Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә
3 Октябрь 2023, 15:20

Эшең күп булһын, күҙгә күренмәһен

"Атайым өйрәтте"- тигән. Шунан бабай уға "Эй, тәүфиҡлы балаһың, эшең аҙ булһын, күҙгә күренеп барһын" - тигән дә ары киткән...

Эшең күп булһын, күҙгә күренмәһенЭшең күп булһын, күҙгә күренмәһен
Эшең күп булһын, күҙгә күренмәһен

Бороооон заманда бер бабай юлда китеп барғанда бер егеттең матур итеп тороп балта һаплап ултырғанын күргән дә һораған: "Эшкә кем өйрәтте, улым?" - тигән. Егет: "Атайым өйрәтте"- тигән. Шунан бабай уға "Эй, тәүфиҡлы балаһың, эшең аҙ булһын, күҙгә күренеп барһын" - тигән дә ары киткән.
Бара торғас йөн иләп ултырған ҡыҙҙы осратҡан да "Ҡыҙым, кем эшкә өйрәтте?"- тип һораған. Теге ҡыҙ арҡыс-торҡос итеп "Үҙем өйрәндем, юлыңда бул"- тип яуап биргән. Бабай уға "Эшең күүүп булһын, күҙгә күренмәһен" - тигән дә китеп барған.

Ысын, уйлап ҡараһаң, ирҙәр бер-ике эш эшләй, күҙгә күренеп тора. Ҡатындар иртәнән алып ятып киткәнсе эшләйҙәр ҙә эшләйҙәр, күҙгә күренгән бер эш юҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас