Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Март 2023, 08:30

Таҙалыҡ - көс бирә

Өйҙө йыйыштырғанда, унан һуң да Өй таҙартыу доғаһын яңғыратығыҙ. Кәйефтәрегеҙ күтәрелеп китер. Бәхетле булайыҡ, дуҫтар!

Таҙалыҡ - көс бирә
Таҙалыҡ - көс бирә

Ял көндәрендә күптәр өйөн таҙарта. Был эште рәхәтләнеп, яҡшы кәйефтә башҡарырға кәрәк икәнен беләһегеҙме? Шул саҡта йортоғоҙ ҙа ҡотайып китер, кәйефтәрегеҙ күтәрелер.
Йортта ҡиммәтле йыһаздарҙан бигерәк, таҙалыҡ кәрәк. Был динебеҙ буйынса мөһим. Бигерәк тә ҡый йыймағыҙ! Сөнки унда кире энергия йыйыла. Ә динебеҙ буйынса сүп-сарҙы ен-шайтан үҙ итә, шунан ауырыу тарала.
Йыйыштырғанда һәм унан һуң Өй таҙартыу доғаһын яңғыратығыҙ. Күңелдәрегеҙ күтәрелеп китер. Ялдар матур үтһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: