Гөлфиә эшен тамамлап, ҡайтырға ашыға ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ кеүек күренгән документтарҙың осо-башына сығып килә килеүен, шулай ҙа 2 – 3 сәғәт тирәһе ваҡыт үтәсәк әле. Ә тап бөгөн уға өйгә ваҡытында ҡайтып етергә кәрәк: дуҫлашып йөрөгән Дамир менән осрашырға тейештәр. “Мөһим һөйләшеү бар”, – тигәйне ул телефон аша. Нимә тураһында икәнен дә белә: тағы бергә йәшәү тураһында һүҙ ҡуҙғатасаҡ.
“Хан ҡыҙы түгелһең, оҙаҡ һайланма. Был егеттән дә ҡолаҡ ҡаҡһаң, ҡарт ҡыҙ булып ҡалырһың. Иптәшкә бала табырға кәрәк!” – ти еңгәһе лә. Тура һүҙле, бер аҙ тупһыҙ булһа ла, дөрөҫ әйтә ул. Әсәһе лә вафаты алдынан үҙе өсөн түгел, Гөлфиә өсөн борсолдо: “Үткәндәр менән йәшәмә, балам. Үҙеңә насип йәр табып парланһаң, күңелем тыныс булыр ине...” Ҡыҙының күңел яраларын унан да яҡшыраҡ аңлаған кеше булмағандыр. Хәйер, илауҙарын, өҙгөләнеүҙәрен, ғазапланыуын еңгәһе лә, ике әхирәте лә, ағаһы ла күрҙе, белде. Тик ярҙам итергә генә әмәлдәре булманы. Үткән аҙнала ҡыҙ ныҡлы ҡарар ҡабул итте: үҙенең 39 йәшен ул ир ҡатыны булып ҡаршы аласаҡ! Тимәк, бөгөн уға Дамир янына мотлаҡ ҡайтып етергә кәрәк. Былай булһа, бөгөн дә ҡунаҡхананың уңайлы бүлмәһендә генә йоҡлап ҡалыр ине. Тормошон ҡырҡа бороп ебәрер ваҡиғаны кисектереп торғоһо килмәне, шуға ла ашыҡмай ғына әйберҙәрен йыя башланы. 150 саҡрым әллә ни ҙур ара ла түгел, иртәгә иртәнсәк ҡабат килер.
Өс йыл элек Гөлфиә осраҡлы ғына ирекмәндәр эшенә ҡушылып киткәйне. Эштән бушаған ваҡытын изге эштәргә йүнәлткеһе килде. Ә коронавирус пандемияһы башланғас, уларҙың фирмаһы дүрт айға эшен туҡтатып торҙо. Был арала ирекмәндәр тулыһынса үҙҙәрен йәмәғәт эшенә арнаны: ауырығандарға, оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу килтереү, республика хөкүмәте биргән ярҙамды тапшырыу һәм башҡалар – эштәр байтаҡ ине. Хәлдәр бер аҙ яйға һалыныуға, бер мәрхәмәтлек фондының хужаһы уны үҙенә эшкә саҡырҙы. Оҙаҡ ҡына ирекмәндәрҙең һәр береһенең нисек эшләүен, кешеләр менән аралашыуын, үҙен тотошон күҙәтеп йөрөгән икән.
– Һин нәҡ беҙҙең ойошмала эшләй торған кешеһең. Ярҙамсыл, изге күңелле һәм иң мөһиме – намыҫлыһың. Эш урыныңдан да һораштым. Ҡыҫҡаһы, хаҡлы ялға киткән хисапсы ҡатын урынын һиңә бирәм, – тигәс Гөлфиә тәүҙә аптырап ҡалды, аҙаҡ ҡыуанысынан үрле-ҡырлы тигәндәй һикерәңләп алды. Анауындай абруйлы, билдәле ойошмаға саҡырһындар әле!? Быға тиклем 12 йыл эшләгән фирма һуңғы йылдарҙа көрсөккә терәлеп, эшен туҡтатырға йыйына башлағайны, шуға күрә оҙаҡ уйлап торманы, ризалығын бирҙе лә эшләп китте.
Был аҙна башында уны фондтың филиалына тикшереү эштәре менән ебәрҙеләр. Филиал етәксеһе ҡапыл вафат булғас, урынына ике ай тирәһе бер кем дә тәғәйенләнмәгән. Тапшырыу-ҡабул итеү комиссияһы килмәгәс, бер кем дә үҙенә яуаплылыҡ алырға теләмәй икән. Гөлфиәгә бер аҙнала ревизия үткәреп, мөлкәттәрҙе барлап, документтарҙы өйрәнеп ҡайтырға ҡушылғайны. Бер юлы хеҙмәткәрҙәргә лә күҙ һалырға тейеш: етәкселек эшен башҡарырлыҡ кандидатура ҡарарға кәрәк. Юғиһә, Өфө янында булһа ла, районға күсеп эшләргә теләүсе юҡ. Ике ай буйы хужаһыҙ тороу филиалдың эшен ярайһы ғына ҡаҡшатҡан булып сыҡты: ҡыҙ баш күтәрмәй эшләне лә эшләне. Бөгөн ҡайтырға булмаһа, алдағы көндәрҙәге кеүек үк ҡараңғы төшкәнсе ултырыр ине инде. “Шәхси тормошто ла оноторға ярамай!” – тип ҡыҙ ишеккә йүнәлде.
– Һаумыһығыҙ!
– Хәйерле кис! – Гөлфиә сәләм биреүсегә иғтибар ҙа итмәйенсә, кабинет ишеген бикләй башланы. Шунда ғына эш аҙағында хушлашыр урынға һаулыҡ һорашыуын аңлап ҡалды. Тимәк, ул офис хеҙмәткәре түгел, ә ярҙам һорап килеүселәрҙең береһе. “Бер аҙ тотҡарланырға тура киләсәк”, – тигән уй үтте башынан. Ризаһыҙлығын белдермәҫкә тырышып, мөләйем йылмайҙы ла, сәләмләүсегә табан боролдо.
“Йә, Раббым!” – был уй ғына булдымы әллә һүҙҙәр булып теленән ысҡындымы, Гөлфиә аңламаны. Уның ҡаршыһында инвалидтар коляскаһын этеп, бер ир тора ине. Таныш буй-һынды, йөҙҙө күреп, ҡыҙ шул тиклем тетрәнде, хатта коляскала ултырған ҡыҙға тәүҙә иғтибар ҙа итмәне. Ир ҙә уны танып, аптырап ҡалды. Уңайһыҙланыу, ғәжәпләнеү һәм бер аҙ ҡурҡыу ҙа салынып ҡалды йөҙөндә. Текәлеп ҡатып ҡалған Гөлфиәгә үҙ-үҙен ҡулға алыу өсөн бер-нисә минуттай ваҡыт кәрәк булды шикелле. Тегеһе лә тыныс ҡалырға тырышты.
– Беҙгә дауаланып ҡайтҡас, чектарҙы һәм дауахана документтарын килтереп, отчет яһарға ҡушҡайнылар. Ғәфү итегеҙ, һуңға ҡалдыҡ. Машина бер аҙ киреләнеп алды... Иртәгә килергәме икән?
– Һеҙгә нисек уңайлы? Эш сәғәте тамамланыуға ярты сәғәт ваҡыт бар әле, моғайын, өлгөрөрһөгөҙ...
– Ой, Өлфәт Миҙхәтович, һаумыһығыҙ! Нисек йөрөп ҡайттығыҙ? Дауаланыу килештеме? – коридорға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрҙең береһе Гәүһәр улар янына килеп тә етте. – Юлиәкәй, йә нисек, хәлең яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме? – коляскала ултырған ҡыҙ балаға ла иғтибар биреп өлгөрҙө ул.
“Өлфәт Миҙхәтович... Тимәк, ысынлап та ул! Яңылышлыҡ юҡ. Хәйер, уның һынын, йөҙөн, тауышын ул меңдәр араһынан да таныр ине бит. Нимә эшләргә? Ҡайтырғамы әллә ҡалып, хәл-әхүәлен белешергәме? Ҡыҙымы әллә туғанымы? Нимә булған? Был хәлдә руль артына ултырырға ярармы? Сәғәт ярым буйы үҙен ҡулда тота алырмы? Ҡайтмайынса ла ярамай, Дамир көтә...” Гөлфиәнең башында мең төрлө буталсыҡ уй сыуалды, үҙе артабан нимә эшләргә белмәйенсә, ябыҡ ишеге алдында тапанды.
– Ярай улайһа, мин иртәгә иркенләп килермен. Аҡса мәсьәләләрен ҡабаланып хәл итеү ярамаҫ, – Өлфәт күптән таныш булған хеҙмәткәр менән тартыныуһыҙ һөйләшә ине. – Һеҙ Юлиә менән ултырып торһағыҙ, мин Гөлфиә ханым менән бер аҙ һөйләшеп алыр инем.
– Әлбиттә! – Гәүһәр колясканы үҙ кабинетына табан этеп алып китте. Гөлфиәгә бикләгән ишеген ҡабат асыуҙан башҡа сара ҡалманы...
– Хәлдәрең нисек, Гөлфиә? Был яҡтарға нисек килеп юлыҡтың?
– Эш буйынса. Мин ошо фондта эшләйем хәҙер. Хәлдәрем бер көйгә генә, Өфөлә йәшәйем.
– Эйе, бынан бер нисә йыл элек ауылығыҙға барып киткәйнем. Өйөгөҙҙө лә һатҡанһығыҙ икән, әсәйең менән бергә күсте, тинеләр...
– Ә ниңә барғайның?
– Күрешеп һөйләшергә тип уйлағайным. Ғәфү үтенергә... Олоғая килә генә үҙемдең һинең алда ғәйепле икәнемде аңланым.
– Булаһы булған бит... Үткән эшкә салауат, тиҙәрме әле? – тыныс күренергә тырышһа ла, ҡатын көскә үҙен ҡулда тота ине. – Һинең хәлдәрең нисек һуң? Был районда мин дә һине осратырмын, тип уйламаным.
– Ҡатыным ошо яҡтан. Ине... Хәлдәрем күргәнеңсә: инвалид ҡыҙымды ҡарайым. Аварияға осрап, ҡатыным һәләк булды. Ҡыҙым атлай алмай. Ярай әле ҙуры – Сәймә ҡыҙым иҫән-имен ҡотолдо. Мин ул саҡта ҡырҙа эшләй инем. Бәлки яндарында булһам, барыһы ла икенсе төрлө булыр ине, кем белә. Фондтың ярҙамы ҙур, рәхмәт һеҙгә. Бына әле Һамарҙан ҡайттыҡ. Аҙаҡҡы операция уңышлы үтһә, атлап китеренә лә ышаныс бар, тине табиптар.
– Ярҙамды мин түгел, фонд етәкселеге бүлә. Шулай ҙа рәхмәттәреңде еткерермен. Ҡасан операция?
– Ярты йыл аралығында килергә ҡуштылар.
– Эшемдә танышлыҡты ҡулланмайым, әлбиттә. Шулай ҙа ярҙам кәрәкһә, ҡулымдан килгәнсә тырышырмын. Бында яңы етәксе киләсәк, уның менән бәйләнеш тотормон.
– Мин дә һиңә үҙемдең номерымды ҡалдырам. Әгәр теләгең булһа, шылтыратып тор.
– Рәхмәт...
Өлфәт сығып киткәс, Гөлфиә нимә уйларға белмәй оҙаҡ ултырҙы. Шулай ҙа тынысһыҙ күңел менән юлға сығыуҙан тыйылырға булып, ҡулына телефонын алды.
– Сәләм, Дамир. Хәлдәрең нисек? Эштән сыҡтыңмы?
– Бына йыйынып йөрөйөм. Һине өйөңдән барып алырғамы, әллә үҙең киләһеңме?
– Шуға шылтырата инем: әйҙә иртәгә осрашайыҡ. Тегеләй-былай йөрөгәнсе, эштәремде тамамлап, бер юлы ҡайтайым әле. Әйтер һүҙең бер тәүлеккә түҙәме?
– Түҙеүен түҙә лә бит... Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап ҡуйырға ине.
– Иртәгә, йәме? Бөгөнгә хәйерле кистәр теләйем.
Гөлфиәнең артабан һөйләшергә хәле лә, теләге лә ҡалмағайны. Уға яңғыҙ ҡалып, тынысланырға кәрәк ине. Ҡунаҡханалағы бүлмәһенә ҡайтып бикләнде лә, карауатҡа ауҙы.
...Диплом алып ҡайтыуына уны өйҙә ауыл советы рәйесе Әхмәт Юлтимер улы көтә ине:
– Барығыҙға ла ҡалаға китергә тимәгән, ҡал ауылда! Өфөлә моғайын бер кем дә көтөп тормайҙыр. Силсәүиткә эшкә кил. Эш хаҡы ауыл өсөн һәйбәт. Әсәйеңә бер аҙ ярҙам ит. Стаж йый. Унан һуң ҡалаға һыпыртһаң да булыр. Ә хәҙер унда барып эш таба алмаясаҡһың. Йә баҙарҙа һатыу итерһең, йә ашхана кассаһында ултырырһың.
– Ә ниңә мин? Ауыл тулы бухгалтерҙар!
– Береһе лә компьютерҙа эшләй белмәй бит! Тфү, килде бит замана, телефондан ҡушырлыҡ эште хәҙер интернет аша хат итеп ебәрәләр. Шул нәмәне асып уҡырлыҡ та белем юҡ.
– Мин бит яңы уҡып бөттөм. Нисек эшләргә икәнен дә белмәйем.
– Компьютерҙы белһәң еткән! Ә хисапсыларым бынамын тигән. Һин уларҙы интернетта эшләргә өйрәтерһең, ә улар һинән готовый экономист яһар!
Ҡайҙа эшкә урынлашырға белмәй йөрөгән Гөлфиә үҙенә урын табылыуға шатланды. Олоғая барған әсәһе янында булыу ҙа бәхет ине, ни тиһәң дә ике баланы аяҡҡа баҫтырыу бер яңғыҙына еңелдән булманы уға. Былтыр ағаһына туй үткәрәм тип тә байтаҡ расхутланды. Шуға ҡыҙ ауылда ҡалырға ризалашты.
Бер көн ауыл советына бер егет килеп инде.
– Уҡыуымды ташлап ҡайттым. Әрмегә тиҙерәк саҡырһындар өсөн нимә эшләйем икән?
Юҡ-бар менән йөрөгәнгәме, ҡыҙ дорфа ғына яуапланы:
– Военкоматҡа бараһың да, ғариза яҙаһың.
– Барҙым да ул, тик яҙға ғына алабыҙ, тинеләр. Ә мин ваҡытты әрәм итке килмәй.
– Уҡыуҙы ташламаҫҡа ине...
– Эй, оҡшамай миңә унда. Әйттем инде, район үҙәгендәге СПТУ-ға барам, тип. Юҡ бит, бөтәһе лә боҙоҡ пластинка кеүек бер нәмәне һөйләй: ҡалала уҡы, юғары белем ал! Нимәгә ул? Тракторист йә сварщик булһам да донъя көтә алам мин! Ҡулымдан эш килә, аҡылым бар, буй-һыным да нисауа ғына!
Гөлфиә компьютер экранынан айырылып, беренсе тапҡыр үҙен үҙе маҡтаған егеткә күтәрелеп ҡараны. Ысынлап та, бик һылыу егет тора ине ҡаршыһында. Егет тә алдында йәш ҡыҙҙы күреп, ҡаушап ҡалды.
– Һин кем?
– Туҡмасбикә.
– Ә мин – Махеев соусы. Ғәләмәт пар килеп торабыҙ ҙа ул, ҡара әле. Бөгөн клубҡа сығаһыңмы?
– Юҡ, ҡайһы берәүҙәр кеүек мин ваҡыт әрәм итеп өйҙә ятмайым бит. Көн һайын эшкә йөрөйөм.
– Мин һине балалар йоҡларға ятҡан ваҡытҡа уҡ өйөңә алып барып ҡуйырмын.
– Балалар ваҡытында үҙең йоҡла йәме, мырҙам. Ә мин һинән күпкә өлкән, буласаҡ һалдат!
Егет сығып киткәс, күрше кабинетҡа инеп, өлкән бухгалтерҙан һорамайынса булдыра алманы:
– Яңы ингән егет кем ул? Беҙҙең ауылдыҡы түгелдер, таныманым.
– Өлфәт ул, төпкөлдәге Усман ауылынан. Торғаны менән баламут Насар егет түгел, әммә бигерәк шаян. Уҡытыусыларҙы ҡаң ҡаҡшатты инде.
– Телдәр күренә шул...
Икенсе юлы улар магазинда осрашты. Егет уның ҡулына туңдырма тотторҙо. Гөлфиә ризаһыҙлығын кеше алдында күрһәтмәҫкә тырышып, тыныс ҡына һөйләште.
– Рәхмәт. Йә, шунан, әрмегә алабыҙ тинеләрме?
– Юҡ, яҙһыҙ булмай, тигәйнеләр, СПТУ-ға уҡырға инеп ҡайттым әле. Хәҙер мин дә өйҙә ятмайым. Почти эш кешеһемен.
– Ҡотлайым.
– Иртәгә ял көнө, бөгөн клубҡа сығаһыңмы?
– Тансыға йөрөргә ҡартайып ҡалдым шул. Унда хәҙер йә мәктәп балалары, йә һинең кеүек сптушниктар ғына йөрөй.
– Ой, һин бик маҡтансыҡ икән! Силсәүиттә эшләйем, тип ауыл йәштәрен һанға һуҡмайһыңмы?
Ҡыҙ башҡаса һүҙ көрәштереп торманы, ҡайтып китте. Кис кемдер уларҙың йорто ҡаршыһына килеп, һыҙғырып ебәрҙе.
– Иншаллаһ, әллә беҙҙең ҡыҙға ла егеттәр иғтибар иттеме?! Бирһен, Хоҙай! Яңғыҙ ҡалырһың, тип борсола инем, – Гөлфиәнән алда әсә кеше һикереп тоҙо.
– Берәйһе эш буйынса килгәндер. Егетем юҡ, ауылда кем менән йөрөйөм? – Кейенгән арала ул әсәһен тынысландырырға тырышты.
– Булыр ине лә ул иғтибар итһәң. Өйҙә ятҡан кеше яңғыҙ ҡала инде ул...
Тышта, шат йылмайып, Өлфәт тора ине. Ҡулына һулый башлаған көҙгө сәскәләрҙән гөлләмә тотоп алған.
– Минең ҡайҙа йәшәгәнде нисек белдең?
– Көндөҙ артыңдан эйәреп килдем бит. Ә һин, исмаһам, тирә-яғыңа бер күҙ һалһаң икән! Үтә ныҡ асыуландың шикелле.
– Юҡ, һинең кеүек кешеләргә асыуланыуҙан да, үпкәләүҙән дә файҙа юҡ.
– Әгәр артығын ысҡындырған булһам, ғәфү ит йәме.
– Ярай, итермен. Әле нимәгә килдең? Ғәфү үтенер өсөнмө?
– Юҡ, мин һинең менән аралашҡым, дуҫлашҡым килә.
– Минең дуҫтарым етерлек, рәхмәт.
– Яратҡан кешең дә бармы?
– Был – минең шәхси эшем.
– Ә миңә, юҡ, тинеләр. Был ауылдағы дуҫтарымдан һораштым инде. Хатта мәктәптә уҡығанда ла булмаған.
– Ә ниңә һин мине кешеләрҙән һорашып йөрөйһөң?
– Сөнки яратам!
– Нимә?! Һин үҙ аҡылыңдамы? Мин бит һиңә апай булырлыҡ кеше!
– Миңә барыбер. Әгәр бөгөн дуҫлыҡҡа риза булмаһаң, иртәгә лә, унан һуңға ла киләсәкмен. Кис һайын ошонда булырмын...
Ул ысынлап та кис һайын килде. Гөлфиә тәүҙә әрләште, аҙаҡ көлдө. Ә тора-бара ирене. Егеткә ҡарата үҙендә лә хистәр уяныуын һиҙә башланы. Аҙна аҙағын тыны менән тартып алырҙай булып көттө. Әсәһе лә, әхирәттәре лә, хатта унда-бында ҡаланан ҡайтҡан ағаһы менән еңгәһе лә ҡыҙ менән егеттең төн уртаһына тиклем ҡапҡа төбөндә ултырыуына күнекте. Килмәй ҡалған ял көндәрендә әсәһе:
– Арағыҙ боҙолдомо әллә? – тип борсола торған ине.
Өлфәт уға ысынтылап ғашиҡ ине. Һәр хәлдә Гөлфиә быға ышанды. Йәш айырмаһының алты йыл булыуына ла иғтибар итмәҫкә өйрәнде.
– Беҙ һинең менән бер-беребеҙ өсөн генә яратылған бит ул, шуны аңлайһыңмы? Яҙмыш осраштырыр өсөн һине ауылға эшкә ҡайтарған. Ә мин ике ай ҙа уҡымайынса уҡыуҙы ташланым. Миллионлы Өфөлә осрашыр инек осрашмай ҙа ни! Беҙҙең тормош гөл-сәскәнән генә торасаҡ. Кисә шуны аңланым! Ни өсөн, беләһеңме? “Г + Ө = Л” Гөл була. Барыһы ла ал да гөл буласаҡ!
Тик улай булманы шул. Гөлфиә карауатынан тороп, күҙ йәштәрен йыуҙы. Тынысланырға теләп, һыуытҡысты асты. Башҡа ҡунаҡханалар, ғәҙәттә, шарап ҡуя ине. Тик район ерендә, күрәһең, был сервис ҡаралмаған: кәштәлә һут менән газлы һыу ғына ята. “Их, Өлфәт, һин бит мине бүләк иткән көҙгө сәскәләрҙәй һулыттың”, – тип уйлап ҡуйҙы һыу эскәндә. Ул ысынлап та, 24 йәшкә тиклем бер тапҡыр ҙа яратыу хисен татымағайны. Хатта етди итеп осрашып йөрөгән егете лә булманы. Бала сағы, студент йылдары башлыса уҡыу менән үтте. Класташтары Зөлфиә һәм Регина менән киноға, концертҡа йөрөүҙәрен иҫәпкә алмағанда, кеше араһына ла сығып барманы. Әллә шуғамы, һуңлап килгән (ул 24 йәшендә үҙен, оломон, ҡарт ҡыҙмын, тип уйлай ине) килгән мөхәббәт уның бар булмышын биләне, йәшәү мәғәнәһенә әүерелде. Үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙо. Өлфәтте көн аша хаттар яҙа-яҙа йыл ярым әрме хеҙмәтенән көтөп алды. Һөйгәне лә хистәр тулы яуаптарын ебәреп торҙо.
“Быға тиклем дәрестәрҙе ҡыҙҙарҙан шоколад биреп яҙҙыра торғайным, хәҙер кис һайын ҡәләм тотоп ултырам. Һиңә көн һайын булған хәлдәрҙе яҙғым килә. Һағынам...”
“Айырылыу шул тиклем ауыр булыр, тип уйламағайным. Белһәм, дуҫлашайыҡ, тип ҡайтҡас барыр инем. Шаяртам, әлбиттә, бергә булған минуттарҙы, һөйләшкән һүҙҙәрҙе хәтерләп йыуанам...”
“Әрме хеҙмәте һағыныу хисен аңлар өсөн биреләлер ул. Әсәйҙе лә, атайҙы ла, һине лә юҡһынам, һағынам. Ә көндәр шул тиклем оҙаҡ үтә...”
“Бер егеттең оҙатып ҡалған ҡалған ҡыҙы кейәүгә сыҡҡан. Ике көн инде депрессияла йөрөй. Үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡуймаһын, тип алмашлап ҡарауыллайбыҙ. “Ҡыҙҙарҙың барыһы ла шулай,” – ти ҡайһы бер егеттәр. Ә мин һиңә үҙемә ышанған кеүек ышанам. Көт...”
Хаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ кеүек ине. Өлфәт әрменән ҡайтышлай уҡ уны үҙенең ата-әсәһе менән таныштырыу өсөн үҙҙәренә алып ҡайтты. Исеме генә таныштырыу булды, дуҫлаша башлағас та улары ауыл советына йомош менән килгән булып, күреп сыҡҡайнылар инде. Ә Яңы йыл кисен бергә ҡаршы алғанда егет: ”Йәйгә туй яһайбыҙ!” – тине. Гөлфиәнең иң бәхетле көнө шул булғандыр. Йылға буйында йорт һалып, өс ҡыҙ үҫтереп йәшәргә хыяллана ине улар.
Тик быларҙың береһе лә тормошҡа ашманы. Май байрамдары алдынан Өлфәт ҡапыл юғалды. Көн һайын килеп йөрөгән һөйгәненең аҙна буйы килмәүенә ҡыҙ тәүҙә аптыраны, аҙаҡ хәүефләнә башланы. “Картуф сәсергә ярҙам кәрәк ине”, – тигән һылтау менән йорт телефондарына шылтыратҡас, буласаҡ ҡәйнәһе уның алты көн элек район үҙәгенә китеп, һаман ҡайтмауын хәбәр итте. “Борсолма, балаҡайым, дуҫтары менән байрам итеп йөрөйҙөр. Ҡайтыу менән һеҙгә ебәрермен”, – тине.
Ауыл советына инеп килгән Өлфәтте күреү менән Гөлфиә нимәлер булғанын аңланы. Ҡаршыһында элекке һөйгәне түгел ине. Башҡа ваҡытта кеше бар, тип тормай ҡосаҡларға, үбергә ынтылған егет ишек төбөндә туҡтап ҡалды.
– Хәлдәрең нисек? Картуф сәстегеҙме?
– Һәйбәт кенә. Эйе, ағайымдар байрамға ҡайтҡайны, осона сығып ҡуйҙыҡ. Ҡайҙа булдың улай оҙаҡ?
– Районға барғанда хеҙмәттәш егетте осратҡайным, ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте.
– Була торған хәл...
Һүҙҙәр берекмәне. Бер аҙ торғас Өлфәт:
– Эшең күпме? Бәлки йылға буйына йәки ҡайынлыҡҡа барып килербеҙ? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ниңә? Эшләһәң, эш була инде ул...
– Һөйләшеп алыр инек.
– Бына бит һуң, һөйләшеп ултырабыҙ.
– Икәүҙән икәү генә һөйләшке килә ине.
Күңеленә ниндәйҙер шом инеп ултырҙы. Шулай ҙа ҡыҙ барыһын да яҡшыға юрарға тырышты. Һуңғы арала егет ҡыҙҙы, барыбер өйләнешәбеҙ, тип яҡынлыҡҡа өгөтләй ине. Бәлки аулаҡ ҡалғыһы киләлер, тип уйлап ҡуйҙы.
– Хәҙер, хужанан инеп һорап сығам.
... Йылға буйына төшкәс, Өлфәт байтаҡ өндәшмәй ултырҙы.
– Ғәфү ит, Гөлфиә...
– Була торған хәл, тинем бит. Борсолма. Иң мөһиме – иҫән-һау ҡайттың...
– Мин ул турала түгел.
– Нимә булды?
– Әйтеүе ҡыйын, тик әйтмәйенсә лә булмай, – егет тағын һүҙһеҙ ҡалды. Гөлфиә, ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл белерен һиҙеп, тыныслығын юғалтты. Устарын шытырлатыр ҡыҫып, артабан нимә булырын көттө. – Мин икенсе кешене яратам...
– Нимә? – Гөлфиә ҡолаҡтарына ышанмай ҡабат һорап ҡуйҙы.
– Ул шул тиклем ҡапыл булды, үҙем дә аңламайым. Зинһар, ғәфү ит, тик мин унһыҙ йәшәй алмайым...
Ҡыҙ һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйенсә алға йүгерҙе. Ер менән күк буталғандай булды, ҡайҙа, нимә эшләүен дә белмәҫ хәлгә етте. Тамаҡ ярып ҡысҡырғыһы ла, ер тырнап илағыһы ла килә ине, әммә күҙе томаланды, аңы юғалғандай булды. Иҫенә килгәндә Өлфәт уны ташҡыны ҡайтып өлгөрмәгән йылғанан сығарып маташа ине.
– Гөлфиә, зинһар, тыныслан. Мин һине ташламайым, һүҙ бирәм. Онотормон уны, ваҡыт ҡына кәрәк. Тик һин тыныслан, йәме.
Ҡыҙ һыу ағып торған кейемен дә һиҙмәйенсә яр ситенә барып ултырҙы. Бер аҙ тынысланғас, мейеһендә ҡайнаған һорауҙы бирмәйенсә түҙә алманы:
– Күптән дауам итәме инде ул мөхәббәт?
– Бәлки кәрәкмәҫ? Нимә үҙгәрә инде уның менән?
– Юҡ, мин белергә тейеш. Өс йыл буйы һиңә ышанып йөрөп, дөрөҫлөккә лә хаҡым юҡмы?
– Бар. Шул, байрам алдынан хеҙмәттәш дуҫ менән осраштыҡ та, уларҙың ауылына барҙыҡ. Ә күрше ҡыҙы курсташын ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан икән. Тәү ҡараштан яраттым да ҡуйҙым. Ғәфү ит, мин быға тиклем беҙҙең арала мөхәббәт, тип уйлаған хис мөхәббәт булмаған. Оҡшатыу, дуҫтарса тартылыу ғына булған ул. Ә бына Эльзаны күреү менән донъя бөтөнләй үҙгәрҙе.
– Ә ниңә оҡшатыу ғына булғас, мине үҙеңә эйәләштерҙең? Ниңә ауыл халҡы алдында миңә тағылып йөрөп, һүҙгә ҡалдырҙың? Атай-әсәйең менән таныштырҙың? Беҙҙең өйгә, эшемә килеп йөрөнөң? Ниңә ике йыл буйы әрменән көттөрҙөң?! Ул саҡта, яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, ти инең. Ә хәҙер ул мөхәббәт булмағанмы?!
– Гөлфиә, зинһар, тыныслан. Мин һиңә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Бәлки ул яратыу булғандыр. Тик йөрәккә бойороп булмай бит. Ғәфү ит, мин уны яраттым. Икенсенән, мин бит һине боҙманым. Эйе, өс йылыңды минең менән үткәрҙең, тик шул уҡ ваҡытта һинең намыҫыңа теймәнем, бысратманым.
– Риза булһам, йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, әрмегә тиклем үк юҡҡа сығарған булыр инең, – Гөлфиә ҡапыл барыһын да аңлап ҡалды. – Әллә һеҙ бер аҙна эсендә түшәк бүлешеп тә өлгөрҙөгөҙмө? – Өлфәт өндәшмәһә лә, яуап аңлашыла ине. – Тимәк, һин беҙҙең өс йыл буйы һаҡлап килгән хистәрҙе бер төнлөк сексҡа алмаштырҙыңмы?
– Бында түшәктең ҡыҫылышы юҡ. Мин уға тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булдым. Хатта танышмаған, йөрөмәгән осраҡта ла хистәр һүнмәҫ ине. Бәхетемә күрә, ул да мине оҡшатты.
– Аңлашылды барыһы ла. Ә оҡшатмаған осраҡта һин уны барыбер яулап алыр инең. Минең менән репетиция үткәрҙең бит инде.
– Гөлфиә, әйҙә шулай һөйләшәбеҙ: мин һине ташламайым. Йәйгә өйләнешербеҙ. Ауыл кешеләре, туғандарың алдында һине кәмһетергә тейеш түгелмен, вәғәҙәмде үтәйем. Тик уны яратыуымды белергә тейешһең.
– Минең менән йәшәп, уның менән осрашып йөрөргә итәһеңме? Ә ул шундай “бәхеткә” ризамы?
– Риза, мин уға барыһын да аңлаттым.
– Юҡ инде, Өлфәт. Ул ризалыр ҙа ул, тик ундай ғаиләгә мин риза түгелмен. Минең яратыуымды беләһең. Хыянатыңды ғәфү итергә лә әҙермен. Әммә ул ҡыҙ менән араңды бөтөнләйгә өҙһәң генә. Ә инде артабан уның менән бергә ҡалырға теләйһең икән, мәйелең. Инәлеп, илап йөрөргә йыйынмайым.
– Мин һинең менән дошмандар булып айырылғым килмәй, Гөлфиә...
– Ә ошо хәлдән һуң дуҫ булып ҡала алабыҙмы? Хәтереңдәме, мин һиңә, ышанам, тип хаттар яҙа торғайның. Мин дә ышандым, яраттым. Тик һин барлыҡ бәхетемде, тормошомдо юҡҡа сығарҙың...
– Минең урында булһаң, нимә эшләр инең?
– Хистәргә ҡурҡыныс янауын һиҙеү менән ҡасыр инем. Һәр хәлдә түшәк бүлешеүгә тиклем барып етмәҫкә була. Беҙҙең арала – ваҡыт һәм әрме менән һыналған мөхәббәт. Ә һин өс көнлөк танышлыҡ һәм уйнашлыҡ менән уны юҡҡа сығарҙың. Исмаһам, тәүҙә мине ташлап, уның менән аҙаҡ осраша башлаһаң да ул тиклем ауыр булмаҫ ине.
– Бәлки берәй ваҡыт бының өсөн үкенермен. Тик әле бит мин бәхетле!
– Күҙ йәше бәхет килтермәй ул. Һәр хәлдә мин һеҙҙе ғәфү итмәйем, ғүмер буйы минең рәнйешем менән йәшәгеҙ!
Һыу буйынан әйтер һүҙен әйтеп, күңеле бушанғандай булып ҡайтһа ла, Гөлфиә ошо көнгә тиклем ғазапланып йәшәне. Тәүге осорҙа бигерәк тә ауыр булды. Күңелендә ике тойғо көрәште. Өлфәт менән бергә үткән урамдарҙы, йылға буйҙарып, икәүләп ултырған ҡапҡа төбөн, бүлмәләге диванын, кабинеттағы креслоны күрә алмаҫ хәлгә етте. Шул уҡ ваҡытта, хатһын аңлап, кире килер, тип уны көтөүен дауам итте. Төндәр буйы илап сыҡҡан ҡыҙҙы нисек йыуатырға ла белмәнеләр. Әсәһе бигерәк тә ҡайғырҙы. Ауыл советы рәйесе Әхмәт Юлтимер улы күпте күргән кеше булараҡ, уны был хәлдән ҡотҡарыу сараһын тапты.
– Гөлфиә, рәхмәт, һүҙемде йыҡмай ваҡытында ауылда ҡалдың. Хәҙер инде оло тормошто яуларға ла ваҡыт еткәндер. Йәш белгес булараҡ район үҙәгенән һиңә ер бүленде, аҡсалата ярҙам да булыр. Участогыңды, әсәйеңдең өйөн һатығыҙ ҙа, Өфөнән торлаҡ алығыҙ. Моғайын, уның да йыйынтығы барҙыр. Етмәһә, иппотека юлла. Хәҙер йәштәргә ауылда ҡалыу ауыр ул, перспектива юҡ. Закондар ҙа көн һайын үҙгәреп тора, – тип кәңәшен бирҙе.
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡҡа туйынмаған әсәһе лә күсеп китергә риза булды. Бәлки риза булмаһа ла, ҡыҙы бәхете өсөн тырышҡандыр. Аҙаҡ, өй документтарын юллап йөрөгәндә Өлфәттең бер айҙан туйы буласағын ишетеп, ауылдан китеүенә үҙе лә ҡыуанып ҡуйҙы. Тик күңел тыныслығы ғына таба алманы. Ир-егеттәр менән дә “борсағы бешмәне”. Дамир ғына әрһеҙ булып сыҡты: ике йыл буйы сабыр ғына йөрәген яуларға тырыша.
Төндәр буйы илай-илай, Өлфәтте, уның ҡатынын ҡарғап сыҡҡаны ла булды. Шулай бер аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә, үҙен бәхетһеҙ иткән ғаиләнән үс алғыһы килде. “Ниңә улар мине илатты-илатты ла, үҙҙәре бәхетле йәшәй? Донъяла ғәҙеллек булырға тейеш бит! Ә юҡ икән, үҙем булдырырмын,” – тигән уй менән йәшәй башланы. Тик үс алыу юлын таба алмай интекте. Бер шулай эшендәге ҡатын-ҡыҙҙар дауалаусылар, юраусылар тураһында һөйләшкәнен ишетеп ҡалды ла, әңгәмәгә ҡушылып китте. Секретарь ҡыҙ:
– Беҙҙең ауылдағы бер әбей сыуаш сихырсыһына йөрөп, береһенән береһе йәмһеҙ ете ҡыҙын кейәүгә бирҙе. Кейәүҙәрҙе лә һайлай беләләр әле: эсмәгән, эшкә шәп, һәйбәт ғаиләнән генә эләктерәләр. Ә бынамын тигән ҡатын-ҡыҙҙарға эскесеһе лә юҡ, – тигәс, башына шәп фекер килде: шундай белемсе берәй әбейгә барып, Өлфәттең ҡорған ғаиләһен туҙҙырырға.
Интернет селтәренән дә, гәзиттәге иғландарҙан да оҙаҡ эҙләне ул. Тапҡандары ышаныслы тойолманы: кемеһелер аҡса йыйыусы шарлатан ине, кемеһендер файҙаһы юҡ, тип яҙҙылар. Берәү ишектән инеү менән: “Ирең эсергә ярата икән,” – тип һөйләй башлағас, ышанысын юйып, башҡа йөрөмәҫкә ҡарар итте. Зөлфиә әхирәтенең шул мәлдә ире менән аралары боҙолғайны. Иҫке булһа ла “Лада” машинаһы алған әхирәтенә ярҙам һорап килде:
– Бөрө аръяғында бер ҡатын ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшырта, ти. Эштән һуң ғына барып ҡайтайыҡ әле, Гөлфиә. Һинең машина менән ике сәғәттә урайбыҙ бит.
Ризалашты. Ишектән сығып китергә генә йөрөгәндә иҫенә төшөп, Өлфәттең әрменән ебәргән фотоһын һалып алды. Ҙур ғына кирбес өйҙә йәшәгән ябай ҡатындың юғары көскә эйә булыуына шикләнеп тә ҡуйҙылар.
– Анау ишек төбөндәге сепрәктәрҙән теләгән ҙурлыҡта, теләгән формала ике ҡорама ҡырҡығыҙ, – тине ул килгән “ҡунаҡтарға”. Тәүҙә Зөлфиәне ҡабул итте. “Мосолмандарҙың – таш, сиғандарҙың кәрт менән киләсәкте юрағанын ишеткән бар инде. Китап та асалар шикелле. Ә бына ҡорама менән киләсәкте белеп буламы икән ни?” Ошо уйҙар менән инде Гөлфиә ҡатын янына. Үҙе ҡорамаһына ҡушып, фотоны ла һондо.
– Эй, бисараҡайым, миңә килгәнһең. Ә күңелең нимә теләгәнен дә белмәйһең бит. Араларын боҙорға теләйһең, үҙең уны кирегә ҡабул итергә уйың юҡ. Тормошоңдан ебәргәнһең бит инде, күңелеңде лә унан таҙарт. Ышан, һин унан күпкә бәхетле. Ә уға оло һынау яҙылған. Һинең ҡарғыш төшкәнме әллә яҙмышы шулмы, бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Әгәр яҙмышы шулай икән, тимәк, һиңә өйләнһә лә шул уҡ һынауҙарға дусар булыр ине. Башҡаса тормош юратып йөрөмә, барыһы ла – үҙеңдең ҡулыңда. Уның һынауҙары һиңә төшмәгәнгә шөкөр итеп йәшә, – тип сығарып ебәрҙе...
Гөлфиә ятҡан еренән һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. “Бына ниндәй яҙмыш һәм һынауҙар тураһында һөйләгән икән ул юраусы?! Ысынлап та, ҡатынын юғалтҡан, ауырыу ҡыҙын ҡараған Өлфәтте бит бәхетле тип атап булмай. Әҙәм балаһына киләсәк яҙмышы әсә ҡарынында яралғанда уҡ яҙыла, тиҙәр. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә, мине унан айырып, ҙур бәхетһеҙлектән аралаған булып сыға. Әллә минең ҡарғыш-рәнйештәрем төшөп, уларҙың ғаиләһе селпәрәмә килгәнме?” – ошо уйҙарҙан ҡыҙҙың үҙенә лә шомло булып китте һәм үҙе лә һиҙмәҫтән доғалар менән ялбара башланы:
– Йә, Раббым, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарҙы, асыу менән ҡылған эштәрҙе, әйткән һүҙҙәрҙе ярлыҡа! Ҙур сабырлыҡ менән биргән һынауҙарыңды , яҙған яҙмышыңды үтергә насип ит! Аллаһы Тәғәләм, Өлфәтте лә, ҡатынын да кисерәм, ғәфү итәм. Минең ғәйебем булһа улар ҙа кисерһен! Зинһар, бер ғәйепһеҙ баланы язалама: уға сәләмәтлек бир, тормош юлын үҙ аҡылы һәм үҙ аяғы менән үткәрергә насип әйҙә! Йә Раббым, быға тиклем үҙемде бәхетһеҙ һанап, булған бәхетемдән, һаулығымдан, матур барған тормошомдан риза булмауымды кисер! Тәкәбберлегем менән минең өсөн өҙөлөп торған Дамирҙы һанға һуҡмауымды ғәфү ит. Һин миңә барлыҡ мөмкинлек биргәнһең, бынан һуң да уларҙан мәхрүм итмә! Йә, Раббым!
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.