Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
11 Декабрь 2023, 22:15

Ҡарһылыу ҡосаҡлап ҡайтты

- Һин миңә башҡаса бисәкәй түгел. Был хаҡта барыһы алдында әйтеп сығайым, юғиһә артабан да һине түҙергә тура килер...

Ҡарһылыу ҡосаҡлап ҡайтты
Ҡарһылыу ҡосаҡлап ҡайтты

Кешеләр “тиҙҙән Яңы йыл етә” тип шаулаша ла башланы. Ә минең иң күрә алмаған байрамым ул! Бигерәк тә каникулы үткәнсе хәлем бөтә. Эштә дежурлыҡ ҡуйһалар, шунда уҡ ризалашам.

Мине ирем 31 декабрь киске сәғәт туғыҙҙа ташлап китте. Туғандар йыйылған ине, улыбыҙ каникулға ҡайтҡан ине. Алдан һөйләшкәйнек бар күмәкләшеп байрам ҡаршылайбыҙ тип. Туғандар йыйылып бөттө. Ирем юҡ та юҡ. Туғыҙҙа килеп инде, яңғыҙы түгел. Йәш кенә Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙҙы ҡосаҡлап. Икеһе лә иҫерек. “Бисәкәй, бөгөндән һин миңә бисәкәй түгел. Бөгөн барыһы алдында әйтеп сыҡмаһам, һаман һине түҙеп йәшәргә тура киләсәк. Бына минең мөхәббәтем. Ә һине мин бер ҡасан да яратманым!”

Уның һүҙҙәренән барыбыҙ ҙа шаңҡып ҡалдыҡ. Һуңынан улымдың барыһын да белеүен белдем. Атаһы һөйләгән булған. Улымдың хыянаты айырыуса ауыр булды. Атаһы яғын алған килеп сыға бит.

Ул хәлдән туғыҙ йыл үтте. Ирем бәхетле йәшәй, балалары бар. Ә мин Яңы йылды күрә алмайым! Ишегемде бикләйем дә, бер кемгә лә асмайым. Хәйер, миңә килгән кеше лә юҡ, туғандар ҙа саҡырмай. Саҡырһалар ҙа парлылар араһына нимә тип барып ултыраһың...

З.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: