Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Апрель 2023, 15:00

МАТУРЛЫҠ һәм НАҘ донъяһында

Кәрәкме һуң ундай “үҙаллылыҡ”? Ҡатын тәү сиратта иренең яратҡан хәләл ефете, унан ҡәҙерле әсәй, йорт усағын һаҡлаусы. Уның сабырлығына, сикһеҙ наҙына бар яҡындары мохтаж. Ә хәҙер ҡайһы бер ҡатындар ана шул “үҙаллылыҡты” эҙләп ғаиләһен емереү сигенә барып етә...

МАТУРЛЫҠ һәм НАҘ донъяһында
МАТУРЛЫҠ һәм НАҘ донъяһында

Йома ҡунағы

Матурлыҡ һәм наҙ донъяһында...

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың рәхәтләнеп ял иткән, онотолған урыны ул – матурлыҡ салоны. Дилбәр Биктимерованың “Примавера” салонына яҙылыу алдан, өлгөрөп кенә ҡал. Шул уҡ ваҡытта һине иғтибар менән тыңлаған Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙына күңел серҙәреңде бушатҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Матурлыҡ йүнәлешендә ике тиҫтә йылдан ашыу эшләгән Дилбәр үҙенә күрә бер психолог та булып бөткән. Бар донъяны гүзәллеккә сорнарға теләгән ханым кабинетҡа килеп инеү менән: “Бынау гөлдәрҙең төбөнә декорация өсөн һалып ҡуйырға миндә буялған йәшел мүк бар. Бирермен әле, әй, матур була!” – тип кәңәшен дә биреп өлгөрҙө. Ә әңгәмәбеҙ барышында уның хис-тойғолар донъяһына барып индек...

 

Дилбәр, һинең ҡулыңа килеп эләккән һәр кем онотолоп китә. Ҡулдарыңдың име барҙыр ул. Сәсте йыуғаныңда ла ойотаһың, унан баш ауыртыуы баҫылып китә...

– Бәлки (йылмая). Мәғәфүр ҡартатайымдың әҙ булһа ла көсө бирелгәндер. Ә ысынында, эшемде яратҡанға, һәр килгән кешегә бар күңелемде һалам.

Мәғәфүр Ниғмәтуллин беҙҙең яҡтарҙың билдәле шәхесе була.

– Эйе. Ҡартатайҙың ҡылған изгелектәре өсөн әле лә оло йәштәге инәйҙәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡыуанам. Ҡартатай аслыҡ ваҡытында күптәрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡала. Бының өсөн ул буш ятҡан ерҙе һорап ала, унан баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып орлоҡ әҙерләй һәм иген сәсә. Был беҙҙең яҡтағы күп балаларҙы аслыҡтан йолоп ҡала. Бик ғилемле, дини яҡтан көслө була ҡартатайым. Шуға күрәлер инде нәҫелебеҙҙә иман юлын һайлаусылар күп.

Тормош иптәшең Хәлил дә дин юлында.

– Эйе, Хәлил “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамланы. Унан алда Сибай институтында белем алды.

Хәлил менән ҡайҙа таныштығыҙ?

– Беҙ икебеҙ ҙә Татлыбай ауылынан. Бала саҡтан бер-беребеҙҙе белеп үҫтек. Шуҡлыҡтар ҙа күп булды. Бер мәл ауылда балалар араһында алма урлау ҡыҙығы башланып китте. Үҫмерҙәр йыйылып алмаға төшә инек. Беҙ Хәлил менән кемуҙарҙан ярышабыҙ. Бер кис шулай йыйылышып мәктәп баҡсаһына төшөргә булдыҡ. Хәлил мине ипләп кенә икенсе баҡсаға алып китте. Икәүләшеп алмағас башында ултырғаныбыҙҙы әле лә хәтерләп көлөп алам.

Алма урлап ашап ултырҙығыҙ инде?

– Урлашыу булмаған әле ул (көлә). Хәлил мине үҙенең туғандарының баҡсаһына индергән икән. Йәнәһе, күреп ҡалһалар ҙа урлашыу булып һаналмай.

Тимәк, үҫмер саҡтан уҡ Хәлил һине аралап-һаҡлап ҡына йөрөткән.

– Шулай. Ул саҡта беҙ, йәштәр, гармун уйнап-йырлап урам буйлап үтер инек. Әсәйем оҙаҡ ауырыны. Шуға күрә өй эштәрен үҙем алып барҙым. Урам буйлап бер үткәндә йүгереп инеп ҡамырымды тансҡап сығам, икенсеһендә – табаға икмәк яһайым, ут яғам. Өсөнсө боролғанда мейесте әҙерләп, икмәк ҡуям. Өс ағай бит инде өй-ҙә, ауыл ерендә иң кәрәкле һәм туҡлыҡлы булған ризыҡ – икмәкте бер юлы һигеҙҙе бешерә инем. Шул мәшәҡәттәр менән булышып өйгә инеп юғалам. Йәш саҡта оҡшатып, арттан йүгергән егеттәрҙең сабырлығы етмәй ине (көлә). Ә Хәлил төнгө ике-өскә тиклем дә эскәмйәлә көтөп ултырыр ине.

Һөйөүе көслө булған, тимәк. Ә нисә йәштә өйләнештегеҙ?

– Беҙгә 18 йәш ине.

Әсәйҙәрегеҙ “иртәрәк” тип ҡаршы төшмәнеме?

– Юҡ. Мин үҙем дә иртә әле тип башыма ла килтермәнем. Киреһенсә, әлегә өйләнмәй йөрөгән ағайҙарым алдында ниндәйҙер яуаплылыҡ тойоп, “башлап миңә тормошҡа сығырға кәрәк, туғандарыма этәргес булыр” тип уйлағанымды ла хәтерләйем. Һәм, ысынлап та, беҙ өйләнешкәс, ике ағайым да башлы-күҙле булды. Әсәйем бер йылда өс туй үткәрҙе.

Һеҙҙең ғаилә сәнғәткә ғашиҡ булыуы менән дә айырыла. Хәлилдең баянда, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнап, йырлауҙан тыш, матур көйҙәр ҙә ижад итеүенә һоҡланырлыҡ. Был йәһәттән ул республика кимәлендә ҙур еңеүҙәр яуланы. Тимәк, өйҙә уға ижадҡа ла ваҡыт ҡалдыраһың?

– Хәлилдең махсус рәүештә “ҡана, көй яҙайым әле” тип ултырғанын хәтерләмәйем. Ижади күңелле кешегә был үҙенән-үҙе уйламағанда киләлер. Әлбиттә, уның уңыштарына һоҡланам, ғорурланам һәм ҡыуанам.

Һеҙ бергә-бергә йырлаған йырҙар ҙа иҫ киткес.

– Ҡунаҡтарҙа ғына бергәләшеп йырлай инек. Унан дуҫтар ижад кисәһе алдынан: “Һиңә лә сығырға кәрәк сәхнәгә. Бигерәк матур килеп сыға бит”, – тип күндерҙе. Халыҡтың яратып ҡабул итеүе һөйөндөрҙө, әлбиттә.

Һеҙҙең ауылдарҙа концерт ҡуйып йөрөгәнегеҙҙе беләм.

– Эйе, был да уйламағанда килеп сыҡты. Ижад кисәһенә килә алмағандар: “Беҙгә лә килеп ҡуйһағыҙ ине”, – тигән үтенес белдергәс, шундай концерт үткәреү уйы килеп сыҡты. Үҙебеҙ генә түгел, ә тыуған яғыбыҙҙың һәүәҫкәр йырсы-бейеүселәрен дә ҡушып алғас, бигерәк шәп килеп сыҡты. Тағы бер уйым – хаҡлы ялға сыҡҡан һәләтле кешеләрҙе халыҡ араһына сығарыу ине. Сөнки ғүмер буйы халыҡ араһында йөрөгәндәр пенсияға сыҡҡас ҡапыл аптырап ҡала. Уларға аралашыу кәрәк! Сөнки янып йәшәгән кешене, ярһып барған атты ҡапыл туҡтатырға ярамаған кеүек, ҡапыл иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Һеҙҙең Өфөгә күсеп киткән ваҡытығыҙ ҙа булды бит әле.

– Эйе. Унда Хәлилде ошо ижад эше буйынса саҡырҙылар. Мин дә барҙым, шунда уҡ эш тә табылды. Әммә беҙгә был таш ҡалала үтә ауыр ине. Унда халыҡ йомолоп бөткән. Беҙҙәге кеүек ҡайнап йәшәмәйҙәр. Кешеләр хас та робот – эш, кискә ҡайтып фатирына йығылыу. Йәнле аралашыу юҡ. Өҫтәүенә, миңә туҡтауһыҙ клиенттарым “бер көнгә генә Баймаҡҡа ҡайтып китмәйһегеҙме” тип шылтырата. Бер нисәүһе мине Өфөлә эҙләп килеп тапты. Шул саҡ бергә эшләгән өлкән йәштәге урыҫ ҡатыны: “Мы тут за каждого клиента молимся, а ты от них убежала? За тобой сюда приезжают. Почему ты это не ценишь?” – тигәс, ныҡ уйландым.

Тимәк, Өфөнө ҡабул итә алманың?

– Эйе. Унда йәшәгән кешеләр менән аралашҡанда ла уларҙың күбеһенең “хаҡлы ялға сыҡҡас та тыуған ауылыма ҡайтам. Бәләкәй бер йорт алып, баҡса үҫтереп йәшә, һәм, шул етә” тигәнен йыш ишеттем. Һәм быны ябай эшселәр генә түгел, ә яҡшы урында эшләгән, вазифалы кешеләр ҙә белдерә ине.

Беҙҙә лә халыҡ үҙенә бикләнеп барған һымаҡ түгелме?

– Уныһы ла бар. Шуға күрә кешеләрҙе ҡуҙғытыу, өйләнмәгәндәрҙе – өйләндереү, яҙмыш һуҡмаҡтарында аҙашҡандарға ярҙам итеү мөһим. Өҫтәүенә нимәне һиҙҙем – халыҡ гармун моңона һыуһаған. Шуға күрә беҙҙең ауылдарҙа ҡуйған концерттарға халыҡ күпләп йөрөйҙөр. Һәм һәр ауылда гармун моңо таралһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәктер. Йомолмаһын кеше үҙенә, аралашып, ҡайнап йәшәһен.

Өйләнеү тигәндәй, һинең һиҙҙермәй генә димсе эшен дә алып барыуың тойолоп ҡала.

– Шулаймы? (көлә). Хәҙер яңғыҙ йәштәр генә түгел, ә төрлө йәштәгеләр ҙә күп. Уларҙың тормош ҡороу теләген ишетһәм, ипләп кенә уға тура килгән парҙы эҙләй башлайым. Уйламағанда осрашыу, йәки асыҡтан-асыҡ “бына ул да тормош ҡорорға уйлай” тип фотоһын күрһәтәм. Осрашалар, танышалар, ғаиләле булып китәләр. Уларҙың хәҙер бер нисә бала үҫтереүен күреп һөйөнәм. Ҡайһы саҡта кешегә әҙ генә этәргес йәки тел ярҙамы ғына кәрәк бит ул. Шуға күрә бер-беребеҙгә иғтибарлы булһаҡ ине. Әле бына махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егеттәр бар. Уйлап ҡараһаң, улар үҙҙәре генә түгел, ә тыумаған балалары ла үлә бит. Шуға күрә йәш ғаиләләргә, бәпәй тапҡан әсәләргә ныҡлы иғтибар бирелергә тейештер. Бәпес ҡайтыу, уға исем ҡушыу кеүек йолаларҙы мотлаҡ атҡарырға, килендәрҙе хәстәрләргә кәрәк.

Үҙеңә килен булараҡ ниндәй мөнәсәбәт булды?

– Бик яҡшы. Ҡәйнәм мәрхүмә менән дә бер һүҙле инек. Ә хәҙер ҡайнағаларҙың “килен” тип өҙөлөп тороуҙары оҡшай. Биктимеровтарҙа шулай һәр киленде “өф” итеп торалар. Һәр ғаиләлә шулай булһа, ғаиләләр ҙә татыу һәм бәхетле йәшәр ине.

Яныңда эшкә өйрәнгән ҡыҙҙар күп була...

– Эйе, миңә практика үтергә киләләр. Һәр береһенең холҡон өйрәнеп кәңәштәремде еткерәм. Кемгәлер: “Һиңә үҙ аллы эшләргә кәрәк”, икенсеһенә “бөгөндән үҙ салоныңды аса алаһың”, бәғзеләренә күберәк ғаиләһе янында булырға кәрәклеген еткерәм. Сөнки ерҙә төрлө сәскәләр булған кеүек, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа төрлө. Уларҙың һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше бар.

Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар үҙ аллы бит...

– Кәрәкме һуң ундай “үҙаллылыҡ”? Ҡатын тәү сиратта иренең яратҡан хәләл ефете, унан ҡәҙерле әсәй, йорт усағын һаҡлаусы. Уның сабырлығына, сикһеҙ наҙына бар яҡындары мохтаж. Ә хәҙер ҡайһы бер ҡатындар ана шул “үҙаллылыҡты” эҙләп ғаиләһен емереү сигенә барып етә. Ундай саҡта ипләп кенә иренең ни тиклем һәйбәт булыуын, аҡса эшләүен, айырылһалар, уға йәһәт кенә икенсе ҡатын да табыласағын еткерәһең. Уйланалар, ирҙәренә икенсе ҡараш ташлап, матур итеп йәшәп китәләр.

Төп эшеңдән тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемһең. Ҡатын-ҡыҙҙар советында ла йөрөп өлгөрәһең.

– Эйе, рухлы Гөлшат Байдәүләтова етәкләгән ойошмала район-ҡалабыҙҙың алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙары тупланған. Көнүҙәк проблемалар хаҡында йыйылып һөйләшәбеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Махсус хәрби операция башланғас, бар иғтибарыбыҙҙы яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына йүнәлттек. Уларға ярҙам ойоштороуҙа ла советыбыҙ бик әүҙем эш алып бара.

Республика кимәлендә лә танылыу яулайһығыҙ. Шуларҙың һуңғыларының береһе – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүең...

– Гөлшат Рим ҡыҙы “мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк” тигәнгә йөрьәт иттем. Ул һәм советтағы бар ҡатын-ҡыҙҙар төрлө яҡтан терәк булды, ҙур рәхмәт уларға. “Ҡатын-ҡыҙ – бизнес леди” һәм мәрхәмәтлек эштәре алып барыу буйынса беренсе урын минеке икәндәрен иғлан иткәстәр, тәүҙә ышанмай ултырҙым әле. Беҙҙең район-ҡаланан 8 ҡатын-ҡыҙ төрлө номинацияла ҡатнашты. “Исмаһам, беребеҙ генә билдәләнһәк”, – тип өмөтләндек. Шуға күрә иң тәүҙә Айгөл Әнүәр ҡыҙын иғлан иткәстәр, ныҡ итеп ҡыуандыҡ та, шуның менән булды, ҡайтырға ла мөмкин тип ишек яғына ҡарай башлағайныҡ инде (йылмая). Һөҙөмтәлә барыбыҙ ҙа юғары кимәлдә билдәләндек. Эргәмдә таяныс булған һәр кемгә, шулай уҡ минең бергә барған тормош иптәшемә һәм ағайыма рәхмәт.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы матурлау теләге һиңә ҡасан килде?

– Бала саҡтан. Ҡыҙҙарҙың сәсен ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән матурлап ебәреү ҡыҙыҡтары күп булды инде.

Һәләтең шулай иртә асылған, тимәк?

– Әлбиттә, хеҙмәт стажым да, сәс ҡыр-ҡырға өйрәнеүем дә 12 йәштә һарыҡ цехында йөн ҡырҡып аҡса эшләүҙән башланды тип әйтергә була (көлә). Йәй һайын өс ай дауамында эшләр инем. Йәшем тура килмәгәс, берәй тикшереү килһә, ҙур түктәр артында йәшенеп ҡала торғайным.

Дошманың барлығын белһәң, уға нимә әйтер инең?

– Рәхмәт әйтер инем. Сөнки үҙен һинең дошманың тип һанаған кеше төрлө ҡаршылыҡтар эшләргә маташып, һине көслөрәк кенә итә, тағы нығыраҡ тырышып йәшәүгә этәргес бирә.

Ирек улыңдың юғары уҡыу йортон тамамлап матур итеп эшләп йөрөүе, уның республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы, Наҙгөлдөң фармацевт һөнәренә уңышлы уҡып йөрөүе, өйөгөҙҙән туған-дуҫтарың өҙөлмәүе бәхетеңде тулыландыралыр.

– Эйе, һәр әсәнең иң ҙур бәхете – балаларының имен-һау булыуы һәм тормошта үҙ урынын табыуы. Хәлилдең көйҙәр яҙыуы йортобоҙға билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәрен, шағирҙарҙы килтерҙе. Был икебеҙгә лә рухи үҫеш бирә.

Йәшләй генә ҡорған тормошоғоҙ көндән-көн нығый ғына барған мөхәббәт һәм үҙ-ара ихтирам менән сорналған. Шулай ҙа яратҡан кешеңдә нимәне ғәфү итә алмаҫ инең?

– Дөрөҫ әйттең, йәшләй уттай янып торған һөйөү хистәре йылдар үтә бара көсәйә һәм олпатлана бара. Һөйгән йәрең менән бер йән булып уҡмашыуы, бер һүҙле булып йәшәүе үҙе бәхет. Мин ут булһам, Хәлил һыуға әүерелә... Шулай ҙа өҙөлөп яратҡан ҡатын булараҡ барыһын да ғәфү итә алам, тик хыянатты ғына түгел.

Дилбәр, матур әңгәмәң өсөн рәхмәт. Хоҙай Тәғәлә һине ошо бәхетеңдән айырмаһын. Киләсәктә лә беҙгә матурлыҡ өләшеп, йылмайтып, үҙең дә тик бәхеттә, Хәлил Рәфил улы менән шулай бер йән булып оҙон-оҙаҡ, балалар ҡыуанысында ғына йәшәгеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: