы ҡайтыуҙа фатирға тулғандар. Йорт боҙоҡтар притонына әйләнгәйне.

-Күкрәк көсөң менән тапҡан донъяң ҡала инде шулай, - мин эстән генә үҙ  яҙмышымды  һыҡранып уйланым.

-Ҡала инде. Йөрәгең һыҙҙауҙан ярылып барғанда  донъя ҡайғыһымы ни?

-Мин дә нәҡ һеҙ кисергәнде баштан үткәрҙем бит.

  Яҙмыштарыбыҙ оҡшаш булғас, һүҙҙәр беректе, сәйнүк яңырҙы. Беҙ, Юрий менән, элекке таныштар һымаҡ,  оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәғәт төнгө өс етте. Күптән йоҡларға ваҡыт. Ҡасандыр икмәк мейесе булып, уны алып ташлаған урынға бәләкәй генә бүлмә эшләнгәйне. Бер үҙем генә булғас, шунда йоҡлап йөрөнөм. Әле  был урынға Юрийҙы индерҙем дә үҙем йоҡо бүлмәһенә киттем. Көтөү иртәнге һигеҙҙә китә, шуға тиклем йоҡлап  алырға кәрәк.

  Иртәнге етелә “ҡып” итеп килеп тә торҙом. Кемдер туҡылдатып тауыш бирҙе. Юҡ, бер кем дә түгел ул. Өйҙөң шундай тылсымы бар. Ваҡыт еттеме,  “туҡ” иткән тауышҡа уянам. Өләсәйемдең әйткән һүҙе иҫкә төшә: “Иртәнге намаҙ еттеме, туҡылдатып уяталар”, - ти торғайны ул. Тәүҙә аптырап китә инем, хәҙер өйрәндем инде.

  Йоҡа таҡта аша Юрийҙың тигеҙ генә тын алышы ишетелә. Ғүмеремдә булмағанса, күңел бөтөнлөгө һиҙҙем. Әйтерһең,  яҡын кешемдең һулышын тоям. Йыуынып, ялтыр биҙрәмде тотоп, һыйыр һауырға сығып киттем. Һыйырымдың эҫе ҡорһағына башымды терәп, көйлө тауыштар сығарып, һауырға керештем. Билдәһеҙ ҡыуаныс күңелемде иркәләне. Инеүемә  Юрий торғайны инде. Йыуынып та, ҡырынып та өлгөргән: шыма яңаҡтары “ялт” итеп тора. Ҡайнап сыҡҡан сәйнүкте һүндереп, сәй бешереп ҡуйған хатта.

  Өҫтәл артында Юрийға һораулы ҡараш ташланым: сығып киткеһе килмәгәнен дә һиҙәм. Мин дә  эшлекле, арыу  холоҡло ир-аттың юлда аунап ятмауын аңлайым. Шундай ихлас ул, бер ҡатлы һымаҡ. Алдаҡсылыр, тип башыма ла индермәйем.

-Ни эшләргә уйлайһығыҙ?

-Аптырайым әле, әбейемдең йортон барып ҡарармын.

-Ашыҡмаһағыҙ, миңә ярҙам итегеҙ.

-Ниндәй ярҙам кәрәк? – ул һөйөнөп киткән төҫлө булды.

-Бәрәңге ҡаҙырға ваҡыт еткән.

-Мин риза, ялым башланып ҡына тора. Бөгөн үк ҡаҙа башлайыҡ!

-Шулай итәйек, - мин һөйөнөп киттем. Ҙур ғына баҡсаны  нисек ҡаҙырмын,  тип көйөп тора инем.

  Бөгөн көн дә матур башланды, аяҙып, елләп ебәрҙе. Төшкә эште башларға була. Мин аш-һыу менән булашҡансы, Юрий картуф һабаҡтарын сабып ташларға булды. Эшкә таһыллы, ҡалала үҫкән тимәҫһең.

-Олатай өйрәтте, - тип аңлатты ул. Ауылға йыш ҡайтып йөрөгәс, яҡшы  беләм.

  Эшләй башлағас, әллә ни һөйләшмәнек. Кисә артыҡ асылып китеп һөйләшеүенә бөгөн тартынған кеүек. Төн - шундай тылсымлы ваҡыт:  яңғыҙлыҡ нығыраҡ һиҙелә, көндөҙ уйға килмәгән уйҙар, хыялдар килә. Мин дә тынып ҡалдым. Иғтибарымды эшкә йүнәлттем. Юрий картуфты оҫта ҡаҙа ине. Һәнәкте ситтән генә батырып, күтәреп ала ла, иләгәндәй һелкетә биреп, бүлбеләрҙе матурлап һалып бара. Ирекһеҙҙән Рәилдең ҡаҙғаны иҫкә төшә.  Яп-яҡындан ҡаҙған булып, бер-ике бүлбене имгәтер, шунан әллә ҡайҙа тиклем борхотоп, сәсеп ебәрер ине. Кеше менән кеше  – ер менән күк араһы.  Сәғәт дүрттәргә байтаҡ ыратып ташланыҡ. Көн хатта еңелсә ҡыҙҙырып ебәрҙе. Көтөү ҡайтҡансы кибеп өлгөргән картуфты ташып та алдыҡ.

  Бер төрлө эш, бер маҡсат әҙәм балаларын яҡынайта. Картуф ҡаҙыу һымаҡ ябай ғына шөғөл дә Юрий менән арабыҙҙы яҡынайтып ебәргән кеүек. Холоҡтарыбыҙҙы ла төшөнә барабыҙ. Бала саҡ, йәшлек йылдары, шул саҡтарҙың ҡәҙерле мәлдәрен иҫкә төшөрөп алабыҙ. Инде эш бөтөп, бәрәңге баҙға һалынып бөтөүгә  бергә уйнап үҫкән дуҫтар һымаҡ инек инде. Кис етһә, бергә телевизор ҡарайбыҙ, фильмдарҙың эстәлеге хаҡында гәпләшәбеҙ. Юрий уҡырға ла ярата икән, китапхананан бер нисә китап та алып ҡайтып бирҙем. Төн етеп, йоҡлар ваҡыт етһә генә баҙап ҡалғандай итәбеҙ. Шунан тыныс йоҡо, тәмле төштәр теләп икебеҙ ике бүлмәгә  китәбеҙ.  Бер килке уны уйлап ятам әле. Үҙемдән ни тиклем йәшерергә тырышһам да, оҡшатам инде. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә, һиҙҙермәҫкә тырышам. Юрий ни уйлауын һиҙҙермәй бит. Аллам һаҡлаһын,  еңел-елпе ҡатын тип уйлап ҡуймаһын.

  Картуф эштәре тамам булғас, йорт тирәһендә лә ирҙәр ҡулы талап ителгән байтаҡ эштәр барлығы күренде:  баҡса бағаналары серегән, ҡарбаҙ емерелергә тора, тиҙәкте баҡсаға таратырға кәрәк. Ҡарауһыҙыраҡ торған донъяның байтаҡ мәшәҡәте йыйылған. Ай ҙа үтеп бара инде. Юрий һуңғы ваҡыт ныҡ уйсанланып  китте.

-Ни эшләп балтаң һыуға төштө әле? – тип туп-тура һораным да ҡуйҙым.

-Уйланмай булмай, ҡыҙымды иҫемдән сығармайым. Тетя Маша менән һөйләшеп торам да ул. Уға тейешле аҡсаһын да ҡалдырғам. Розочканы үҙ баламдай күрәм, тип торһа ла, ҡыҙым етем бала хәлендә үҫә. Ҡыҙыулыҡ менән сығып киткәнмен, эш әйберҙәрен дә алмайынса. Хәҙер һалҡындар төшә, китергә ваҡыт етә. Ҡайтып әйләнәм тиһәм,  аҙағы яҡшы тамамланмаҫ ул. Күңел дә тартмай, ытырғаныс. Бер күңел ҡайтҡас, үҙемде еңә алмайым.

-Кейем яғына килгәндә, мәсьәлә түгел, - тинем мин, – олатайым һаҡсыл, тәртипле кеше ине. Кәүҙәгә лә ҡаҡса булды. Бына тигән кейемдәр бар. Камуфляж бушлат, шундай уҡ костюм-салбарҙар бар. Әллә инде оҙаҡ һалдат булып йөрөгәнгә,  шул төҫтө яратты.

  Соланға сығып бер ҡосаҡ әйбер күтәреп индем. Былар кер төшмәгән  һәйбәт кейемдәр ине: ҡышҡы бүрек, һырылған салбар ҙа бар. Юрийға тап-таман булып сыҡтылар. Бына тигән кейем-һалым  әрәм булып тора, тип эсем боша ине, шатландым.

-Мин хаҡын түләрмен.

-Нимә һөйләйһең? Мине асыуландырырға итәһеңме? Миңә күпме ярҙам иттең! Һанай китһәң, үҙем бурыслымындыр әле.

  Ниңәлер эсем бошоп китте. Юрий ят итә, ахырыһы, тип уйлай һалдым.

-Әллә ни эш тә юҡ. Миңсафа әбейемдең өйөн барып күрәйекме әллә?

-Ул йорттоң ҡайҙа икәнен беләһеңме?

-Беләм.

-Төшләтеп барырбыҙ.

  Шулай иттек тә.  Йорт  иҫке урам осонда ине.  Яңыраҡ һалынған ҙур, матур ғына йорттар менән иҫке, ваҡ йорттар аралаш ултыра. Урам аҫҡа иңкәүләнә бара. Бала-саға - мәктәптә, кешеләр төшкө ашын ашайҙыр. Урамда бер кем дә осраманы. Беҙҙе күңелһеҙ генә күренеш ҡаршыланы: бағаналары серегәнлектән, ҡойма менән ҡапҡа ауырға ғына тора, баҡса кәртәләре бөтөнләй йығылған инде. Өй эргәһендәге ике-өс төп аламағастың ботаҡтары һынған. Артыҡ һелкетмәҫкә тырышып, ҡапҡаны асып индек. Асҡыс солан стенаһына эленгән бер бәләкәй генә һауыт эсендә икәнен. Асып индек. Ике ҡатлы тәҙрәләрҙе туҙан баҫҡан, танауға саң, иҫкелек еҫе бәрелде. Эре генә бүрәнәләрҙән һалынған дүрт мөйөшлө йорт бирешмәгән, ә бына, көслө ямғырҙар ваҡытында һыу үтеп, мейес мөрйәһе емерелгән. Унан ҡомло һыу ағып төшөп, мейес алды серек еҫ сығарып ята.  Оло кешеләргә хас булғанса йыһаз, аш яғы таҡта менән бүленгән. Түшәк-яҫтыҡ әллә нисә йылдың туҙанын һеңдереп, төҫөн юғалтҡан. Күңелдә ауыр, күңелһеҙ хистәр тыуҙыра был күренеш. Бер һүҙ өндәшмәй, тышҡа сыҡтыҡ. Ишекте бикләп торғанда ашығып бер апай килеп етте.

-Юрик, балаҡай, һинме? Бәләкәй сағыңды яҡшы иҫләйем.  Миңсафа апайға  йыл да килеп йөрөнөң бит.

-Эйе, мин.

-Бигерәк тәртипле бала инең. Ҡара инде, инәйеңдең йорт-тирәһе ҡалай ҡырылып ята.

-Шулай икән шул. Һис тә юл төшмәне.

-Урам  яғын булһа ла  бер аҙ тәртипкә килтереп ҡуйырһың, инәйең хаҡына.

-Эшкә китергә ваҡыт еткән шул, апай. Быйыл көҙгә булмаҫ инде. Ә эше күп. Киләһе яҙға килермен, Алла бойорһа. Шулай тиҙәр бит?

-Эйе, балам, һин булдырырһың, ышанам. Ҡайһы бер йәштәрҙең иҫе лә китмәй инде.

-Улай тимә, апай, бер килеп рәтләрмен. Йә, әлегә һау булығыҙ.

  Юрий ныҡ бошондо, йөҙө ҡараңғыланды. Ашағып китеп барҙыҡ. Бер ни тип тә әйтә алманым, хатта үҙемде ғәйепле тойҙом.

 Юрий иртәгә юлға сығырға тейеш. Мин уны юлға әҙерләргә керештем. Был эшкә бөтә күңелемде һалдым: духовкала бер йәш әтәсте  бешерҙем, ваҡ бәлештәр, эремсек шәңгәләре, тиҫтәнән ашыу йомортҡа бешереп алдым, ҡаймаҡ, ҡайнатма һалдым. Ир кешенең күңеле нескәрҙе :”Бындай һый-хөрмәтте ғүмерҙә күргәнем булманы, - тине.- Ул тиклем ниңә мәшәҡәтләнергә инде?”   Ул күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны, ҡарашында бөткөһөҙ рәхмәт, наҙ күреп һөйөндөм.

  Һуңғы көндәрҙә, һиҙҙермәҫкә тырышып, миңә оҙаҡлап ҡарап тора, көрһөнә. Уның был ҡарашы күңелемде елкендерә, дәрт өҫтәй. Мин осоп тигәндәй йөрөйөм. Шулай икебеҙ ҙә эстә сер һаҡлайбыҙ, буғай. Ни тиклем генә һыр бирмәҫкә тырышһа ла, Юрий минең телефон номерын һорап алды, үҙ сиратымда мин дә уның номерын алдым. Алда ниҙәр булырын кем белә?

  Иртәнге автобус менән район үҙәгенә юлландыҡ.  Минең Юрийҙы оҙатҡым килде, ҡайһы бер магазиндарға ла инеп сығырға кәрәк ине.  Автобус  китергә ике сәғәт ваҡыт бар ине. Мин магазиндарҙа йөрөп килгәс, сәйханала ашыҡмай ғына сәй эстек. Һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә бөттө кеүек, әммә эстә әллә нәмә өҙөлөп төшөр кеүек булып тора. Бүтән уны бер ҡасан да күрмәмме?

  Мин кире ауылға ҡайта торған автобус алдараҡ ҡуҙғала ине. Китеренә ун биш минут ҡалды инде. Салонға кереп ултырырға булдым, урындар ҙа бөтөп бара. Хушлашҡанда  Юрий ҡыйыуланып киттеме, әллә үҙен белештермәҫ хәлгә еттеме, мине кинәт  ҡосаҡлап алды. Үҙенә шул тиклем ҡыҫты, аптырап күҙҙәренә ҡараным. Ул, шуны ғына көткәндәй, ныҡ итеп үпте. Ихлас, ҡайнар үбеү ине был. Мин шаңҡып ҡалдым, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, ишеккә ташландым. Арттараҡ урын бар ине, шунда ауҙым. Хатта тәҙрәгә ҡарарға оноттом. Тәҙрә шаҡыуға күтәрелеп ҡараһам,  Юрий  йәшкәҙәп киткән күҙҙәре менән мөлдөрәп ҡарап тора. Ул ҡул иҙәне лә китеп барҙы. Мин инде бер кемде лә күрмәнем һәм ишетмәнем.  Әлегәсә бындай хисте кисергәнем юҡ ине, ярым иҫерек бер хәләткә сумдым. Ҡайтып еткәнсе шул хәлдә инем. Өйгә ҡайтҡас та, әйберҙәремде йән-яҡҡа ырғытып, диванға йығылдым, тәрән йоҡоға сумғанмын. Төшөмдә лә Юрийҙы күрҙем: уның менән етәкләшеп барабыҙ, тәбиғәт шау сәскәлә, осрашабыҙ ҙа йәнә айырылышабыҙ. Мин ныҡ күңел тетрәнеүе кисерҙем, стресс булды, ахрыһы. Тәнем уттай яна, хатта температурам күтәрелде. Ғашиҡ булыу, күрәһең, шулай булалыр. Оҡшатыуымды ни тиклем баҫып йөрөһәм дә, үбеүе утҡа май бөркөү менән бер булды. Ни эшләрмен, нисек түҙермен инде? Балаларым алдында мин ғәйеплеме? Ошо һорауҙар һис тә тынғы бирмәне. Юҡ, мин уларҙы бер минутҡа ла ташламағанмын, ташламаясаҡмын да. Әлегә тиклем минең тормошомдоң  маҡсаты улар ғына ине бит, хәҙер Юрий ҙа килеп ҡушылды.

  Ул бер нисә көндән шылтыратты. Килеп етеүен, эш башлауын хәбәр итте. Ябай ғына хәл белешеү булһа ла, түбәм күккә тейҙе, күңелем йырланы: ташҡындар ташты, муйылдар сәскә атты, һандуғастар һайраны. Осоп тигәндәй йөрөнөм. Хатта төҫкә матурайҙым: йөҙөм алһыуланып яна, күҙҙәрем нурланып балҡый. Үҙемдә тауҙар аҡтарырҙай көс һиҙәм.

  Көндәр шатлыҡ менән үтте, балаларым, йыш шылтыратып, үҙҙәре хаҡында һөйләп торҙолар. Әкренләй өйрәнәләр, зарланмаҫҡа тырышалар, ныҡ һаныуҙарын белдерәләр. Әлдә икәүбеҙ әле, тип ҡыуаналар. Хәҙер йөрәгемдә өс кеше йәшәй, улар тип тибә, һағышлана. Матур, ләззәтле был тойғо.

  Шулай һәйбәт кенә йәшәп ятҡанымда, бер көндө Рәил килеп кермәһенме! Таушалған кейем, шундай уҡ ҡиәфәт, ябыҡҡан. Үҙенән керле кейем, йыуынмаған тән еҫтәре аңҡый. Төшкөлөккә әҙерләп бөтөп кенә тора инем. Кем булһа ла, килеп ингән кешене әҙер ашҡа саҡырмай булмай. Ғәйепле малай кеүек шымып ҡалған, кикреге шиңгән, ныҡ ас икәне һиҙелә. Һоғаланып, туймаҫтай булып аҙыҡҡа ташланды, сәйнәр-сәйнәмәҫ көйө йоторға тотондо. Ашап, сәй эсеп алғас, тирләп китте, кәйефләнде. Ваҡһый башлар, үҙенең яуыз холҡон ҡыуыр был,  тип уйлап торам. Юҡ, йыуаш ҡына һөйләшә башланы:

-Бик шәп йәшәп ятаһың, донъяң етеш икән, - тигән булды, - мине лә саҡырып алһаң, шәп булыр ине. Эскемде ташларға тырышыр инем.

  Уның һүҙҙәре күңелемде болғандырҙы. “Һинән ҡотолоп, тыныслыҡ таптым”, - тип әйткем килһә лә, тыйылдым.

-Шулай ҙа мин атай, балаларҙы етем итеү килешмәй. Мәктәптәләрме әле?

-Уларҙың хәҙер уҡыу йортонда уҡырлыҡ йәштә икәнен дә белмәйһең, атай кеше. Студенттар улар.  Ҡайҙа эшләйһең хәҙер? Уҡыған балаларыңа нисек ярҙам итмәк булаһың?

-Әлегә эшләмәйем. Ну эш табырмын, яныңда ҡалдырһаң.

  Мин үҙемде тыныс тоторға тырышам.

-Беләм мин һинән килгән һәр бер һумдың ҡанлы-енле булыуын. Балалар өлөшөн ашап-эсеп ятырға уйлайһың. Юҡ, бында кертмәйем. Етем бәрәсте ниңә эҙләп килдең? - Ул үҙе мине һәр саҡ шулай кәмһетә ине. -  Автобус  егерме минуттан урап килеп етә, һыпырт. Китмәҫкә баҫышһаң, милиция саҡыртам.

  Раилдең төҫө үҙгәрҙе, хатта ҡалтыранып киткән төҫлө булды.

-Һин нимә ул тиклем, мин һиңә дошман түгел дә, - тине  ул ялыныслы тауыш менән. – Йә, китәм инде, кит тигәс, һине шул тиклем ҡаты бәғерле тип уйламағайным. Милицияға хәбәр итмәй тор, былай ҙа тормошом тормош түгел. Ни бит әле… - ул тотлоғоп китте. – Юллыҡ аҡса бирмәҫһеңме?

-Их, атай кеше. Балаларға ярҙам итермен, тигән булаһың тағы. - Кеҫәмдә ятҡан икеме, өс йөҙмө аҡсаны уға ырғыттым.

-Туҡта, ашарға ла бирәйем, - мин уның йыуаш, күндәм ҡиәфәтенән ниндәйҙер бәләгә юлыҡҡанын төшөнгәйнем инде.

  Бер икмәкте уртаға киҫеп, ҡаймаҡ һыланым, бешкән помидорҙар, банкаһы менән тоҙланған ҡыяр һалдым.

-Бына йомортҡа, бешерергә ваҡыт юҡ. Элек сей көйөнсә лә эсә инең, - бәләкәй ҡумтаға ун бишләп йомортҡа һалдым.  Бөтәһен дә бергә пакетҡа тултырып, ҡулына тотторҙом.

-Рәхмәт, һин гел изгелекле булдың, мин генә ҡәҙереңде белмәнем. Их!.. – ул ашығып сығып китте. Әйтерһең, артынан ҡыуып киләләр. Тиккә түгел,  бәләгә тарығандыр. Элекке сағы булһа, күкрәк ҡағып һөйләшер ине, ҡайҙа инде ғәйебен таныу.

  Элекке иремдең яҙмышы икенсе көндө үк билдәле булды.  Иртүк ике милиционер килеп инде. Иҫәнләштеләр, үҙҙәре менән таныштырҙылар.  Һынап ҡарағандан һуң:

-Рәил Мусин бында түгелме? – тип һораны участковый тигәне.

-Юҡ, - тинем мин битем яна башлағанын тойоп, - ышанмаһағыҙ,  ҡарап  сығығыҙ.

-Ниңә һеҙ ул тиклем, ышанабыҙ, - һорау биреүсе ҡыйынһынғандай булды.

-Нимә эшләгән һуң? – тип һораным мин түҙмәй.

-Иптәштәре  менән  эскән ваҡытта бер әшнәләренең башына шешә менән һуғып үлтергәндәр. Берәүһен тоттоҡ инде. Ул бөтә ғәйепле Мусинға яба. Ә Мусин  ҡасып йөрөй, ҡотолормон, тип уйлай. Һеҙгә килеүе мөмкин. Килһә, хәбәр итегеҙ.

  Милиционерҙар китеп барҙы, аптырап тороп ҡалдым. “Их, Рәил, бына ниндәй хәлгә барып  еткәнһең! Хәҙер һинең балаларыңа “төрөмщик балалары” тигән мөһөр баҫылырмы?”   Мин шулай өҙгөләндем. Тик тороп булмай. Емеш баҡсаһына сыҡтым.  Эш күп икән  - иҫке ҡурай еләк ағастарын киҫергә кәрәк, ҡарағат ҡыуаҡтары араһында ла ҡартайғандары байтаҡ. Яҙ еткәс, барыһына ла өлгөрөүе ауырыраҡ булыр. Бик шәп секатор алғайным бит әле. Бисмилла итеп, эшкә тотондом. Эш кәйефте күтәрҙе. Шал-шолт итеп, ҡарт ҡыуаҡтарҙы ҡырҡам  ғына. Шулай бик ҡыҙыу эшләп йөрөгәндә ҡапҡа асылды. Ят ҡатын, мине күреп, яныма ашыҡты, бәләкәс ҡапҡаны асып, баҡсаға килеп инде. Абау, кем был? Туҙған сәсе йыуылмай майланып, киҫәк-киҫәк булып аҫылынған, көҙгө йоҡа курткаһы, спорт салбары керләнеп бөткән. Мин аптырап торған арала зәһәр тауыш яңғыраны. “Был арала  ни эшләп гел ситтәр килә һуң?”- тип уйлап өлгөрҙөм. Был ҡатын үҙен тәртипкә килтерһә, моғайын, бик сибәрҙер, ләкин күп эсеүҙән йөҙө күк-күмгәк, шешенке. Ул миңә күп уйланып торорға ирек бирмәне, килде лә йәбеште, һелкетергә кереште.

-Үлтерәм! – миңә тын алырға ирек бирмәй. Әллә ниндәй оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләшә, етмәһә.

-Н-н-ни өсөн? – тим, иренемде көскә ҡыбырлатып.

-Ирем менән сыуалғаның өсөн! – мине төртөп ебәрҙе лә ҡулымдан төшөп киткән киҫкесте эләктереп алды.

-Ҡотҡарығыҙ! – тип ҡысҡырып та өлгөрҙөм, үткер ҡорал куртка менән бергә беләгемде  ике яҡлап киҫеп тә ебәрҙе. Ә шашҡан ҡатын һаман һөжүм итеүен белә,  йәнә лә киҫмәксе була. Ул арала, сыр-сыуҙы ишетеп, күрше Һәҙиә йүгереп килеп етте. Ул ҙур кәүҙәле, көслө ҡатын. Арттан килеп, бисураны аймап тотто ла, ҡайырып, киҫкесте тартып алды. Минең ең осонан сөбөрләп ҡан аға. Һәҙиә албырғап ҡалды - миңә ярҙам итергәме,  әллә ят ҡатынды ебәрмәй тотоп торорғамы?

-Милиция саҡыр, милиция! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. – Тәүҙә саҡыр, аҙаҡ бәйләрбеҙ.  – Уның ҡулында теге ҡатын тулай, әллә ни көсө лә юҡ икән үҙенең.

-Ебәр шуны, яраны бәйлә, - тип ҡысҡысҡырам мин, Һәҙиәне тамам ҡурҡыуға һалып. Ул тегене ысҡындырып, мине эләктереп өйгә алып инеп китте.

  Куртканы һыпырып ташлап, яраға шунда элеүле торған таҫтамалды баҫты. Беләк аҫлы-өҫлө киҫелгән. Тамырға ла эләккән булырға тейеш, ҡан ныҡ  аға.

-Фельдшер саҡырмай булмай, - тип Һәҙиә телефонға йүгерҙе.

  Теге шашҡан ҡатын да  килеп инде.

-Еңел ҡотолдоң, тағы ла эләгәсәк әле!

  Уның Юрийҙың ҡатыны булыуын төшөнөп алдым. Ул арала фельшер килеп етте. Яраны ҡараны, жгут һалды.

  Ваҡиғалар детектив кино төҫөн ала барҙы.

-Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай быны, - фельдшер Ғәлимә апай , тиҙ ярҙам саҡырып, участковыйға шылтырата башлаған. “Участковый” тигән һүҙҙе ишеткәс, ят ҡатын  ғәйеп булған.

  Бына шулай уйламаған-көтмәгән ерҙән больницаға инеп киттем. “Яра ул тиклем ҡурҡыныс түгел, - тип йыуатты  хирург, - тиҙ уңалыр. Инфекция эләгеп, аҙып китмәһен өсөн антибиотик алырға кәрәк булыр. ”

  Ул арала участковый килеп етте, автовокзал тирәһендә Лира Мәхмүтованы  тотоуҙары хаҡында әйтте  һәм протокол төҙөргә керешеп китте.

-Протокол төҙөмәгеҙ, барыбер ҡул ҡуймайым, - тип баш тарттым мин. – Булғас, булған инде.

  Шундай ғәрлекле, асыу килтергес ваҡиғалар уртаһында ҡайнауыма ни эшләргә белмәй көйҙөм, күңелем ҡырылды. Икенсе көндө Юрий шылтыратты.  Лираның ауылға килеп, миңә һөжүм итеүен әйтмәй торорға булдым. Йә берәй нәмә эшләп ҡуйыр, ҡыҙы бөтөнләй етем ҡалыр, тип ҡурҡтым. Эшкә тип китеп, шунда үлеп ҡалыу осраҡтары ла булып тора бит. Йә йөрәк өйәнәге, йә юғары ҡан баҫымы менән харап булалар. Юрийҙың да йөрәге таш түгел, гел түҙеп, ҡайғырып йәшәгән. Әйҙә, эшендә тыныс күңел менән йөрөһөн.

  Уны уйлауҙан туҡтай алмайым. Алла бойорһа, ҡыйын ваҡыттар үтеп китер, беҙҙең йортҡа ла байрам килер. Шулай буласағына ышанып йәшәйем. Ярам тиҙ төҙәлә, бер нисә көндән сығарабыҙ, тип торалар. Юрий көн һайын шылтыратырға булып китте. Эштән  һуң һәр саҡ бер үк ваҡытта уның хәбәре килә.

-Әгәр рөхсәт итһәң, мин һиңә ҡайтайыммы? -  бер көндө ул шулай тип әйтеп һалды. – Һине тәү ҡараштан  яраттым  бит. Үҙең ҡырыҫ булғас, белдереүҙән ҡурҡтым. Бары һин генә, бары һин йөрәгемде  дауалаусы.

  Мин  өнһөҙ ҡалдым. “Һине яраттым”, - тигәнде беренсе тапҡыр ишетәм бит. Шул йәшемдә, инде үҫеп бөткән ике балам була тороп, беренсе тапҡыр.

-Алло, алло, - Юрийҙың хафалы тауышы ишетелә, - һин риза түгелме ни? – Мин ҡотом осоп, кинәт кенә:

-Риза,  - тип әйтә һалдым. Уның трубканы ташлауынан ҡурҡтым. Кинәт хәлем бөтөп:

 - Ярай, бөгөнгә хуш, - тинем.

  Шунда уҡ ата-әсәгә мохтаж булып, зарығып йәшәүсе ҡыҙ бала иҫемә төштө. Ул хистәр, юҡһыныуҙар миңә шул тиклем таныш бит. Юрийҙың ҡайтҡанын көтмәй  барып алыр инем  ул баланы, әгәр риза булһа.

  Барыһы ла шулай ыңғай хәл ителәсәгенә ышанып, серемгә киттем. Алда мине тулы ҡанлы, бәхетле тормош көтә ине. Юрийҙың :”Тик һин генә, бары һин генә”, - тигән һүҙе ҡолағымда  һаман сыңлап тора.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: