Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Март 2023, 20:05

Мосолман туйына уйын

Ҡыҙлы кеше ҡыҫып ятыр, (уллы кеше гөбөрнатр).Ҡатын-ҡыҙҙың аяҡ аҫтында нимә? (Ожмах)Яңы ҡоҙа барҙа...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мосолман туйына уйын
Тапҡырлыҡҡа һынау (мәҡәл-әйтемдәрҙең икенсе яртыһын әйтергә)

Ир – баш, (ҡатын - муйын).
Ҡатын-ҡыҙҙың аяҡ аҫтында нимә? (Ожмах)
Яңы ҡоҙа барҙа, (“иҫке ҡоҙа” ятып илаған).
Улым, һиңә әйтәм, (киленем, һин тыңла).
Яҡшы бала һөйҙөрөр, (яман бала көйҙөрөр).
Ирҙе ир иткән – ҡатын, (ҡатынды ҡатын иткән - утын).
Балалы йорт - (баҙарлы йорт).
Ауылсы ҡатын ни эшләр? (Өйөнә еткәс йүгерер).
Көтөүсе бисәһе ни эшләй? (Кис биҙәнә).
 Силәгенә күрә (ҡапҡасы).
Ирмен тигән ир эсендә (эйәрле-йүгәнле ат ятыр).
Атанан күргән уҡ юнған, (әсәнән күргән тун бескән).
Көтөүсенең таяғынан, (килендең аяғынан).
Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, (алтмыш йәшәр хәл белешер).
Бишектәге бала (бишкә төрләнер).
Ҡыҙлы кеше ҡыҫып ятыр, (уллы кеше гөбөрнатр).
Ҡатын алһаң ҡотон ал. (Аңлатма бирергә. Был әйтемгә лә варианттар бик ҡыҙыҡ булды. Ә һүҙ ҡотло килен тураһында).

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:fedb1af5b0ac7cab47395ff86b6a925b

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: