Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
10 Декабрь 2023, 22:05

Өлөшөмә төшкән көмөшөм

Уның яҙмышы ҡатмарлы ла, ябай ҙа булып сыҡты. Ҡатыны мәрхүмә булғас, туғандары уны ҡыуып сығарған. Балалары булмаған. Ниңәлер бар нәмә ҡатынының исемендә генә булған...

Өлөшөмә төшкән көмөшөм
Өлөшөмә төшкән көмөшөм

Республика дауаханаһында төрлө төбәктән осрашҡан ҡатындарҙың һөйләшер һүҙ бөтмәй.

Әлбиттә, һүҙ күберәк балалар, ғаилә, бигерәк тә ирҙәр тураһында өйөрөлә.

Бер Саимә апай өндәшмәй. Өфөгә яҡын йәшәгәс уның ире көн аша килеп етә. Һәр саҡ ыҫпай, матур кейенеп, төҙ баҫып йөрөгән ирҙең кем булып эшләгәнен белге килә. Ә апайыбыҙ өндәшмәй. Йылмая ла ҡуя. Ире тағы килеп киткәс беҙҙе тәмле емеш-еләк менән һыйларға ултырҙы.

-Саимәкәй, йонсоттоң бит! Әйт инде, кем булып эшләй ирең? Ҡайҙа таныштығыҙ? Нисек өйләнештегеҙ?

Был юлы ул инләтмәне.

-Шуны ғына әйтәм, яҡшы ирҙәр диванда ғына аунап ятмай ул. Улар сүп-сар йәшниге янында ла ята.

Бер кис төшкәс сүп сығарҙым. Йәшник эргәһендә ятҡан иргә абынып йығылып китә яҙҙым. Бомжға оҡшамаған. Үҙе ыңғыраша. Йәһәт кенә скорый саҡырттым. Алып киттеләр. Бер аҙна үткәс ошо уҡ ирҙе сүп йәшниге янында йөрөгәнен күрҙем. Ә минең кәйеф юҡ бөтөнләй. Ауырып ҡайттым эштән, ә өйҙә кран шартланы, йүнәтергә килгән сантехник һыуҙы төбөнән һүндерҙе лә, иртән киләм тип ҡайтты ла китте. Илай яҙып сүп түгергә китеп барам шулай. Был ир мине күреп һиҫкәнде лә, ҡасып китеп бара ине, туҡтаттым. Кранды йүнәтә беләңме тием. Эйе тигәс алып ҡайттым. Бер кис, бер төн эсендә бар нәмәне йүнәтеп бөттө һәм миндә тороп ҡалды.

Уның яҙмышы ҡатмарлы ла, ябай ҙа булып сыҡты. Ҡатыны мәрхүмә булғас, туғандары уны ҡыуып сығарған. Балалары булмаған. Ниңәлер бар нәмә ҡатынының исемендә генә булған. Тәүҙә эш урынында йоҡлап йөрөгән. Унда сокращениеға эләккәс урамда тороп ҡалған. Бына шулай таныштыҡ һәм йәшәп киттек. Ун йылдан ашыу йәшәйбеҙ. Бәләкәй генә үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Балаларыбыҙ юҡ, әммә һәр барыбер бәхетлебеҙ. Һәр минутыбыҙ бер-беребеҙ өсөн генә. Мин дә бит уға тиклем ирҙәр менән мөнәсәбәттәрем уңманы. Хәҙер бик бәхетлемен. Бына әҙерәк ауырып киткәйнем, ирем ныҡ борсола. Шулай бер-беребеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡып, яратышып ҡына йәшәйбеҙ.

-Кинолағы кеүек!-тип баш сайҡап йоҡларға таралабыҙ. Ә палатала һуңлап булһа ла үҙенең бәхетен тапҡан ир алып килгән гөлләмәнең еҫе таралған. Була бит шундай яҙмышлы кешеләр!

 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: