Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Март 2023, 18:00

БЕЙЕҮ ТАҠМАҠТАРЫ

Тау башында тары, Яп(ы)рағы һары. Төш тә бейе, төш тә бейе, Таҡмаҡ әйтербеҙ тағы.... Балам бейей, ҡарағыҙ, Кеҫәгеҙҙе ҡағығыҙ, Кәнфитегеҙ булмаһа, Магазиндан алығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.  

Әттә түҙер түҙәле,
Гармунсығыҙ өйҙәме?
Өйҙә булһа, килһен әле,
Бейетеп китһен әле.

Бейеһәнә, бейеһәнә,
Бейеүҙәрең күңелле.
Кин күңелле бейегәнгә,
Таҡмаҡ әйтәм түгелме?

Бейеһәнә, бейеһәнә,
Бейеүҙәрең килешә.
Һинең кеүек зифа, матур
Моратына ирешә.

Һип, һип һуғанға,
Теймә беҙҙең туғанға.
Беҙҙең туған матур булған
Ҡашы ҡара булғанға.

Баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Йәшел сирәм үҫеп бара
Аяҡ баҫҡан эҙенә.

Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Һин баҫмаһаң, мин баҫам.
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә
Мин дә килтереп баҫам!

Баҫ, ҡыҙым, Хәтифә,
Һындыр иҙән таҡтаһын.
Һындырһаң иҙән таҡтаһын,
Кейәү түләр аҡсаһын.

Селтәр икән яғаһы,
Бигерәк матур тәңкәһе,
Аҡҡош микән, былбыл микән,
Уны тапҡан әсәһе.

Атаһы дегет силәге,
Әсәһе күмер силәге,
Унан тыуған балаһы -
Бешкән ҡурай еләге.

Балам бейей, ҡарағыҙ,
Кеҫәгеҙҙе ҡағығыҙ.,
Кәнфитегеҙ булмаһа,
Магазиндан алығыҙ.

Тыпыр-тыпыр бейейҙер,
Аяғы ергә теймәйҙер.
Осҡан ҡоштай талпына,
Ҡанаттарын ҡағыңа,
Һәйт, һәйт, һәйт!

Тикер-тикер йөрөһөн,
Дегәнәк тә теймәһен,
Күп кешеләр уны һөйһөн,
Күҙ ҙә уға теймәһен.

Алабуға бей балыҡ,
Ҡайҙа икән суртаны?
Бейеп йөрөй Бикәһе,
Ҡайҙа икән Солтаны.

Деңке-деңке ҡыҙым бар,
Алты баҫма ебем бар.
Яусы килһә, миңә килһен,
Бөҙрә сәсле ҡыҙым бар.

Бейетәбеҙ беҙ уны,
Бейетәбеҙ беҙ уны.
Үҙебеҙҙең ауылға
Килен итәбеҙ уны.

Ала болан балаһы,
Ҡола болан балаһы.
Әллә кейәүгә китәһе,
Әллә бында ҡалаһы.

Бейе ҡыҙым, бейе ҡыҙым,
Бейеүсегә бирермен.
Бейемәһәң, бәпескәйем,
Көтөүсегә бирермен.

Бейе-бейе, бейе ҡыҙым,
Бейеүсегә бирермен.
Һоро бесәй тиреһенән
Ҡата тегеп бирермен.

Ҡулдар сабып алҡышларға,
Дуҫтар, булығыҙ әҙер.
Бына тигән бейеүсебеҙ
Бейергә төшә хәҙер.

Тарт ҡурайың, уйнаһын,
Ҡан тамырҙар буйлаһын.
Дәрте барҙар бойоҡмаһын,
Бейеп-йырлап уйнаһын.

Ишектән инеү генәһе,
Бейеп китеү генәһе.
Ҡулъяулығын ҡулына тотоп,
Хөрмәт итеү генәһе.

Бейе, бейе тигән була,
Бейеп булыр тиһеңме?
Аяҡ ҡыҙып алды ниһә,
Ҡуйып булыр тиһеңме?

Аҡ ҡуяндың балаһы,
Ебәрегеҙ, уйнаһын.
Уйнап-бейеп йөрөгәнде
Ғәйепләүсе булмаһын.

Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Фәрештәләр ҡанат йәйә
Һинең баҫҡан әҙеңә.
Әйҙә йырла, әйҙә бейе,
Матур бейеп күңел ас.
Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа,
Тормош күңелле булғас.

Бибикамал, Гөльямал,
Миңлебикә, Миңъямал.
Әйҙә беҙгә дүртәү-бишәү,
Дөбөрләтеп бейеп ал.

Зилем, Зилем, Зиләйлүк,
Зилдәр итә Зиләйлүк.
Зиләйлүктең биле нәҙек,
Ҡулдарында беләҙек.

Аҡ май, һары май,
Беҙҙең ҡыҙҙар арымай.
Беҙҙең ҡыҙҙар арыр ине,
Ашағаны һары май.

Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала.
Наза бейей, Наза көлә,
Наза матур ҡыҙ бала.

Иҙәнегеҙ түңәрәк,
Оса һары күбәләк.
Иҙәндәрҙә бейеп йөрөй
Алма кеүек тәгәрәп.

Әллә кемдең ҡыҙ ғынаһы
Бейеп йөрөгән була.
Йөҙө-башы, һынылышы
Көлөп йөрөгән була.

Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Һығылһын иҙәндәре.
Һинән матур бейегәнде
Юҡ әле күргәндәре.

Бейеүсенең итәгенә
Дегәнәктәр йәбешкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.

Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.

Тәҙри ритти-риттәрәм,
Һәҙри риттә-риттәрәм.
Тәҙри риттә-риттә-риттә,
Һәҙри риттә-риттәрәм.

Ай иләүе, иләүе,
Ҡырмыҫҡаның иләүе.
Тыпырлатып баҫып килә
Әллә кемдең кейәүе?

Бейе, бейе, бейе, Дәүләт,
Бер бейеүең бер дәүләт.
Яңғыҙ бейеү яйһыҙ булһа,
Әйҙә төштөк икәүләп .

Бейе, егет, бейе, егет,
Итектәрең туҙмаһын.
Эшлә егет, бейе егет,
Ғүмерең әрәм уҙмаһын.

Эй, бейеүсе, бейеүсе,
Дағалы итек кейеүсе.
Дағалы итек кейеүсене
Барҙыр әле һөйөүсе.

Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай булһа ла
Кеҫә яғы һай була.

Улым, улым, уламан,
Улыма мин ҡыҙ алам.
Уның күңеле була ла,
Минең киленем була.

Был кем улы, кем улы?
Яғалары ҡайыулы.
Торһа, урыны йыйыулы,
Ятһа — урыны йәйеүле,
Кеҫәһендә ҡулдары,
Тау аҫтында юлдары,
Шул юлдарҙан үткәндә,
Ҡарап ҡала ҡыҙҙары.

Бейеһен дә, бейеһен дә,
Бейек тауға менһен дә.
Нәҙек итек кейһен дә,
Ҡыҙҙар уны һөйһөн дә!

Деңке-деңке деңләһен,
Быны ҡыҙҙар өндәһен.
Был бармаһын, наҙланһын,
Ҡыҙҙар эсе ут янһып.

Улдары, улдары,
Гармун уйнар ҡулдары.
Әсәләре һөңмәһә лә,
Һөйөр әле ҡыҙҙары.

Һалдат итеп алһалар ҙа
Быуҙырма билдәреңде.
Ҡара сәсең ағарһа ла
Онотма илдәреңде.

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ,
Иҙәндәре һелкенһен.
Йоҡларға уйлағандарҙың
Йөрәктәре елкенһен .

Баҫ, баҫ, һындыра баҫ,
Һындыра баҫ таҡтаһын.
Һындыра баҫһаң таҡтаһын,
Атаң түләр аҡсаһын .

Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Бейеүеңә бер тауыҡ.
Ул да булһа һауым тауыҡ —
Һөтөн эсәрһең һауып.

Уртала баҫып торағыҙ,
Өйләнмәйме башығыҙ?
Әйләнһә лә башығыҙ,
Бейей-бейей баҫығыҙ.

Шыу, шыу, шыу, аяҡ,
Шыуып китте был аяҡ,
Шыуып-шыуып йөрөй торғас,
Бейеп китте был аяҡ.

Тырышһаң, һин табырһың,
Ташҡа ҡаҙаҡ ҡағырһың.
Тырыш әле, и балам,
Ҡара көндәр ағарһын.

Бейеүселәр, бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.
Бейегеҙ ҙә бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.

Әйҙә баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле.
Бейейек тә йырлайыҡ,
Күңел асайыҡ әле.

Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Бейегәнең юҡ әле.
Бейегәнең булмаһа ла
Оҫта баҫаһың әле.

Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән буйлап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп - беренсе!

Тау башында тары,
Яп(ы)рағы һары.
Төш тә бейе, төш тә бейе,
Таҡмаҡ әйтербеҙ тағы.

Анда баҫа бейеүсе,
Бында баҫа бейеүсе.
Беҙҙең бейеү көйҙәренә
Өҙә баҫа бейеүсе.

Шипа тауышы килә,
Шипа тауышы килә.
Быйма кейеп бейеһә лә
Итек тауышы килә.

Тыпыр-тыпыр ҡарлуғас,
Ҡунаҡ килһә, ҡаҙан аҫ.
Ҡунаҡ яңғыҙ ашамай,
Үҙемдең дә ҡарыным ас.

Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,
Әйләнәбеҙ бит бергә.

Ары ҡайыш кибете,
Бире ҡайыш кибете.
Ана шулай оҫта була
Бай ауылы егете.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:O4Txc28cjro

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: