Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә
5 Август 2023, 10:55

Изгелек әйләнәһе

Башҡортостанда 3 йәштән 18 йәшкәсә хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы «Изгелек әйләнәһе» фонды (фондкругдобра.рф) саралары иҫәбенә дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр...

Башҡортостанда 3 йәштән 18 йәшкәсә хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы «Изгелек әйләнәһе» фонды (фондкругдобра.рф) саралары иҫәбенә дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр

Дәүләт хеҙмәттәре аша 24 пациент ғариза яҙған да инде - улар бөтә кәрәкле документтарын ебәргән. 22 ғариза хупланған, ҡалғандарын ҡарайҙар.

Глекапревир/Пибрентосвир һәм Софосбувир/Велпатасвир кеүек препараттарҙы балалар яҡын арала аласаҡ.

Ил буйынса бөтәһе мең ярымдан ашыу ғариза хупланған. Ентеклерәк - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәхифәһендә.

Кәрәкле препараттарҙы алыу өсөн нисек ғариза яҙырға - роликта ҡарағыҙ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас