Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
19 Март 2023, 13:00

“Ҡырмыҫҡа ояһы” салаты

Аҙыҡ-түлек:Тауыҡ ите (филе) — 200 грамм;Сыр — 100 грамм;Картуф — 2-3;Помидор — 1-2;Йәшел ҡыяр — 1;Майонез — 2 ҡалаҡ;Шыйыҡ май — бер аҙ.Бешкән тауыҡ итен, помидорҙы – шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

“Ҡырмыҫҡа ояһы” салаты

Аҙыҡ-түлек:
Тауыҡ ите (филе) — 200 грамм;
Сыр — 100 грамм;
Картуф — 2-3;
Помидор — 1-2;
Йәшел ҡыяр — 1;
Майонез — 2 ҡалаҡ;
Шыйыҡ май — бер аҙ.

Бешкән тауыҡ итен, помидорҙы – шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, әлегә туралған – ҡырылған аҙыҡ түлекте майонез менән бутайбыҙ.
Картуфты эре ҡырғыс аша үткәреп, крахмалын сайып, таҫтамалға йәйеп һалабыҙ.
Майлы табала картуфты ҡыҙҙырып алабыҙ, унан майын һарҡытабыҙ.
Салаттың өҫтөнә картуфты һибәбеҙ, йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: