Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
19 Ноябрь 2023, 21:30

Исмаһам, матур булһасы...

Эшемде эшләргә саҡырған ямаҡай ҡатын никахыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Ә ирем мине ғәйепләне...

Исмаһам, матур булһасы...
Исмаһам, матур булһасы...

Идеаль ғаилә төҙөнөм тип уйлап йәшәнем. Матур ҡыҙ булғас, иремде һайлап кейәүгә сыҡтым. Ул белемле, аҡыллы, аҡсалы булыуы менән оҡшаны. Ныҡлы донъя ҡорорбоҙ тип уйланым. Шулай булды ла. Икебеҙ ҙә яҡшы урында эшләйбеҙ. Улыбыҙ ситтә уҡый. Уның менән дә проблема булманы. Яҡшы уҡыны, тәртибе лә һәйбәт. Мин үҙемде һәр саҡ тәрбиәләп, матур итеп тотам. Күҙ атҡан ирҙәр күп. Әммә иремә булған ихтирам бер ҡасан да икенсегә ҡарауҙы уйларға ла бирмәне. Ул да шулай тип уйлай инем.

Әммә үҙ күҙем менән миңә хыянат иткәнен күрҙем. Кем менән бит әле! Күрше ҡатын, минән генә түгел, иремдән дә өлкән. Һимеҙ, яман, эсергә ярата. Мин ул-был йорт эштәрен эшләргә ошо ҡатынды саҡыра инем. Сөнки эшкә бик әрһеҙ. Тотолғас ирем ғәфү үтенмәне лә, мине юғалтырға ла ҡурманы. <Үҙең ғәйепле, гел үҙеңде ҡарайһың, көҙгөгә текләп тик ултыраң. Һалҡынһың!> тине. Матур ҡатыны менән ғорурланыр урынына ул мине шулай ғәйепләп ҡуйҙы. Минән йәшерәк, һылыуыраҡ ҡатын менән тотһам да, ул тиклем ҡыйын булмаҫ ине...

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: